Иҡтисад
14 Апрель 2025, 09:50

Майҙандар арта

Республикала яҙғы сәсеү 2,152 миллион гектар ерҙә планлаштырыла. 

Майҙандар артаМайҙандар арта
Майҙандар арта

Башҡортостанда быйыл дөйөм иген баҫыуы 1,538 миллион гектарҙан ашасаҡ, тип хәбәр итте Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

"Техник культуралар менән майҙандарҙы 635 мең гектарға еткерергә планлаштырабыҙ. Был уҙған йылдан 80 мең гектарға күберәк. Быға тәү сиратта майлы культуралар сәсеүлектәре аҫтындағы майҙандарҙы 93,2 мең гектарға арттырыу иҫәбенә өлгәшергә уйлайбыҙ”, — тине ул.

Республикала шәкәр сөгөлдөрө сәсеү майҙаны 46 мең гектарға тиклем кәмейәсәк. Майҙандарҙы кәметеү 2024 йылғы миҙгелдә эшкәртеү ауырлығын иҫәпкә алып эшләнә.

Шулуҡ ваҡытта быйыл Башҡортостанда, техник культураларҙан тыш, мал аҙығы культураларының майҙанын 28 мең гектарға арттырыу күҙаллана. Бөтәһе 599 мең гектар (+5 процент) ултыртыласаҡ. Асыҡ тупраҡтағы картуф һәм йәшелсә майҙаны былтырғы кимәлдә һаҡланасаҡ һәм яҡынса 50 мең гектар тәшкил итәсәк.

“Дөйөм алғанда, 2,152 миллион гектарҙан ашыу майҙанда яҙғы сәсеү планлаштырыла, был уҙған йыл кимәленән 4,4 процентҡа юғарыраҡ”, — тип билдәләне Илшат Фәзрахманов.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас