

2025 йылдың 1 апреленә Башҡортостандың йылылыҡ менән тәьмин итеүсе ойошмаларының тәбиғи газ өсөн түләнмәгән бурысының дөйөм суммаһы 1,9 миллиард һум тәшкил иткән, шуның 1,4 миллиарды үҙгәртеп ҡоролған. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итте.
Министр хәбәр итеүенсә, иң ҙур бурыслылар араһында – Өфөнө, Туймазы, Белорет райондарын, Октябрьский, Бәләбәй һәм Межгорье ҡалаларын йылылыҡ менән тәьмин итеүсе ойошмалар. Уларҙың бурысы 1,6 миллиард һумдан ашып китә. Уны ҡаплау өсөн 2024-2026 йылдарға түләүҙәр графигы раҫланды, түләүҙе контролдә тотоу һәм кисектереү механизмын индереү буйынса саралар күрелде.
– Бурысты үҙгәртеп ҡороу йылылыҡ менән тәьмин итеүсе ойошмаларға финанс йөкләмәһен өлөшләтә кәметергә һәм бурыстарҙы яйлап ҡаплау өсөн шарттар булдырырға мөмкинлек бирә, был халыҡты йылылыҡ менән тәьмин итеүҙең тотороҡлолоғона ыңғай йоғонто яһай, – тип билдәләне Ирина Голованова. – Әммә хәлдең насарайыу хәүефен кәметеү маҡсатында түләү дисциплинаһы мониторингын көсәйтеү кәрәклеге һаҡлана.
“Газпром межрегионгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Альберт Лоҡманов инфраструктура торошона һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү объекттарын модернизациялауға иғтибар бүлергә тәҡдим итте.
– Бурыс артыуын дауам итә. Шуға ҡарамаҫтан, йылылыҡ менән тәьмин итеүсе ойошмаларға ҡарата ҡаты саралар күрмәйбеҙ, сөнки халыҡты ышаныслы йылылыҡ менән тәьмин итеү кәрәклеген аңлайбыҙ, – тип билдәләне Альберт Лоҡманов. – Шул уҡ ваҡытта йылылыҡ менән тәьмин итеүсе объекттар инфраструктураны эшләү хәлендә тотоу, уны ағымдағы хеҙмәтләндереү һәм модернизациялау өсөн байтаҡ аҡса талап итә. Тариф сәйәсәте мәсьәләләренә һәм республика бюджетынан ярҙамға иғтибар бүлергә кәрәк. Әлбиттә, коммуналь инфраструктураны яңыртыу буйынса федераль программаларҙа ҡатнашыу тураһында ла фекер алышырға кәрәк.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бурысты бөтөрөү буйынса эштең интенсивлығын кәметмәҫкә саҡырҙы.
– Был йүнәлештә тиҙлекте кәметмәүегеҙҙе һорайым. Эш алып барылыуына шикләнмәйем, әммә бурыс арта бара, ә быға юл ҡуйырға ярамай, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. – Әлбиттә, бюджеттан ярҙам саралары буласаҡ, әммә аҡсаның килеү ваҡытын дөрөҫ билдәләү һәм уны дөрөҫ файҙаланыу мөһим. Был мәсьәләнең ҡатмарлылығын яҡшы аңлайым, ул ысынлап та еңел түгел һәм күп аспектлы, әммә уны эҙмә-эҙлекле хәл итергә кәрәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.