Иҡтисад
28 Апрель 2025, 16:25

Рәсәй асыҡ һөйләшеү яҡлы

“Рәсәй” Милли үҙәгендә “Донъяның киләсәге. Глобаль үҫештең яңы платформаһы” асыҡ диалогы башланды.

Рәсәй асыҡ һөйләшеү яҡлыРәсәй асыҡ һөйләшеү яҡлы
Рәсәй асыҡ һөйләшеү яҡлы

Донъяның 48 иленән 100-ҙән ашыу вәкил Мәскәүҙә, “Рәсәй” Милли үҙәгендә, “Донъяның киләсәге. Глобаль үҫештең яңы платформаһы” асыҡ диалогына йыйылды. Сара беренсе тапҡыр үткәрелә һәм донъя иҡтисадының киләсәге тураһында фекер алышыу майҙансығы булдырыуға йүнәлтелгән. Асыҡ диалог өс көн — 28-енән 30 апрелгә тиклем дауам итәсәк.

Асыу тантанаһында Рәсәй Федерацияһы Президенты Хакимиәте Етәксеһе урынбаҫары Максим Орешкин ҡатнашты. Ул бындай асыҡ халыҡ-ара ваҡиғаның тәүге тапҡыр үткәрелеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм яңы глобаль иҡтисадты формалаштырыуҙың мөһимлеген билдәләне.

"Һеҙҙе бөгөн бында, Мәскәүҙә, "Рәсәй" милли үҙәгендә сәләмләргә теләйем. Ысынлап та, беҙ бындай асыҡ халыҡ-ара сараны тәүге тапҡыр үткәрәбеҙ. Беҙ һеҙҙең менән бергә яңы идеялар тураһында фекер алышасаҡбыҙ, яңы проекттар төҙөйәсәкбеҙ һәм артабан илебеҙ, кешелек, халҡыбыҙ мәнфәғәтендә тормошҡа ашырасаҡбыҙ. Ҙур рәхмәт. Мәскәүгә рәхим итегеҙ", - тине Максим Орешкин.

Асыҡ диалог сиктәрендә донъяның 102 иленән 18 телдә, шул иҫәптән пушту, малагасий, серб, грек һәм башҡа телдәрҙә яҙылған 696 эш тупланған. Авторҙарҙың иң ҙур ҡыҙыҡһыныуын “Кешегә инвестициялар” темаһы (41%) тыуҙырған, унан һуң “Бәйлелеккә инвестициялар” (24%), “Технологияға инвестициялар” (22%) һәм “Мөхиткә инвестициялар” (13%) килә. Был темаларҙың һәр береһе буйынса эксперт питч-сессиялары үткәреләсәк.

– Беҙ ысынлап та асыҡ диалог башланыҡ, уның сиктәрендә донъяның 100-ҙән ашыу иленән 700-гә яҡын эссе алдыҡ. Бөтә мөйөштәрҙән, бөтә континенттарҙан кешеләр нимә эшләргә кәрәклеге, донъяның алға барыуы өсөн ниндәй ҡыҙыҡлы проекттарҙы тормошҡа ашырырға кәрәклеге тураһында үҙ фекерҙәрен белдерҙе, — тип өҫтәне Максим Орешкин.

Асыҡ диалогта ҡатнашыусылар Ерҙең бөтә континенттарынан донъяның 48 иленән сығыш яһай. 200-ҙән ашыу онлайн-әңгәмә 101 авторҙы һайлап алырға мөмкинлек бирә, улар Мәскәүгә саҡырыла.  Улар менән бергә диалогта донъя кимәлендәге 24 эксперт-ғалимдар, иҡтисадсылар, студенттар, йәш белгестәр, журналистар һәм эшлекле берләшмә вәкилдәре ҡатнаша.

Асыҡ диалог форматы уникаль: яңы иҡтисади ысынбарлыҡ барлыҡҡа килгән шарттарҙа унда ҡатнашыусыларға кеше мәнфәғәтендә тигеҙлек, үҙ-ара ихтирам һәм хеҙмәттәшлек шарттарында үҙ гипотезаларын, идеяларын һәм фәнни эшләнмәләрен тәҡдим итергә кәрәк. Өс көн дауамында улар хәҙерге замандың төп мәсьәләләрен хәл итеү юлдарын эҙләйәсәк һәм киләсәк донъяны үҫтереү өсөн ориентирҙар булдырасаҡ.

Фото: "Рәсәй" милли үҙәге матбуғат хеҙмәте. 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас