

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөгә “Проффест. Рәсәй эше. Мөмкинлектәр ваҡыты” тип аталған Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһенең төбәк этабы сараларында ҡатнашыу өсөн килгән Рәсәй хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры урынбаҫары Дмитрий Платыгин менән осрашты. Был сара 2025 йылдан “Кадрҙар” милли проектының “Хеҙмәт кешеһе” федераль проектына ярашлы үтә. Осрашыуҙа республиканың һәм Рәсәй Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының берлектәге үҫеш мәсьәләләре, шулай уҡ профессиональ белем һәм иҡтисад тармаҡтарын кадрҙар менән тәьмин итеү системаһын үҫтереү ҡаралды.
Башҡортостан Башлығы министрлыҡтың социаль әһәмиәтле башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуҙа ярҙамын билдәләне. Бында һүҙ халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрен яңыртыу тураһында бара. Республикала яңыртылған илле үҙәк эшләй ҙә инде. Тағы 18 офисты яңыртыу 2025 йылға планлаштырылған.
– Беҙ шулай уҡ Башҡортостандың уҡыу йорттарын һайлаған йәштәр менән әүҙем эшләйбеҙ. Был өлкәлә өс йыл инде дауам иткән колледждарҙы яңыртыу программаһы ҙур аҙым булды. Бынан тыш республика төп сәнәғәт предприятиеларын кадрҙар менән тәьмин итеү өсөн 2025 йылда колледждарға ҡабул итеүҙең контроль һандарын ике мең бюджет урынына арттырҙы, – тине Радий Хәбиров. – Шуны ла аңларға кәрәк, белгестәрҙе йәлеп итеү эш биреүселәрҙең әүҙемлегенән дә тора. Был – лайыҡлы хеҙмәт хаҡы, социаль ярҙам саралары, уңайлы эш шарттары. Күп компаниялар был йәһәттән уңышлы үҫешә.
Дмитрий Платыгин Башҡортостандағы кадрҙар сәйәсәтенә юғары баһа бирҙе.
–Эш биреүселәр квалификациялы белгестәр өсөн етди көрәш алып бара. Конкуренция эш хаҡы кимәле үҫеүенә һәм социаль пакеттар киңәйеүенә килтерә, –тип билдәләне Дмитрий Платыгин. – Республикала халыҡҡа профессиональ белем алыу һәм хеҙмәткә урынлаштырыу өсөн киң саралар йыйылмаһы ҡулланылыуы шатландыра.
Фото:Башҡортостан Башлығы сайтынан.