

Сара “Ижади (креатив) индустрияларҙы үҫтереү буйынса төбәк стандартын индереүҙең иң яҡшы тәжрибәләре“ форумы сиктәрендә вуз-ара студенттар кампусының Геном үҙәге майҙансығында үтте.
Осрашыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, төбәк министрлыҡтары һәм ведомстволары, шулай уҡ үҫеш институттары вәкилдәре, ижади коллективтар һәм оҫтаханалар етәкселәре, эшҡыуарҙар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
Сара барышында төбәк етәксеһе республика булышлығында һөҙөмтәле тормошҡа ашырыла алған ижади индустриялар өлкәһенең ҙур перспективаларын билдәләне.
– Беҙ был теманы етди өйрәнергә ҡарар иттек. Республика Башлығы ҡарамағында Ижади индустрияларҙы үҫтереүгә булышлыҡ итеү буйынса совет ойошторасаҡбыҙ. Төбәктә креатив мөхиткә булышлыҡ итеү инфраструктураһын булдырыу буйынса Хөкүмәт һәм башҡа органдарҙың аныҡ бурыстарын тикшерәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Ижади проекттарға ярҙам итеүҙең аныҡ бурыстары һәм механизмдарына килгәндә, төбәк етәксеһе инвесторҙар менән эшләүгә оҡшаш ижади берләшмә вәкилдәре менән үҙ-ара эш итеү системаһын булдырыуҙы билдәләне.
– Хәҙерге шарттарҙа ижади продуктты булдырыу ғына түгел, баҙарға сығарыу ҙа кәрәк. Был йәһәттән һеҙгә ярҙам итергә тырышасаҡбыҙ. Был эш инвесторҙар менән үҙ-ара эш итеүгә оҡшаш буласаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ бизнес менән аралашыу һәм иҡтисади проекттарҙы оҙатыу инфраструктураһын булдырҙыҡ. Бындай система ижади башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн дә барлыҡҡа киләсәк. Был йәһәттән мине үҙегеҙҙең партнерығыҙ итеп күрә алаһығыҙ.
Ижади мөхитте үҫтереүҙең дөйөм координаторы Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы ижади индустрияларҙы үҫтереүгә булышлыҡ итеү буйынса Совет буласаҡ, тине төбәк етәксеһе. Ә булдырылған инфраструктураның мөһим элементтарының береһе булып Башҡортостан Башлығы үткәрәсәк “Ижади индустриялар сәғәте“ форматындағы даими тематик кәңәшмәләр торасаҡ.
– Норматив база һәм ведомство-ара эш итеү йәһәтенән йүнәлеште Иҡтисади үҫеш министрлығы күҙәтәсәк. Республикала асылған Продюсерҙар клубына ғилми партнер булырға тәҡдим итәбеҙ. Ә был эште оҙатып барыу өсөн төбәк Стратегик эшләнмәләр үҙәге составында айырым структура бүлеүҙе һорайбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
Республика шулай уҡ ижади башланғыстарға ярҙам итеү буйынса адреслы саралар билдәләйәсәк. Атап әйткәндә, Радий Хәбиров бындай проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа финанс ярҙамы өсөн профилле фонд булдырырға кәрәк, тине.
Былар барыһы ла ижади индустрияларҙы, шулай уҡ республиканың ижади берләшмәһен үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр бирәсәк.
Сығышының аҙағында төбәк етәксеһе креатив индустрия вәкилдәренә әүҙем позицияһы һәм республика мәнфәғәтендә бергәләп эшләргә теләүе өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Бында проекттарҙы федераль кимәлдә алға әйҙәгән бик күп кешеләр бар. Башҡортостандың ҙур ижади төбәккә әйләнеүе өсөн эштәр башҡарасаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров.
***
Осрашыуҙа яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса Стратегик башланғыстар агентлығының Креатив иҡтисадты үҫтереү үҙәге директоры Екатерина Черкес-заде ҡатнашты. Ул Башҡортостан Башлығына төбәктәге ижади индустрияларға әүҙем ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Креатив индустрияларҙы үҫтереүҙең төбәк стандартын проектлағанда, уны федерацияның унлаған субъекты индерер тип көткәйнек. Һөҙөмтәлә был бөтә ил буйынса таралды, – тип билдәләне Екатерина Черкес-заде.
Стратегик башланғыстар агентлығының Креатив иҡтисадты үҫтереү үҙәге директоры, “Башҡортостанда власть һәм ижади берләшмә араһында индустрияны берлектә үҫтереүгә йүнәлтелгән “социаль килешеү” формалаша”, тип өҫтәне. Стратегик башланғыстар агентлығы, үҙ сиратында, инструменттар бирергә, тәжрибә уртаҡлашырға һәм федераль партнерҙарҙы йәлеп итеүгә булышлыҡ итергә әҙер.
***
Республика креатив берләшмәһе вәкилдәре менән осрашыу сиктәрендә төбәк Башлығы Радий Хәбиров эшҡыуарҙарға ярҙам итеү һәм ижади башланғыстарҙы үҫтереү өсөн инфраструктура булдырыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Мәҫәлән, рәссам Радик Мусин студенттарға һәм йәш рәссамдарға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән “Просмотр” проектын тәҡдим итә. Һүҙ профессиональ тәжрибәне тапшырыу һәм заманса арт-баҙарға яраҡлашыуҙа ярҙам итеү тураһында бара.
Республика махсуслаштырылған мәҙәни киңлектәр булдырыуға булышлыҡ итә, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Мәҫәлән, Евразия күсмә цивилизациялар музейы кеүек бер нисә проект тормошҡа ашырыла. Шулай уҡ төбәктә халыҡ художество кәсептәре, мода һәм еңел сәнәғәт өлкәһендәге башланғыстарға ярҙам итеү мөмкинлеге ҡарала.
– Беҙ ижади киңлектәрҙең, шул иҫәптән рәссамдар өсөн дә, мөһимлеген аңлайбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Бәлки, республикала дәүләт ярҙамы менән ошондай урын булдырып, уны үҫтерербеҙ.
***
Factor Vostoka Рәсәй мода фестиваленә нигеҙ һалыусы Анна Алакаева ошо проекттың үҫеше хаҡында һөйләне һәм республикала үҫеш алыр өсөн йәш дизайнерҙарҙың артыуын билдәләне, шулай уҡ еңел сәнәғәт белгестәренә ярҙам темаһына ҡағылды.
Ауыр ваҡыт булыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда бындай башланғыстарға ярҙам итеүҙәрен дауам итәсәктәр, тип билдәләне төбәк етәксеһе.
– Былтыр еңел сәнәғәткә ярҙамға 142 миллион һум йүнәлттек. Сеймал һәм ҡорамалдар хаҡының бер өлөшөн кире ҡайтарҙыҡ. Быйыл программа һаҡлана, – тине Радий Хәбиров.
***
Kumpan брендына нигеҙ һалыусы Михаил Кумпан осрашыу барышында Башҡортостанда гастрономия туризмын үҫтереү мәсьәләһен күтәрҙе. Ул айырыуса ресторандар һәм кафелар эргәһендәге территорияларҙы файҙаланыу буйынса регламенттарҙы асыҡлау мәсьәләһенә туҡталды.
Республика етәксеһе республиканың бизнес һәм төбәк власы органдарының үҙ-ара килешеп эш итеү йәһәтенән эшҡыуарҙар менән диалог алып барырға әҙер булыуын билдәләне.
***
Ювелир Рафаэль Амантаев республикала Һөнәрселәр йорто – халыҡ художество кәсептәре оҫталары күргәҙмәләр, презентациялар һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрә алырлыҡ майҙансыҡ булдырырға тәҡдим итте. Бындай киңлек традицион башҡорт һөнәрҙәрен популярлаштырыуҙан тыш, йәштәрҙе һәм туристарҙы ижади мөхиткә йәлеп итергә мөмкинлек бирер ине, тип билдәләне ул.
Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, халыҡ художество кәсептәрен үҫтереү төбәк иҡтисады һәм мәҙәни үҙенсәлеге йәһәтенән мөһим әһәмиәткә эйә, тине. Ул шулай уҡ булған объекттарҙы ҡарарға һәм был проект өсөн финанслау сығанағын билдәләргә тырышырбыҙ, тип вәғәҙә бирҙе.
***
Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы студенты Элина Канафиева Өфөлә Импровизация йортон төҙөү буйынса башланғысты төбәк яғынан хуплау мәсьәләһен күтәрҙе. Был проект ижади йәштәр өсөн яңы мөмкинлектәр асасаҡ.
Башҡортостан төрлө ярҙам сараларын, шул иҫәптән ошондай проекттарға ла күрһәтергә әҙер, тине төбәк етәксеһе. Шул уҡ ваҡытта үҙ-ара эш итеүгә системалы ҡараш мөһим шарт булып тора.
– Өҫтөнлөктө креатив индустрия субъекттары реестрына ингән эшҡыуарҙар аласаҡ. Ошонан һуң аренда ставкаларын кәметеүҙән алып биналар биреүгә тиклем аныҡ саралар хаҡында һөйләргә мөмкин, – тип аңлатты Радий Хәбиров.
***
Осрашыуҙа төп һорауҙарҙың береһе Башҡортостанда уйын индустрияһын үҫтереүгә һәм ошо йүнәлештәге республика ярҙамына ҡағылды. Бөтә Рәсәй “Әйҙә уйнарға” фестивале үҙ эшмәкәрлеге осоронда илдә алдынғы уйындар форумына әүерелде, тип билдәләне төбәк Башлығы. Әйткәндәй, быйыл сара Өфөлә 5-8 июндә үтәсәк.
– Был майҙансыҡ башланғыстарығыҙҙы үҫтереү өсөн күп мөмкинлектәр бирә. Һеҙ бөтә Рәсәйҙән үҙенсәлекле уйынсыҡтар менән таныша, яңы идеялар тураһында фекер алыша, файҙалы танышыуҙар булдыра алаһығыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Дөйөм алғанда, ватан уйынсыҡтары индустрияһын һәм балалар өсөн ижади проекттарҙы үҫтереү – илдең суверенитетын нығытыу һәм беҙҙең традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлау мәсьәләһе.
***
Стәрлетамаҡтан экскурсовод Аделия Ғарифуллина Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән туристарҙы Башҡортостан буйлап сәйәхәткә алып сығыуын һәм йыш ҡына кафе, бигерәк тә милли аш-һыу менән булған кухняларҙың етешмәүе хаҡында һөйләне.
– Бик урынлы һорау. Минеңсә, беҙ туризм өсөн хеҙмәтләндереү өлкәһен үҫтереү юлында барабыҙ. Бер нисә йыл элек төбәктә ғәҙәти юл буйы сервисы булмаған. Ошо йүнәлешкә ярҙам итеү буйынса ҡабул ителгән программа ярҙамында беҙ хәлде ярайһы уҡ яҡшырттыҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Юл буйы объекттары һаны байтаҡҡа артҡан. Шул уҡ ваҡытта беҙ хеҙмәтләндереү сифатына ла ҙур иғтибар бүләбеҙ. Йәмәғәт туҡланыуы селтәрен, шул иҫәптән милли кафеларҙы киңәйтеү йәһәтенән беҙ алға табан барабыҙ. Улар ҙурая барасаҡ.
***
Башҡортостан юлдаш телеканалының баш режиссеры Ярослава Феоктистова Башҡортостанда уҙғарылған бөтә Рәсәй кимәлендәге ҙур фестивалдәр тураһында һөйләү һәм уларҙы популярлаштырыу буйынса берҙәм система булдырыу буйынса тәҡдим индерҙе. Был Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән туристарҙы йәлеп итеүгә һәм, дөйөм алғанда, республиканың танылыуына булышлыҡ итер ине.
– Мин һеҙҙең тәҡдимегеҙҙе ҡабул итәм. Һәр муниципалитет теге йәки был территорияның йолаларына бәйле үҙенсәлекле саралар үткәрергә тейеш, тип билдәләгәнем бар. Әлегә республика бюджетынан ҡала һәм райондарҙағы төп ваҡиғаларға 500-шәр мең һум бүлеп бирәбеҙ. Был сумманы арттырасаҡбыҙ. Ә бындай фестивалдәрҙе һәм байрамдарҙы ойоштороуға ижади берләшмәне йәлеп итергә мөмкин һәм кәрәк тә.
***
”Берләшкән музыкаль каталогтар” компанияһының генераль директоры Марат Фәйзуллин композиторҙарҙың һәм музыканттарҙың авторлыҡ хоҡуҡтарын яҡлаусы, шулай уҡ видеостудиялар һәм башҡа креатив индустриялар өсөн контент биреүсе структура булдырырға тәҡдим итте.
Радий Хәбиров был башланғысты хупланы һәм төбәктең ижади берләшмәһендә бәйләнештәр булдырыу өсөн кластерлы алымдың мөһимлеген билдәләне.
***
Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров креатив индустрия вәкилдәренә йөкмәткеле дискуссия һәм ошо йүнәлештәрҙе үҫтереү буйынса тәҡдимдәр өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Креатив кешеләр – ҡаланың йәне булып тора. Улар ҡаланың атмосфераһын һәм эске йөкмәткеһен күрһәтә. Ҡала – ул урамдар һәм йорттар ғына түгел, ә тәү сиратта үҙенсәлекле рух һәм энергия килтерергә һәләтле кешеләр. Бындай кешеләр менән аралашыу мөһим, сөнки уларҙың эшмәкәрлеге күп яҡлы. Интеллектуаль һәм ижади эш продукты ҙур иҡтисади потенциалға эйә. Музыкаль әҫәрҙәр, туризм, гастрономия – тулайым эске продукттың юғары үҫешен тәьмин иткән донъяның күп кенә үҫешкән илдәренең иҡтисадының байтаҡ өлөшө. Республикабыҙҙа ошо сектор әлегә тулайым төбәк продуктының ике ярым процентын биләй. Маҡсатыбыҙ – ошо өлөштө алты, ә киләсәктә ун процентҡа еткереү, – тип һүҙен йомғаҡланы Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru