Иҡтисад
21 Апрель 2025, 12:30

Бөтә райондар ҙа сәсеүгә төштө

Яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген 15,4 мең гектарҙан ашыу, майлы иген 6 мең гектар майҙанда сәселгән.

Бөтә райондар ҙа сәсеүгә төштөБөтә райондар ҙа сәсеүгә төштө
Бөтә райондар ҙа сәсеүгә төштө

Башҡортостанда яҙғы баҫыу эштәре әүҙем фазаға инде, республиканың бөтә райондары аграрийҙары миҙгелле эштәргә тотондо. Был хаҡта Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһе барышында вице-премьер — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итте.

Бөгөнгө көнгә баҫыуҙарҙа дымды майҙандарҙың 52 процентында япҡандар, ужым культураларын майҙандың 77 процентында туҡландырғандар.Күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыу 37 процентҡа үтәлгән.Параллель рәүештә аграрийҙар орлоҡтарҙы ағыулау буйынса әүҙем эш алып бара, тип хәбәр итте Илшат Фәзрахманов.

Яҙғы сәсеүгә килгәндә, уға 16 районда тотонғандар. Бөгөнгө көнгә 22 мең гектарҙан ашыу майҙанда яҙғы культуралар сәселгән. Яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген 15,4 мең гектарҙан ашыу, майлы иген 6 мең гектар майҙанда сәселгән.

Илшат Фәзрахманов республика иген, ҡуҙаҡлы иген һәм ярма культуралары орлоҡтары менән тәьмин ителеүен белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта аграрийҙар Башҡортостанда етештерелмәгән айырым культураларҙың орлоҡтарын һатып алыуҙы дауам итә. Бөгөнгө көндә шәкәр сөгөлдөрө буйынса орлоҡ менән тәьмин ителеш 75 процент тәшкил итә, көнбағыш — 78 процент, кукуруз — 82 процент.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас