Иҡтисад
28 Апрель 2025, 16:10

Ҡытай менән хеҙмәттәшлек нығый

Ҡытай-Рәсәй комплекслы хеҙмәтләндереү сауҙа платформаһының генераль директоры Дин Сяопин менән осрашыу үтте. 

Ҡытай менән хеҙмәттәшлек нығыйҠытай менән хеҙмәттәшлек нығый
Ҡытай менән хеҙмәттәшлек нығый

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡытай-Рәсәй комплекслы хеҙмәтләндереү сауҙа платформаһының генераль директоры Дин Сяопин менән осрашты. Яҡтар эшлекле бәйләнештәрҙе киңәйтеү һәм инвестиция проекттарын бергәләп тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Республика Башлығы Ҡытайҙың төбәктең мөһим тышҡы сауҙа партнеры булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Беҙ һәр ваҡыт Ҡытай эшҡыуарҙары менән эшләйбеҙ, тәрән кооперация буйынса тәҡдимдәр төҙөйбөҙ. Ҡытай менән тауар әйләнеше тотороҡло үҫә, был дөйөм федераль тенденцияны сағылдыра, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Пекинда республиканың Рәсәй Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы вәкиллеге эшләй, Өфө – Санья тура авиа бәйләнеш булдырылған. Башҡортостан Ҡытай партнерҙарына Рәсәйҙә эшләү өсөн терәк нөктә булырға әҙер.

Дин Сяопин хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе һәм Ҡытай яғының Башҡортостан биләмәһендәге проекттарҙа әүҙем ҡатнашырға әҙер булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Республиканың нисек үҫешеүен күреүебеҙгә шатбыҙ. Беҙҙә тышҡы сауҙа, юғары технологиялар һәм мәҙәниәт өлкәһендә ҙур программалар бар. Беҙ Башҡортостандың университеттары һәм медицина учреждениелары менән хеҙмәттәшлек итеү менән ҡыҙыҡһынабыҙ, – тине Дин Сяопин.

Ҡытай вәкиле шулай уҡ логистик комплекстар һәм сауҙа йорттары төҙөү аша үҙ-ара эш итеүҙе киңәйтеүгә әҙерлек хаҡында һөйләне.

2024 йыл йомғаҡтары буйынса Ҡытай Башҡортостандың тышҡы сауҙа партнерҙары араһында беренсе урынды биләй. Тауар әйләнеше нигеҙе – машиналар эшләү продукцияһы һәм химия сәнәғәте тауарҙары. 

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас