

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауат районына эш сәфәре барышында “Янғантау” геопаркын үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Республика етәксеһе “Янғантау” геопаркының Рәсәйҙә беренсе булып ЮНЕСКО геопарктарының глобаль селтәренә инеүен билдәләне. Ә 2022 йылда Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе булып геопарктар тураһында закон ҡабул итте.
– “Янғантау” – республиканың туристик ҡеүәтен үҫтереүҙә үҙенсәлекле объект. 2024 йылда туристар ағымы 45 меңгә артты һәм 126 мең кешегә етте. Биләмәнең ҡеүәте тағы ла юғарыраҡ, уны үҫтереү буйынса беҙҙең пландарыбыҙ күп, – тине Радий Хәбиров.
Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев геопарк биләмәһендә барлыҡҡа килгән объекттарҙың туристарҙы йәлеп итеүгә ярҙам итеүен билдәләне. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко геопарктың инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу барышы тураһында һөйләне. Бында Рәсәйҙә беренсе IDRIS TRAVEL туристик коворкингы асылды, дүрт ял базаһы эшләй, шул иҫәптән ике тирмә кемпингы. Иҙрис мәмерйәһе шулай уҡ туристар иғтибарын йәлеп итәсәк. Әле геопарк биләмәһендә 210 миллион һумлыҡ ике инвестпроект тормошҡа ашырыла – “Ҡурай паркы” этноглэмпингы һәм “Иркен һулыш” глэмпинг-паркы.
2025-2026 йылдарға планда – археологик һәм этнографик экспедициялар үткәреү, фестивалдәр, геоквиздар, квестар ойоштороу, шулай уҡ Бейектауға илтеүсе баҫҡысты төҙөкләндереү. Кәңәшмәгә йомғаҡ яһап, Радий Хәбиров “Янғантау” геопаркын үҫтереү мәсьәләләре менән Хөкүмәттең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаевтың шөғөлләнәсәген һәм республиканың төньяҡ-көнсығышын үҫтереүҙә биләмәнең мөһимлеген белдерҙе.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.