

Силәбе өлкәһендә “Коркин ҡатламы” (“Коркинский разрез”) тигән тирә -яҡҡа билдәле бер урын бар. Уның оҙонлоғо өс километр тирәһе булһа, киңлеге 2, 5 километрға етә, тәрәнлеге яҡынса 500 метр. 1934 йылдарҙан 2017 йылға тиклем бында 260 миллион тонна күмер сығарылған. Европалағы иң ҙур күмер ятҡылығы була ул. 2017 йылда унда күмер етешетереү туҡтатылғас, карьер ташландыҡ һымаҡ булып ҡала.
Тирә - яғы йәшел йәмле күлгә әүерелә
Әллә күпме күмер биргән ятҡылыҡ бер мәл эргә-тирәһендә йәшәүселәргә, хатта Силәбе ҡалаһына ла проблема тыуҙыра башлай. “Коркин ҡатламы”ндағы күмер күпмелер ятҡандан һуң үҙенән-үҙе янып китеү үҙенсәлегенә эйә булыу сәбәпле, был урында янғынар сыға башлай, тирә-яҡҡа көслө төтөн тарала. Ер аҫтындағы ҡатламдарҙа сыҡҡан утты һүндереүе бик ҡатмарлы була. Карьерҙың ситтәре лә тотороҡһоҙға әйләнә, һөҙөмтәлә эргәләге Роза ҡасабаһында йәшәүселәргә хәүеф тыуа, ҡайһылары күсеп китергә мәжбүр була.
2017 йылда был проблема тағы ла нығыраҡ киҫкенләшә. Был мәсьәлә көнүҙәккә әүерелә.
“Рус баҡыр компанияһы”ның Томинск баҡыр комбинаты алдында ошо экологик проблеманы хәл итеү һорауы ҡалҡа. Был , әлбиттә, еңел генә башҡарыла торған эш булмай. Томинск тау-байыҡтырыу комбинатының ҡулланылған ҡалдыҡтарын (“хвосттарын”) йәки һыулы ҡом ҡатнашмаһын “Коркин ҡатламы”на закладка материалы итеп ҡулланыу мөмкинлеге буйынса фәнни тикшеренеүҙәр уҙғарыла. Проект документацияһы эшләнә, экология экспертизалары уҙғарыла, тейешле инстанциялар менән килешелә. Технологияның уңышлы булыуын күҙаллағас, һыулы ҡом ҡалдыҡтары өсөн пульпаүткәргес һуҙыла. Ҡалдыҡтар закладка материалын әҙерләү цехына килә, унда ҡуйыртыла һәм пульпаүткәргес буйынса “Коркин ҡатламы” на оҙатыла. Ҡом ҡатнашмаһы ҡуйырып төпкә ултыра, һөҙөмтәлә ҡатламдың ситтәре лә нығына бара, һыуы таҙарып өҫкә күтәрелә. Шулай итеп “Коркин ҡатламы” тулыландырыу эштәре башлана. Ул бер нисә этапҡа бүленә.
–Әҙерлек этабында “Коркин ҡатламы” биләмәһенә кешеләр, хайуандар төшөп китмәһен өсөн 11 километр оҙонлоғонда ҡоймалар һуҙылды. Торбаүткәргестәр һалыу ҙа эш процесын хәүефһеҙ итеүгә юл асты. Һөҙөмтәлә янғын сығанаҡтары бөтөрөлдө. 2023 йылда бер генә ут сығыу осрағы ла күҙәтелмәне. Барлығы 560 мең квадрат метр майҙан эшкәртелде. Әйтергә кәрәк, ҙур эш башҡарылды. Артабанғы этапта “Коркин ҡатламы”на комбинаттан закладка материалы һалына башланы. Был эш бөгөнгө көндә лә алып барыла. Бындағы һыу тәбиғи шарттарҙа таҙарып, өҫкә ҡалҡа һәм ҡабат комбинатҡа ебәрелә, ул технологик процестарҙа ҡулланыла. Шулай итеп һыуҙы файҙаланыу системаһы ябыҡ, ул бер ҡайҙа ла түгелмәй.
“Коркин ҡатламы” ның Роза ҡасабаһы яғындағы көнсығыш сиктәрен нығытыу тигән тәүге маҡсат ҡуйылғайны, уға ла өлгәштек. Геомеханика йәһәтенән мәғлүмәттәр раҫланды, көнсығыш сигендә тотороҡлоҡ һаҡлана. Тимәк, беҙ эште дөрөҫ йүнәлештә алып барабыҙ. Өсөнсө этапта закладка материалын ҡатламға тултырыу, рекультивация эштәрен тамамлау, йәмле һыу ятҡылығын булдырыу күҙаллана. Иң һуңынан эргә-тирәһен йәшелләндереп, матурланған тәбиғәт мөйөшөн муниципалитетҡа тапшырыу маҡсаты бар. Эш күләме лә, яуаплылыҡ та ҙур. Бынан тыш беҙ һауаға сыҡҡан бүлендектәрҙе үлсәү, тупраҡҡа, өҫкө ҡатламдағы һыуҙарға йоғонтоно билдәләгән бойондороҡһоҙ мониторингылары үткәрәбеҙ. Барлыҡ был эштәрҙе башҡарыу еңел түгел, бөтә проблемаларҙы ла күҙ уңында тоторға кәрәк. Бойондороҡһоҙ аудиттарҙың һығымталары буйынса шуны билдәләргә мөмкин: “Коркин ҡатламы”на закладка материалы рәүешендә ҡуйыртылған ҡалдыҡтарҙы ҡулланып, Томинск тау-байыҡтырыу комбинаты техник яҡтан ауыр объектты яҡшы торошҡа килтерә алды, – тип һөйләне “Промрекультивация” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Игорь Дерябин.
Был проект 2047 йылға тиклем иҫәпләнгән. Шулай ҙа әленән үк ыңғай һөҙөмтәләр күренеүе һөйөндөрә. “Коркин ҡатламы”ндағы һыу ятҡылығына ҡоштар килә, бында аҡҡоштарҙы, ҡыр өйрәктәрен күрергә мөмкин. Күлдә балыҡтар булыуы ла уның таҙалығы тураһында һөйләй.
Тимәк, Томинск тау-байыҡтырыу комбинаты экологик яҡтан ҙур проблеманы йырып сығып килә.
Был төбәктә эш сәфәре менән булғас, ундағы халыҡтың да фекерен ишетке килде. Коркин муниципаль округы башлығының беренсе урынбаҫары Юлия Киядкина был проблема хәл ителеү менән халыҡтан мөрәжәғәттәрҙең дә ҡырҡа кәмеүен билдәләне.
–Коркин ҡалаһында тыуғанмын һәм бөгөнгө көндә лә шунда ғүмер итәм. Шуға ошо ҡалала йәшәүсе һәм хакимиәт хеҙмәткәре булараҡ был йәһәттән үҙемдең фекеремде белдерер инем. “Коркин ҡатламы”ндағы проблемаларҙы үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Ундағы янғындар арҡаһында ҡышын ҡар ҡара төҫтә була торғайны, төтөндө тын алып йөрөүе лә йонсотто. “Рус баҡыр компанияһы” тормошҡа ашырған рекультвация проекты был хәлде яҡшыртырға булышлыҡ итте. Янғындар ҙа туҡталды, ҡуйы төтөн дә таралды. Халыҡтан экологик хәлгә ҡағылышлы, төтөнгә зарланған мөрәжәғәттәр ҙә хәҙер беҙгә юҡ тиерлек, – тине ул.
Тере миҫал өлгөһөндә, “Коркин ҡатламы”ндағы хәлдәр менән танышҡандан һуң, “Рус баҡыр компанияһы” ның экологияға ҡарата иғтибарын күрҙек. Ғөмүмән, уның һәр эшмәкәрлегендә лә экологияға һаҡсыл мөнәсәбәте тойола.
Мәғдән ниндәй юл үтә?
Томинск тау байыҡтырыу комбинаты – Рәсәйҙең баҡыр етештереү тармағындағы иң күләмле, заманса һәм юғары технологиялы предприятиеларҙың береһе. Комбинаттың байыҡтырыу фабрикаһының эшкәртеү производствоһы ҡеүәте – йылына 45 миллион тонна мәғдән тәшкил итә, 160 мең тоннаға тиклем концентраттағы баҡыр етештерелә. Артабан эшкәртеү өсөн сеймал Свердловск һәм Силәбе өлкәһенең төҫлө металлургия предприятиеларына оҙатыла.
Файҙалы ҡаҙылмалар табыу һәм байыҡтырыу өлкәһендә заманса ҡорамалдар, автоматлаштырыу һәм донъялағы иң яҡшы технологиялар 0,3 проценттан да түбән баҡыры булған мәғдәнде лә һөҙөмтәле эшкәртергә булышлыҡ итә.
Карьерҙарҙа мәғдәнде сығарыу асыҡ ысул менән башҡарыла. Шартлатыу эштәре ярҙамында тау массаһы сығарыуға әҙерләнә. Тау тоҡомдары карьер самосвалдарына тейәлеп, эшкәртеүгә оҙатыла. Томинск ятҡылығынан мәғдән артабан ваҡлау бункерҙарына һалына, ошо рәүешле ыуалана. Сеймалдың артабанғы юлы байыҡтырыу фабрикаһында дауам итә, бында ул тирмәндәр ярҙамында тағы ла вағыраҡ өлөштәргә бүлгеләнә. Бындай эшкәртеү мәлендә таштар ҙа ҡом хәленә етә. Һуңынан ваҡланған фракция флотация цехына эләгә, бында ул һыу менән ҡатнаштырыла, һауа ярҙамында баҡыр күбек рәүешендә өҫкә ҡалҡа. Ә буш тоҡом һауыттың төбөнә ултыра. Артабан күбеккә ҡуйыртҡыс өҫтәлә, флокулянт менән ҡатнашып, баҡырҙың өлөшсәләре ҡуйыра. Фильтр-пресҡа эләккәндән һуң унан дым алына, шулай итеп баҡыр концентраты килеп сыға.
Мәғдәндең карьерҙан алып баҡыр концентраты килеп сыҡҡанға тиклем юлы менән эҙмә-эҙлекле таныштыҡ. Һәр ерҙә лә заманса ҡормалдар күҙгә ташлана, хәүефһеҙлеккә, тәртипкә лә иғтибар ҙур. Хеҙмәткәрҙәр менән һөйләшкәндә һәр береһенең үҙ эшен төптән белеүе иғтибар ителә. Башҡортостандан да яҡташтарыбыҙҙы осраттыҡ. Уларҙың Силәбе тарафтарында ла яуаплы вазифалар башҡарыуын күреп һөйөндөк.
Байыҡтырыу фабрикаһы начальнигы Ринат Шәрипов бында эштең нисек ойошторолоуын ентекле һөйләне, шул уҡ ваҡытта экология һорауҙарының иғтибар үҙәгендә булыуын билдәләне.
–Беҙҙәге эшмәкәрлек барыһы ла ҡануниәткә ярашлы алып барыла. “Росприроднадзор” хеҙмәте талаптары буйынса эшләйбеҙ, бойондороҡһоҙ лабораториялар тарафынан ла тикшереүҙәр башҡарыла, - тине яуаплы белгес.
Байыҡтырыу фабрикаһында смена начальнигы булып хеҙмәт итеүсе Нур Халиҡов Баймаҡ ҡалаһынан булып сыҡты. Был тармаҡта ул 20 йыллап хеҙмәт итә.
– Таусылар нәҫеленән мин. Ҡартатайым шахтер булды, атайым – таусы, мин дә уларҙың юлынан киттем. Быға тиклем Хәйбулла районында “Башмедь” предприятиеһында эшләгәйнем, – тип һөйләне яҡташыбыҙ.
Үҙенең эшен яратыуы күренеп тора, баҡыр концентраты алыу процесы тураһында бик ихлас итеп тәфсирләп аңлатып бирҙе.
Пульт менән идара итеү операторы булып эшләүсе Татьяна Ступина ла Сибай ҡыҙы булып сыҡты. Тау байыҡтырыу комбинаты эшләй башлағандан алып вахта менән йөрөп хеҙмәт итә. Предприятиела хеҙмәткәрҙәр өсөн булдырылған эш шарттары менән ҡәнәғәт булыуын белдерҙе ул.
Заманса ҡорамалдар экологияны һаҡлай
Томинск тау-байыҡтырыу комбинатында производствола экология хәүефһеҙлеге һорауҙарына, тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоно мөмкин тиклем кәметеүгә айырыуса ҙур иғтибар йүнәлтелгән. Атмосфера һауаһын, тупраҡты, хайуандар донъяһын, ҡоштарҙы, ер өҫтөндәге һәм ер аҫтындағы һыу ресурстарын һаҡлау өлкәһендә комбинатта иң яҡшы технологиялар индерелгән. Туҙан барлыҡҡа килеүен кәметеү, уны производство әйләнешенә ҡайтарыу өсөн фабриканың барлыҡ төп участкаларында ла аспирация ҡорамалы ҡуйылған, карьерҙа һыу менән туҙанды баҫыу көйләнгән, был эштәр һауа, тупраҡ, хайуандар, ҡоштар донъяһы, һыу өсөн хәүефһеҙ итеп башҡарыла.
Һыу менән тәьмин итеү системаһының ябыҡ булыуы таҙартыу циклынан ҡалған технологик һыуҙы күп тапҡырҙар файҙаланырға булышлыҡ итә.
Производство экология контроленә ярашлы, ер өҫтөндәге һәм ер аҫтындағы һыуҙарҙы, атмосфера һауаһын, сәнәғәт бүлендектәрен, тупраҡ ҡатламын күҙәтеү башҡарыла. Һыу биоресурстарына йоғонтоно баһалау өсөн “Главрыбвод” федераль дәүләт бюджет учреждениеһы менән килешеү төҙөлгән. Йыл һайын Силәбе дәүләт университеты тарафынан Шершневск һыу ятҡылығы мониторингылана.
Томинск тау байыҡтырыу комбинаты “Йортобоҙҙо йәшелләндерәйек” тигән акцияла ла әүҙем ҡатнаша. Уға ярашлы ирекмәндәр тырышлығы менән Силәбе өлкәһе биләмәһендә ағас үҫентеләре ултыртыла.
Томинск тау байыҡтырыу комбинатында шартлатыу эштәрен мониторингылау маҡсатында 2022 йылдан алып “Рәсәй фәндәр академияһының Урал бүлексәһенең Пермь федераль тикшеренеү үҙәге”н йәлеп итеп, эргә-тирәләге тораҡ пункттарҙа стационар сейсмология станциялары селтәре ҡуйылған. Был ҡорамал шартлатыу эштәренең биналарға һәм ҡоролмаларға тәьҫирен баһаларға ярҙам итә.
Яҙып үтеүебеҙсә, был предприятиеның ҙур бер үҙенсәлеге лә бар. Ул ҡалдыҡтарҙы (һыу менән ваҡланған ҡом) һаҡламаған берҙән-бер предприятие булып тора. Был ҡатнашма закладка материалы етештереү цехына йүнәлтелә. Унда ул ҡуйыртылып, пульпаүткәргес буынса “Коркин ҡатламы” на оҙатыла.
Томинск тау байыҡтырыу комбинатын төҙөр алдынан халыҡта, әлбиттә, нисек йоғонто яһар тигән ҡурҡыу, шик тә йөрөй. Ләкин улар бушҡа була. Был турала Томинск ауыл биләмәһе башлығы Татьяна Голубицкаяның фекере менән ҡыҙыҡһындыҡ.
–Томинск тау байыҡтырыу комбинатының төҙөлөүе беҙгә бер ниндәй ҙә кире йоғонто яһаманы. Әлбиттә, тәүге осорҙа “һыу юғаласаҡ, күлдәрҙә һыу булмаясаҡ” тигән һүҙ йөрөнө. Улар раҫланманы. Биләмәлә өс күлебеҙ бар, уның береһенең киреһенсә әленән - әле һыуы тулып ярҙарынан сыға. Баҡсаларҙы баҫмаһын өсөн, халыҡ уның һыуын ситкә ебәреүҙе һорай. Тәүҙә халыҡ шартлатыу эштәренән дә ҡурҡып торҙо. Уның да зыяны булманы, йорттарыбыҙға йоғонто яһаманы. Ғөмүмән, был проектты тормошҡа ашырыу тирә-яҡ мөхиткә бер ниндәй ҙә насарлыҡ һалманы.
Тәбиғәтте һаҡлау өсөн Томинск тау байыҡтырыу комбинаты менән әленән-әле саралар үткәреп торабыҙ. Ул һәр башланғысыбыҙға терәк . Һыу пляжы биләмәһен йыйыштырыу һәм башҡа саралар буйынса берлектә өмәләргә сығабыҙ. Ағас үҫентеләре ултырытыу буйынса акциялар уҙғарабыҙ.
Беҙҙең биләмәлә ошондай предприятие булыуына шатланабыҙ ғына, – тип һөйләне ауыл биләмәһе башлығы.
Рус баҡыр компанияһының һәр өлкәләлә лә ярҙамы тойола. Социаль объекттарҙы ремонтлауҙа, йыһазландырыуҙа улар булышлыҡ итә. Коркин ҡалаһында 32-се балалар баҡсаһы һәм “Ҡайынҡай” спорт комплексы өлгөһөндә лә был күренеште күрҙек.
ФЕКЕР.
Рәшит МАННАНОВ, Томинск тау байыҡтырыу комбинатының техник директоры:
- “Коркин ҡатламы” 1930 йылдарҙан эшләгән ҙур күмер ятҡылығы булды. Был эш туҡтатылғас, унда яныу, төтәү проблемаһы килеп сыҡты. Ҡуйы төтөн Силәбе һәм башҡа ҡалаларға тикем барып етте, был төбәк өсөн ҙур экологик фажиғә ине. Томинск тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөгәндә тәүҙә ул был проблеманы хәл итеүгә тотоноу тураһында план булмағайны. Силәбе өлкәһе хакимиәте менән эш барышында ошондай ҡарар ҡабул ителде. 2020 йылдың мартында беҙҙең комбинат эш башланы һәм “Коркин ҡатламы”на комбинаттан закладка материалы ла оҙатыла башланы. Уның араһы яҡынса 14 километр тирәһе. Бының өсөн өс пульпанасос станциялары төҙөлдө, пульпаүткәргестәр һуҙылды. Шул йылдың көҙөнә “Коркин ҡатламында” төтәү күренеше ҡырҡа кәмене, тиҙҙән бөтөнләй юғалды. Комбинат экология проблемаһын хәл итеүгә тотонғансы, “Коркин ҡатламы”ның бер ярынан икенсеһе төтөн арҡаһында күренмәй ҙә ине.
Томинск предприятиеһы төҙөлә башлағанда ла халыҡта ҡурҡыу булыуын әйтергә кәрәк. “Һыуҙы ҡайҙан алаһығыҙ?”, “Урмандар менән нимә булыр?”, “Беҙгә күсеп китергәме?” тигән һорауҙар борсоно урындағы халыҡты. Тау байыҡтырыу комбинаты эшләй башлауға биш йыл ваҡыт үтте, хәҙер киреһенсә “Ни өсөн ҡаршы төшкәнбеҙ икән?” тигән үкенес ишетелә.
Бер эш тә тота килеп башланмай, беҙҙең эшмәкәрлектә экология яғы төптән уйланыла.
Валерия ФИЛИППОВА, комбинаттың тирә-яҡ мөхитте һаҡлау бүлеге начальнигы:
–Беҙҙең бүлектә биш хеҙмәткәр эшләй, һәр береһе үҙенең эшмәкәрлек йүнәлешен алып бара. Һауа атмосфераһын , һыу ресурстарын һаҡлау, ҡалдыҡтар менән эш итеү, урмандарҙы һаҡлау һәм тергеҙеү буйынса әйҙәүсе инженерҙар хеҙмәт итә.
Һәр предприятиела булырға тейешле барлыҡ рөхсәт документтарынан тыш, беҙ алып барған башҡа мөһим бурыстар ҙа бар. Мәҫәлән, предприятиеның тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон баһалау маҡсатында төрлө ойошмалар менән килешеүҙәр төҙөлгән.
Социаль яуаплылыҡ тураһында ла онотмайбыҙ. Ошо маҡсатта Силәбе өлкәһенең һунарсылар һәм балыҡсылар ойошмаһы менән биш йыллыҡ килешеү бар. Тау-байыҡтырыу комбинаты эргәһендәге биләмәлә йәйге - ҡышҡы осорҙа хайуандарҙы өҫтәмә ашатыу сараһын күрәбеҙ.
Уңайлы булмаған метеорологик шарттарҙа шартлатыу эштәрен алып барыу тыйылған, был талап та ҡәтғи үтәлә. Бынан тыш торлаҡ төҙөлөштәренә йоғонто булыу-булмауын билдәләү маҡсатында тикшеренеү эштәре алып барабыҙ.
Һауа, тупраҡ, һыу - ғөмүмән, барыһы ла беҙҙең күҙ уңында. Бынан тыш санитар-һаҡлау зонаһында тауыштар, вибрация, электромагнит тулҡындары ла контролдә тотола. Эшмәкәрлек мәлендә рөхсәт документтарына ғына ярашлы эш алып бармайбыҙ, предприятиеның тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон булдырмау маҡсатында өҫтәмә саралар ҙа күрәбеҙ.
Айрат НУРМӨХӘММӘТОВ фотолары.