

Һуңғы көндәрҙә социаль селтәрҙә Әбйәлил районының Буранғол ауыл биләмәһенә ҡараған Салауат утары янындағы баҡыр мәғдәне майҙансығында геологик тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн лицензия алыуы хаҡындағы төрлө хәбәрҙәр халыҡ араһында ҙур бәхәс тыуҙырҙы. Ошо һорауҙарға асыҡлыҡ индереү, урындағы халыҡ менән күҙмә–күҙ ҡарашып һөйләшеү, уларҙы борсоған һорауҙарға яуап биреү маҡсатында “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев, ойошманың тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү һәм контролдә тотоу бүлеге начальнигы Евгения Иванкина, тау–байыҡтырыу һәм эшкәрткән комплексының әйҙәүсе экологы Диана Кәримова, Өфө фән һәм технология лар университетының кафедра мөдире вазифаһын башҡарыусы, геология–минералогия фәндәре кандидаты, доцент Владимир Никонов, “Башнедра” тау–геологик мираҫын, мәғариф һәм бизнесты үҫтереү фонды президенты Рәсих Хәмитов ҡатнашлығындағы делегация райондың Буранғол һәм Амангилде ауыл биләмәһендә йәшәгән халыҡ менән осрашыуҙар ҙа ҡатнашты.
Буранғолдарҙы ниҙәр борсой?
Әбйәлил районының Буранғол ауылы тәбиғәттең иң матур ерендә урынлашҡан. Боронғо башҡорт ауылдарының береһе ул. Халҡы тура һүҙле, эшсән, дәртле, сәмле булыуҙары менән айырылып тора. Шуға күрә әбйәлилдәр үҙ-ара шаяртып “буранғолдар булмағанды булдырыр” тип әйтергә ярата.
Ауыл халҡының йыр–моңға талантлы булыуы ошо ерҙең хозур тәбиғәтенән дә киләлер. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхтәм Әбүшаһманов, уның улы, танылған режиссер Айрат Әбүшаһманов, Башҡортостандың атҡаҙанҡан артистары - Рәмзил Сәлмәнов, Шәһит Хамматов, йырсылар Айрат Зиннәтов, Дамир Тайыпов, Ринат Баймырҙин, Нургиз Ғүмәров һәм башҡа бик күп билдәле кешеләр сыҡҡан был ауылдан.
Буранғол ауыл биләмәһенә Буранғол, Исхаҡ, Мәйгәште, Ишкилде һәм Һәйетҡол ауылдары инә. Бөтәһе 1 мең 824-дән ашыу халыҡ иҫәпләнә. Буранғолда–884, Исхаҡта–208, Ишкилделә–310, Мәйгештелә–265, Һәйетҡолда бөтәһе 157 кеше йәшәй. Ауыл халҡы элек–электән урмансылыҡ, ағас эшкәртеү, малсылыҡ һәм йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән, күптәренең үҙҙәренең пилорамдары булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күбеһе бөгөн ябылған йәки ябылырға мәжбүр. Сөнки райондың урман зонаһына ҡараған Буранғол ауылы халҡына бөгөн ағасты һатып алырға ла мөмкинлеге юҡ. Урман бар, ағасы юҡ. Ағас булмағас, эше юҡ. Урманлы төбәк халҡы элек-электән урман эше менән шөғөлләнеп, кәсеп иткән, донъя көткән. Унан башҡа эште лә белмәй тигәндәй. Һәр йорт тиерлек диләнкә алып, урман ҡырҡҡан, ағас сығарған, бура бураған, утын һатҡан, таҡта үткәргән. Мәйгәште ауылында урман хужалығы гөрләп эшләгәнлектән, халыҡ бер ваҡытта ла эшһеҙ ултырмаған. Аҙаҡ ул ябылғас, йүнселдәрҙең күбеһе пилорама тотоп, бура бурарға тотонған. Әммә урмандарҙың “Селена” ойошмаһына һатылыу менән ауыл халҡы өсөн ысын мәғәнәһендә “ауырлыҡ”тар башланған. Диләнкә алып булмауы, уның бүленмәүе эшҡыуарҙарға үҙ эшен ябыуға килтергән дә инде. Бөгөн утын алыр өсөн дә ағас юҡ. Был яҡтарҙа игенселек менән шөғөлләнеү өсөн бөтөнләй шарттар юҡ. Сәсергә ер, мал көтөргә, хатта бесәнлек һәм көтөүлек урындары ла бик аҙ. Тау ҙа урман. Шуға күрә күптәр бөгөн вахта ысулы менән ситтә эшләй, йәштәр ауылда бик һирәк ҡала. Ауыл аҡрынлап ҡартая.
Уйлап ҡараһаң, тап ошондай ваҡытта Буранғол ауыл биләмәһенә ҡараған Салауат утары янындағы майҙансыҡта геологик тикшереүҙәр үткәреүҙең иң ҡулайлы мәле . Ни тиһәң дә әгәр ҙә төбәктә баҡыр мәғдәне ятҡылығының барлығы асыҡланып, уның күләме комбинат төҙөү мөмкинлеге тыуҙырһа, урындағы халыҡҡа эш урындары барлыҡҡа килер ине лә... Әммә был тәңгәлдә лә хәл итәһе мәсьәләләр бихисап.
Буранғол ауыл мәҙәниәт йортонда үткән “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев һәм уның вәкилдәре ҡатнашлығында осрашыуҙа халыҡтың берҙәм һәм күпләп килеүе ҡыуандырҙы. Тимәк, ауыл халҡы үҙенең киләсәге өсөн борсола, бөгөнгөһө хаҡында тәрән уйлана.
Ауыл биләмәһе башлығы Фуат Мәхмүтов осрашыуҙың маҡсаты менән таныштырып, ауыл халҡына үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр хаҡында аныҡ һорауҙар биреүен, ике яҡлы диалогтың эшлекле шарттарҙа үтеүен теләп, һүҙҙе “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәевҡа тапшырҙы. Ул үҙ сиратында Әбйәлил районындағы инвестиция проекты сиктәрендә, Салауат утары янындағы майҙансыҡта геологик тикшереүҙәр үткәреү пландары менән таныштырҙы һәм әлеге көндә Томинск тау–байыҡтырыу компанияһы миҫалында ойошманың эшен, хеҙмәткәрҙәр һәм уларҙың ғаиләләре өсөн ниндәй шарттар тыуҙырылыуы, әгәр ҙә предприятие төҙөлә ҡалһа, экология һәм тирә–йүндәге тәбиғәт өсөн уның тәьҫире, ятҡылыҡта эшләү алымдары, буласаҡ эш урындары хаҡында ентекле һөйләне. Шулай уҡ халыҡ өсөн махсус әҙерләнгән ролик та күрһәтелде.
Ауыл халҡының үҙ тәбиғәте, уның киләсәге өсөн борсолоуҙарын аңларға була. Буранғол ауыл биләмәһендә йәшәгән халыҡты бигерәк файҙаланырға тапшырыласаҡ майҙан тап Бәләкәй һәм Оло Ҡыҙыл йылғаларының башы булыуы, комбинат төҙөлә ҡалһа, уның бөтөнләй юҡҡа сығыуы , һыуҙың ер аҫтына китеүе хәүефкә һала. Шулай уҡ бынан бер нисә йыл элек Исхаҡ ауылында теркәлгән себер язваһы менән ауырыған малдарҙы шул урындан алыҫ булмаған ерҙә күмеүҙәре хаҡында фекер яңғыраны. Урындағы халыҡты тыуған яғының үҙенсәлекле тәбиғәтенең артабанғы яҙмышы, “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән үҫемлектәр һәм хайуандарҙың юҡҡа сығыуы борсоно, күрше Магнитогорск һәм яҡын район биләмәләрҙе һыу менән тәьмин иткән йылғаларҙың сығанаҡтарын һаҡлап ҡалыу мәсьәләһен дә күтәрҙе улар.
“Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев белдереүенсә, элекке Салауат совхозына ҡараған Салауат утары янындағы 209 гектар майҙанда баҡыр мәғдәне барлығын асыҡлау, файҙалы ҡаҙылмаларҙы геологик өйрәнеү, разведкалау һәм сығарыу өсөн лицензия алынған. Яҡынса фаразлауҙар буйынса ятҡылыҡта 208,7 млн тонна руда һәм 992,6 мең тонна баҡыр мәғдәне иҫәпләнә. Йәнә шуны һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәк, быларҙың барыһы ла әлегә фараз ғына. Шуға күрә киләсәктә төбәктә яңы предприятие төҙөләсәкме, юҡмы икәнлеге геологик тикшереүҙәр үткәрелгәс кенә билдәле буласаҡ.
“Башнедра” тау–геологик мираҫын, мәғариф һәм бизнесты үҫтереү фонды президенты Рәсих Хәмитов үҙ сығышында инвесторҙарға Силәбе өлкәһендә урынлашҡан Томинск тау–байыҡтырыу комбинатынан айырмалы, Салауат утарындағы баҡыр мәғдән ятҡылығының проекты тулыһынса эшләнеп бөтөлгән тип әйтмәҫ инем тине.
—Һәр хәлдә проектҡа өҫтәлмәләр индереү кәрәк. Дала зонаһына ҡараған Томинск тау– байыҡтырыу комбинаты миҫалында эште алып барыу урман–тау зонаһында бөтөнләй дөрөҫ түгел. Был тәңгәлдә Әбйәлил районының тәбиғәт үҙенсәлектәрен, тауҙарҙың булыуын да иҫәпкә алыу мотлаҡ. Был өлкәлә оҙаҡ эшләгән кеше булараҡ, шуны әйтер инем: Салауат утары ятҡылығы 60-сы йылдарҙа уҡ Күсем руднигында йәшәгән геолог, минең остазым Басир Мәһәҙиев тарафынан тикшерелә һәм ул илебеҙҙең резервтар исемлегенә индерелә. Бөгөн илебеҙгә баҡыр мәғдәнен табыуға һорау ҙур, шуға күрә был урында геологик эҙләнеүҙәргә рөхсәт бирелде һәм уны еңеп сыҡҡан компания илебеҙ етәкселеге тарафынан лицензия алыуға ирешкән. Разведка эштәре башланмаҫ элек фекер алышыуҙар бик урынлы: ике яҡ та үҙҙәренең борсоған һорауҙарын бирә ала. Мин дә һеҙҙең борсолоуҙарығыҙҙы аңлайым, ысынлап та Оло Ҡыҙыл һәм Кесе Ҡыҙыл йылғаларының инеш башы тап шул урында булыуы бер аҙ барыбыҙҙы ла һағайта. Шуға күрә проект әле тормошҡа ашырылмаған, уны һеҙгә әлегә тәҡдим итәләр, борсоған проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеп, дөйөм бер фекергә килергә аҡыт бар. Проектты тормошҡа ашырыуҙа дәүләт контроле менән бергә йәмәғәт контроле төҙөргә тәҡдим итәм,–тине Рәсих Хәмитов.
Өфө фән һәм технологиялар университетының кафедра мөдире вазифаһын башҡарыусы, геология– минералогия фәндәре кандидаты, доцент Владимир Никонов үҙ сығышында бөгөнгө заманда яңы предприятие төҙөлөү алдынан экологияға ҙур иғтибар ителеүен, уның тәбиғәткә ни тиклем зыян килтереүен иҫәпкә алғандан һуң ғына артабан эштәрҙең башҡарасағын билдәләне.
Ауыл халҡының күпселеге үҙҙәренең тыуған ерендә яңы предприятиены асырға, геологик эҙләнеүҙәр үткәрергә ҡаршы икәнлеген асыҡтан–асыҡ әйтте. “Беҙгә яңы эш урындары ла, заманса комбинат та кәрәкмәй, беҙгә бары тик саф һауа, тәбиғәтебеҙҙең шул килеш ҡалыуы, йылғаларҙың мул булыуы кәрәк”, “Ҡасандыр себер язваһы ҡайтанан ҡалҡып сыҡмаҫмы?”, “Предприятие төҙөлә ҡалһа, һулар һауаны, эсәр һыуҙы бысратыу ихтималлығы бармы?”, “Селена”, Цемикс” ойошмалары кеүек эшселәрҙе ситтән алмаҫтармы?” тигән һорауҙар ҙа яңғыраны. Уларҙың һәр береһенә тулы һәм төплө яуаптар ҡайтарылды.
Амангилде ауылында
Кискә ҡарай Амангилде ауылының мәҙәниәт йортона биләмәгә ҡараған ауыл халҡы йыйылды. Осрашыуҙа шулай уҡ үрҙә телгә алынған делегация ҡатнашты һәм көн тәртибенә Салауат утары янындағы баҡыр мәғдәне ятҡылығын геологик тикшереү мәсьәләһе ҡуйылды. Амангилде ауыл биләмәһе башлығы Вадим Абдуллин сараны асып, ауылдаштарына бер–береһенә ҡарата ихтирамлы һәм иғтибарлы булырға саҡырҙы, һорауҙарҙы аныҡ бирергә кәрәклеген белдерҙе.
Ауыл халҡын “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев осрашыуҙың маҡсаты менән таныштырып, үҙҙәренең киләсәккә пландары менән уртаҡлашты.
Әйткәндәй, йыл башынан алып теләгән һәр кешегә шәхсән Томинск тау–байыҡтырыу комбинатының эше, уның карьерҙарының торошо, завод сығарған ҡалдыҡтарҙың ҡайҙа һәм нисек сығарыуҙарын, хеҙмәткәрҙәр өсөн булдырылған эш, йәшәү, ашау шарттары менән танышыу маҡсатында барып ҡайтыу мөмкинлеге булдырылған. Амангилде ауылында йәшәгән Иштимер Ғүмәровҡа ла был мөмкинлекте файҙаланырға форсат тейгән һәм ауылдаштарына үҙенең тәьҫироттары менән уртаҡлашты.
—Мин дә тәүге тапҡыр үҙебеҙҙең төбәктә баҡыр табыуға ҡаршы инем, әммә Томинскиға барып ҡайтҡас, фекерҙәрем ҡырҡа үҙгәрҙе. Башҡорт тотоп ҡарамайынса ышанмай тиҙәр, унда һәр ерҙә таҙалыҡҡа һәм эшселәргә эшләү, йәшәү өсөн бар заманса шарттар тыуҙырыуына иғтибар ҙур. Беҙ ниндәйҙер яңы предприятие төҙөлә тиһәк, иң беренсе уның тик кире яҡтарын күрергә өйрәнгәнбеҙ. Бөгөн элекке кеүек түгел, барыһы ла юғары кимәлдә эшләнгән заманса ҡорамалдар. Уларҙың һәр береһе экологик торошто етди күҙәтеүгә йүнәлдерелгән, бары тик һәр нәмә хеҙмәткәрҙәрҙең эш сифатын арттырыуға тәғәйенләнгән. Шарттар яҡшы булғас, эш сифаты ла юғары, шунлыҡтан эш хаҡы ла ҡәнәғәтләндерерлек. Ни өсөн беҙ йәш быуынды, балаларыбыҙ–ейәндәребеҙҙе юғары технологияларға эйә булған заманса предприятиела эшләү мөмкинлегенән мәхрүм итергә тейешбеҙ? Уйлашайыҡ, бәлки ысынлап та был проект тотош райондың иҡтисадын үҫтереүгә бер аҙым булыр,–тине ул.
Кисә ҡаршы ине, бөгөн–Томинск комбинаты машинисы
Рәфҡәт Абдуллин–Ҡаҙмаш ауылынан. Ауыл старостаһы һәм депутаты булып йөрөгән еренән кинәт Томинск тау–тау байыҡтырыу комбинатына эшкә килгән.
—60 йәшемдә миңә төрлө ерҙәрҙә эшләргә тура килде. Алыҫ Себер тарафтарында ла, Өфө ҡалаһында ла вахта менән эшләнем. Томинск тау–байыҡтырыу комбинатына һеҙҙең кеүек ышанмайынса, ҡарайым, күрәйем, тип кенә экскурсияға килгән инем. Эшселәрҙең нисек эшләүҙәрен күреп аптырап ҡалдым һәм үҙемдең дә бында эшләү теләге тыуҙы. Шулай итеп яңы урынға, минең өсөн бөтөнләй сит булған ойошмаға эшкә урынлаштым. Эш графигы ла ҡәнәғәтләндерә: ике аҙна эшләйһең, ике аҙна ял итәһең. Кемдәр вахта ысулы менән эшләй, улар яҡшы белә: ғаиләңдән ситтә, ҡырҙа эшләгәндә иң мөһиме–йәшәү өсөн шарттарҙың булыуы. Был тәңгәлдә бында хеҙмәткәрҙәр өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырылған. Йылы һәм яҡты ятаҡхана, эш шарттары бигерәк тә уңайлы, махсус кейемдәр бирелә, етәкселек менән хеҙмәткәрҙәр араһында йылы мөнәсәбәт, һәр береһе яңы килгән эшселәрҙе өйрәтергә, бар яҡлап кәңәш биреп, ҡурсалап ҡына тора. Эш хаҡы ла юғары.
Ауылдаштарым, һәр яңылыҡты ҡурҡып ҡабул итергә кәрәкмәйҙер. Заман башҡа заң башҡа, тигәндәй бөгөн бөтөнләй яңы технологиялар заманы, ҡеүәтле ҡоромалдар менән эш ителә. Шуға күрә яңы килгән ойошмаға үҙ эшен атҡарып сығырға мөмкинлек бирәйек. Проект хуплау тапһа, баҡыр мәғдәненең ысынлап та күп булыуы асыҡланһа, уны эшкәртеү һәм етештереү кәрәклеге була икән, ниңә үҙебеҙгә эш урындары буласаҡ предприятиенан әле үк баш тартабыҙ һуң? Бергәләп уйлашайыҡ–тине Рәфҡәт Абдуллин .
Фекер алышыуҙа шулай уҡ ауылдың ололары ла, йәштәре лә ҡатнашты. Мәҫәлән, район дауаханаһында табип-педиатр булып эшләгән Раян Мәғәфүров халыҡтың сәләмәтлеге өсөн тәрән борсолоу белдерҙе. “Бәләкәй саҡтан Салауат утары янындағы тау битләүендә Исхаҡ ауылында табылған себер язваһы менән сирләгән малдарҙы яндырып, күмеүҙәре хаҡында ишетеп үҫтек. Был хаҡта иҫкәртеп яҙылған табличкалар ҙа тора ине. Табип булараҡ, мине был хәл борсомай ҡалмай, әгәр ҙә ул урын асылып йә иһә һыу менән йыуылып китә икән, күпме халыҡты ҡыра тигән һүҙ. Медицинала, ҡыҙғанысҡа ҡаршы был сиргә дарыу табылмаған, уны дауалау ҙа мөмкин түгел. Был хаҡта ла онотора кәрәкмәйҙер”,–тине ул.
Шулай уҡ Өфө ҡалаһынан Шәфҡәт Ғәбитовтың да һорауҙары “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселегенә ярайһы уҡ күп ине. Олораҡ быуын да, йәштәрҙе лә яңы предприятие төҙөлә ҡалһа, уның тәбиғәткә килтерәсәк зыяны, йылға– инештәренең ер аҫтына китеүен, ауылдарҙың эсәр һыуһыҙ ҡаласаҡ тигән уйҙар тынғылыҡ бирмәй.
Яы эш урындары кәрәкме?
Бер кемгә лә сер түгел, һәр районда ауылдарҙың ҡартайыуы күҙәтелә. Бында иң төп сәбәптәрҙең береһе булып ауылда эш булмауы, йәштәрҙең ҡалмауы тора. Йәш ғаиләләр барлыҡҡа килә килеүен, әммә ғаилә башлыҡтары күпселек ситтә, вахта ысулы менән эшләргә мәжбүр.
Таһир Бәхтигәрәев белдереүенсә, әгәр ҙә яңы предприятие сафҡа инә ҡалһа, яҡынса 1500 яңы эш урындары барлыҡа киләсәк. Бөгөндән үк Әбйәлил районы уҡыусыларын маҡсатлы йүнәлтмә буйынса Өфө ауыл хужалығы университетына, Өфө фән һәм технологиялар университетына, Екатеринбург ҡалаһындағы Урал дәүләт тау университеты һәм Магнитогорск ҡалаһындағы Носов исемендәге дәүләт техник университетында уҡытып сығарыуға килешеүҙәр төҙөү мөмкинлеге бар. Юғары уҡыу йортон тамамлаған йәш белгес компанияның теләгән комбинатында эшләү мөмкинлеге аласаҡ.
Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була тиһәләр ҙә, “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев һәм уның вәкилдәре ҡатнашлығында осрашыуҙар ике яҡ өсөн дә файҙалы үтте тиергә булалар. Иң мөһиме: халыҡ һәм яңы йәмғиәт етәкселеге бер –береһенең һүҙен ишетте, ауыл халҡының тәҡдимдәре һәм фекерҙәре артабан проектты тормошҡа ашырыуҙа ярҙам итәсәк. Әйткәндәй, бындай осрашыуҙар тәүгеһе һәм һуңғыһы түгел. Яҡын арала райондың башҡа ауылдарында ла халыҡ менән осрашыуҙар дауам ителәсәк. Асҡар ауылындағы “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең үҙ офисы асылған һәм унда һәр кем һорауҙары менән мөрәжәғәт итә ала.
ФЕКЕРҘӘР
Рәсих Хәмитов, “Башнедра” тау-геологик мираҫын, мәғариф һәм бизнесты үҫтереү фонды президенты
—Мин 20 йылдан ашыу республикабыҙҙың ер аҫты байлыҡтарын өйрәнеү менән шөғөлләнәм. Ниндәй төбәктә ниндәй файҙалы ҡаҙылмалар бар икәнлеген әйтә алам, ҡайҙа индәй тикшереү эштәре алып барылғаны хаҡында ла яҡшы беләм. Ер аҫты байлыҡтары асыҡлана ҡалһа, уға һорау бар икән, ул эшкәртеләсәк.
Бөгөн “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең ҡулында геологик тикшереүҙәр үткәреүгә рөхсәт биргән, 60 миллионға һатып алған лицензия ҡағыҙы бар. Улар баҡыр мәғдәне ятҡылығын өйрәнәсәктәр һәм артабан нисек эшләү проекттарын халыҡҡа еткереп, эш алып барырға бурыслы. Бындай осрашыуҙар бер нисә тапҡыр үтәсәк әле. Шуға күрә ауыл халҡын эмоциялар менән түгел, ә киләсәкте уйлап эш итергә саҡырам.
Владимир Никонов, Өфө фән һәм технологиялар университетының кафедра мөдире вазифаһын башҡарыусы, геология– минералогия фәндәре кандидаты, доцент.
—Баҡырҙы тәбиғәт барлыҡҡа килтерә. Әгәр ҙә ул йыйылып, йәғни бер урында тупланып ерҙең өҫкө ҡатламына килеп сыға икән, ямғыр һыуына эләгеп, эсәр һыуға, йә иһә шишмәләргә лә ағып төшөү ҡурҡынысы ла бар. Ошо хаҡта ла уйланһындар ине.
Сәлимйән Абдрахманов, Буранғол ауылында йәшәй
—Мин яңы предприятиены төҙөү өсөн ҡаршымын. Иң ныҡ борсоғаны – киләсәктә ауылдарҙың эсәр һыуһыҙ ҡалыуы.
Шәфҡәт Ғәбитов, Өфө ҡалаһы
—Мин бынан 30–35 йылдан ҡайтып, ауылда төпләнеп йәшәгәндә, тәбиғәтемдең таҙа һәм матур, һыуҙарымдың саф булыуын теләр инем.
Автор һәм Илья Панченко фотолары