Иҡтисад
14 Апрель 2025, 13:45

Ҡояштың бер йылмайыуы етәсәк

Илеш районының Муса Гәрәев исемендәге колхозы эшсәндәре сәсеүгә әҙер.

Ҡояштың бер йылмайыуы етәсәкҠояштың бер йылмайыуы етәсәк
Ҡояштың бер йылмайыуы етәсәк

Ауыл хужалығы өлкәһендә аныҡ план буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыу мөмкин түгел – барыһы ла көн, һауа торошона бәйле. Күптән түгел хужалыҡтар ужым культураларына, күп йыллыҡ үләндәргә минераль ашлама индерә башлағайны, ҡайһы берҙәре баҫыуға дым ҡаплауға ла төшкәйне, тик ҡапыл ҡар яуып ҡуйҙы. Шулай ҙа тармаҡ эшсәндәре күңелен төшөрмәй.  

– Көндөң әлегеләй әҙерәк һыуытыуы, ҡар яуыуы ужым культураларының торошона кире йоғонто яһамаясаҡ, – ти улар. – Ҡояштың бер йылмайыуы етер – ер асылып, сәсеү эше лә башланыр.

Мәҫәлән, Илеш районының киң билдәле Муса Гәрәев исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһы-колхозы сәсеүгә күптән әҙер. Улар ужым культураларына минераль ашлама индергән, артабан дым ҡаплауға төшөргә йыйынғанда ямғыр башланыуы бер аҙ көтөп торорға мәжбүр иткән.

Колхоздың 5 500 гектар сәсеү ере бар. Мал һаны – 1700 баш, шул иҫәптән 700-ө – һауын һыйырҙары. Көнөнә 14 тонна тирәһе һөт һауыла.

– Сыҡмаҫ тип ҡурҡып, былтыр ужым культураларын күп сәсмәгәйнек. Улар 200 гектарҙа ғына. Әммә, киреһенсә, ужым өсөн идеаль тап килгән йылы ҡыш булды. Шулай беҙҙең эштә күп нәмәне алдан фаразлау мөмкин түгел, күп осраҡта мәле еткәс, тиҙ арала тейешле ҡарар ҡабул итергә тура килә, – ти колхоз рәйесе Илгизәр Хәмиҙуллин. – Былтыр, яуын осоронда, сәскәнебеҙҙе күп юғалтыҡ. Айырыуса борсаҡ менән проблема ҙур булды. Ул культураны 220 гектар майҙанда сәскәйнек, юғалтыу күләме байтаҡҡа етте. Ә бына соя, киреһенсә, ямғырҙа ҡотороп үҫеп китте, өҫтәүенә уны ваҡытында йыйыуға өлгәштек – уңыш шәп булды. Гектарынан 25 центнер алынғайны, һатҡаныбыҙ 12 миллион һумға етте. Ҡарабойҙай ҙа, соя һымаҡ уҡ булмаһа ла, яҡшы уңыш бирҙе. Кукуруз да һөйөндөрҙө. Юғиһә ҡоролоҡ йылдарында кибә лә ҡуя торғайны. Ә бына бойҙайҙы байтаҡ юғалттыҡ, махсус киптереп йөрөргә лә тура килде.

Предприятие етәксеһе әйтеүенсә, быйыл, һыналған культураларҙан тыш, көнбағыш та сәсеп ҡарарға йыйыналар. 100 гектар майҙанды үлән – эспарцет культураһы биләйәсәк. “Бығаса люцерна сәсә инек. Тик уға яҙ һалҡын тейеүсән. Эспарцет иһә һыуыҡҡа ла, ҡоролоҡҡа ла бирешмәй. Сенажға ла, бесәнгә лә бара”, – ти колхоз рәйесе.

Ауыл хужалығы предприятиеһының техникаһы етерлек, биш сәсеү комплексы бар. 450 тонна ашламалары, яғыулыҡтары ла әҙер.

– Колхозда йөҙгә яҡын кеше эшләй. Хеҙмәт хаҡын айына ике мәртәбә ваҡытында түләгәс, Аллаға шөкөр, китәм тип йөрөгәндәр юҡ. Шулай ҙа юғары белемле йәш белгестәргә мохтажбыҙ, уларҙы үҙебеҙгә саҡырып ҡалабыҙ, – ти Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Илгизәр Хәмиҙуллин. – Һауылған һөтөбөҙҙө көн дә Бәләбәй һөт заводынан килеп алып торалар. Хаҡын төшөрөргә тырышмайҙар. Улар менән бик һәйбәт, иртәгә һатҡанымдың аҡсаһын мотлаҡ алам тигән ныҡлы ышаныста эшләйбеҙ.

Ғөмүмән, беҙҙең тармаҡта яңғыҙ бер аҙым да алға китеп булмай. “Мин эшләйем!” – тип маҡтана торған урын да түгел. Һәр кем үҙ бурысын намыҫлы атҡара беҙҙә. Колхозды уңған егеттәр һәм ҡыҙҙар тотоп тора. Улар менән бергә бар һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп киләбеҙ, быйыл да, Аллаһ бирһә, бирешмәҫбеҙ тип ышанам.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Ҡояштың бер йылмайыуы етәсәк
Ҡояштың бер йылмайыуы етәсәк
Автор:Дилбәр Ишморатова
Читайте нас