Иҡтисад
7 Май 2025, 09:30

Һәр өлкәлә ярҙам тоялар

Предприятиеның халыҡҡа  файҙаһы ҙур

Һәр өлкәлә  ярҙам  тояларҺәр өлкәлә  ярҙам  тоялар
Һәр өлкәлә ярҙам тоялар

Аяғында ныҡлы баҫып торған көслө  предприятиелар үҙҙәренең  төбәгендә йәшәүсе халыҡ өсөн уңайлы көнкүреш шарттары хәстәрләүҙе лә үҙ иңенә ала. Быны беҙ Силәбе өлкәһенең Варна районына эш сәфәре мәлендә үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек. Халыҡҡа социаль яҡтан ярҙам итеү, экологияны һаҡлау – заманса эш алымдары.

Был райондың бер быуатлыҡ тарихы бар. Үткән йылда ул үҙенең 100 йыллығын билдәләгән. Силәбе өлкәһенең көньяҡ-көнсығыш өлкәһендә урынлашҡан  Варна районының дөйөм майҙаны дүрт мең квадрат километрға яҡын. Ул Чесма, Ҡарталы райондары һәм Ҡаҙағстан менән сиктәш.  Бында  13 ауыл биләмәһе иҫәпләнә. Райондың иҡтисади потенциалын сәнәғәт һәм ауыл хужалығы тәшкил итә. Ҡаҙнаны тулыландырыусы  төп предприятие – “Рус баҡыр компанияһы” ның Михеев тау-байыҡтырыу комбинаты.

 

Предприятие район ҡаҙнаһына  тос өлөш индерә

  Михеев тау-байыҡтырыу комбинаты тирә-яҡта  уңышлы эшләүе менән дан ҡаҙанған.  Ул илебеҙҙәге заманса юғары технологиялы предприятиеларҙың береһе. Баҡыр сығарыу һәм эшкәртеүҙең барлыҡ этаптарында предприятие алдынғы техник йыһаздар менән тәьмин ителгән. Предприятиены төҙөгәндә, артабанғы эшендә донъялағы иң алдынғы технологиялар ҡулланыла. Шул уҡ ваҡытта  ул заманса экологик стандарттарға ла яуап бирә. Шуға ла комбинат эшләй башлағас, тиҫтә йылдан һуң да эргә-тирәләге далаларҙа, ваҡ урмандарҙа хайуандар, үҫемлектәр донъяһы һаҡланып ҡала, был тирәне ҡабан сусҡалары, ҡоралайҙар, төлкөләр төйәк иткән, һыу ятҡылыҡтарында аҡҡоштар оя ҡора.

Ятҡылыҡта тәүге тапҡыр баҡырҙы 1953 йылда сығаралар, ләкин ул ваҡытта баҡыры бик ярлы һәм перспективаһыҙ тип иҫәпләнә. Фән һәм техника алға киткәс, ҡабаттан ятҡылыҡты эшкәртеүгә тотоналар. Предприятиены ике йыл эсендә төҙөп, файҙаланыуға тапшыралар.

Хәҙер Михеев комбинаты – Варна районының ғорурлығы һәм ныҡлы таянысы. Бөгөнгө көндә муниципаль бюджетҡа барлыҡ килемдәрҙең яртыһынан күбеһе Михеев тау-байыҡтырыу комбинатынан һәм уның менән бәйле булған подрядсы ойошмаларҙан килә. Былтырғы йылға күҙ һалғанда район ҡаҙнаһы килеменең дөйөм суммаһының 52 проценты “Михеев тау-байыҡтырыу комбинаты” акционерҙар йәмғиәтенең һалым керемдәре иҫәбенә тәьмин ителгән.

   Предприятиеның үҙендә лә  уңайлы социаль инфраструктура көйләнгән. Биләмәлә тәүлек әйләнәһенә эшләгән медпункт, ашхана бар, хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы ятаҡ булдырылған. Мунса-кер йыуыу комбинаты булыуы ла эшселәрҙе хәстәрләй. Душ керергә, махсус кейемде йыуырға тапшырырға мөмкин. Буш ваҡыт эләккәндә футбол, волейбол, баскетбол уйнарға, фитнес менән шөғөлләнергә була.  

Бөгөн Михеев тау-байыҡтырыу комбинатында 1800-ләп кеше хеҙмәт итә. Уларҙың күпселеге – Варна һәм күрше Ҡарталы  халҡы.   Эшселәрҙе ташыу ҙа   ойошторолған. Шифаханаларҙа һаулыҡты бушлай нығытыу мөмкинлегендә лә предпрятиеның үҙ эшселәрен хәстәрләүе күренә.

 Етештереүҙәге уңыштар менән бер рәттән предприятие  халыҡтың социаль проблемаларын хәл итеүгә лә ҙур иғтибар бирә. Баҡыр концентраты етештереүсе Михеев тау-байыҡтырыу комбинаты тиҫтә йылдан ашыу эшләү дәүерендә урындағы халыҡ уның изгелеген байтаҡ татып өлгөргән.

 

 Балаларҙы төрлө ауылдарҙан бассейнға килтерәләр

 

Район үҙәге Варнала күркәм физкультура-һауыҡтырыу комплексы урындағы халыҡтың мәнфәғәтен, сәләмәтлеген хәстәрләп, Михеев тау-байыҡтырыу комбинаты көсө менән  төҙөлә Тотош район халҡы өсөн ҡыуаныслы ваҡиға була ул. Райондың төрлө  ауылдарынан йөрөүҙәре учреждениеның ни тиклем кәрәкле булыуы тураһында һөйләй. Көнөнә бында яҡынса 300-ләп кеше килә. Ял, байрам көндәрендә халыҡ тағы ла күбәйә.

Физкультура-һауыҡтырыу комплексы начальнигы Елена Копусяк был комбинатта электән эшләй, 2020 йылдан ошо комплекстың етәксеһе итеп тәғәйенләнә :

–  Беҙҙең физкультура-һауыҡтырыу комплексы  Михеев тау-байыҡтырыу комбинатына ҡарай. Бындағы уңайлыҡтар барыһы ла Варна ауылы һәм район халҡы өсөн булдырылған. Тренажер залы, спорт һәм балалар бассейны бар. Тренажер залына олоһо ла, кесеһе лә йөрөй. Балалар бассейнына хатта бер нисә айлыҡ сабыйҙары менән әсәйҙәр килә.  Үҙебеҙҙең лаборант һыуҙың таҙалығын иғтибар үҙәгендә тота.  Анализ һәр дүрт сәғәт һайын алынып, даими  тикшерелеп тора. Хаҡтары ла ҙур түгел. Бассейнға, тренажер залына бер тапҡыр  килеү өсөн билет 100 һум тәшкил итә. Пенсионерҙар һәм 18 йәшкә тиклемге балалар өсөн иһә инеү хаҡы – 50 һум. Өс йәшкә тиклем балаларға был хеҙмәт бушлай күрһәтелә. 2022 йылдан Балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбе менән йөҙөү йүнәлешендә килешеү төҙөлдө. Уға ярашлы, VI-VII класс уҡыусылары бассейнға бушлай йөрөй, йөҙөү буйынса дәрестәр ала. Мәғариф бүлеге менән берлектә балаларҙы ауылдарҙан ташыу ҙа ойошторолған.  37 ауыл булһа, график буйынса уларҙан балалар килтерелә һәм бассейнда шөғөлләнәләр, – тип һөйләне комплекс етәксеһе.

Михеев тау-байыҡтырыу комбинатының хеҙмәткәрҙәре, уларҙың туғандары, балалары  үҙҙәренә уңайлы ваҡытта физкультура -һауыҡтырыу комплексына килеп, спорт менән бушлай шөғөлләнә.  Cәләмәт тормошто үҙ итеүселәр өсөн иртәнге 9-ҙан 21 сәғәткә тиклем спорт учреждениеһының  ишектәре асыҡ.

Ғөмүмән, Варна районында Михеев комбинаты  спортты үҫтереүгә, сәләмәт тормош алып барыуҙы формалаштырыуға ҙур иғтибар бүлә. Физкультура-һауыҡтырыу комплексы миҫалында был йүнәлештәге эштең бәләкәй генә бер өлөшөн күрҙек.

 Районда 20-ләп спорт төрө үҫеш алған: футбол, волейбол, баскетбол, мини-футбол, еңел атлетика, грек-рим көрәше һәм башҡалар.  Йыл һайын 120-нән ашыу спорт сараһы уҙғарыла. Спортты үҫтереү өсөн булдырылған ыңғай шарттар был өлкәлә уңыштар яулауға юл аса. Шуға Варна районы спортсылары Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙан әленән-әле уңыштар яулап ҡайта.

 

  Мәктәбен дә, балалар баҡсаһын да хәстәрләйҙәр

 

Варнала – эш йәһәтенән, балаларҙы уҡытыу, әүҙем тормош алып барыу өсөн барлыҡ шарттар ҙа бар.  Был төбәк  Карл Орф исемендәге гимназияһы менән дә данлы.  Әлеге  уҡыу учреждениеһы – филология, сәнғәт, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәре буйынса тәрән белем биргән Рәсәйҙәге берҙән-бер ауыл гимназияһы. Театр, бейеү, шиғриәт, музыка аша белем бирелә. Өс йыл элек мәктәп белем биреү системаһын  яңыртыуға ярашлы, был бина капиталь ремонтланған. Уны  йыһазландырыуҙа Михеев тау-байыҡтырыу комбинаты финанс ярҙамы күрһәтә.

2017 йылда   комбинат райондағы иң ҙур 1-се мәктәп ихатаһын төҙөкләндереүҙә лә әүҙем ҡатнаша. Мәктәптең ял  биләмәһендә Варна ауылының тәүге уҡытыусыһына арналған скульптура предприятиеның тырышлығы менән барлыҡҡа килгән.

Варна ауылындағы “Умка” мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы өсөн дә  комбинат финанс яғынан  ныҡлы таяныс булып тора. Был балалар баҡсаһында ла булып, уңайлы шарттарҙы күреп сыҡтыҡ.  Уның бинаһы район өсөн тарихи яҡтан бик әһәмиәтле, сөнки Бөйөк Ватан һуғышы осоронда бында яралы летчиктар өсөн госпиталь урынлашҡан, һуғыштан һуң унда һигеҙ йыллыҡ мәктәп асыла.

Комбинаттың финанс ярҙамы менән балалар баҡсаһының биләмәһендә тематик майҙансыҡтар барлыҡҡа килә: мәҫәлән, “Йәшел маршрут” тигән экологик һуҡмаҡ, метеостанция, фитоҡала, “Айболит өйө”. Спорт майҙансыҡтары ла – бәләкәстәрҙең яратҡан урыны. Балалар  баҡсаһында  булдырылған матди база бәләкәйҙән инженер, агроном, таусы, металлург һымаҡ мөһим һәм ҡыҙыҡлы һөнәрҙәр тураһында белеп үҫергә ярҙам итә.   

Комбинаттың йәш быуынға ярҙамы тураһында тағы ла әллә күпме яҙырға мөмкин. 1 сентябрь алдынан “Рус баҡыр компанияһы” райондың барлыҡ 1-се класс уҡыусылары өсөн бөгөнгө заман талаптарына яуап биргән рюкзактар, сифатлы канцелярия тауарҙары бүләк итеүе лә йолаға ингән  мәрхәмәтлек сараларының береһе.

-Михеев тау-байыҡтырыу комбинаты мәктәп уҡыусылары өсөн даими экскурсиялар ойоштора. Бындағы заманса производство комплексы балалар өсөн дә ҡыҙыҡлы. Йәштәр комбинаттың нисек эшләүен башынан аҙағынаса күҙәтә ала. Европа кимәлендәге экологик яҡтан хәүефһеҙ производство эшен улар үҙ күҙҙәре менән күрә, – ти район хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Людмила Яруш.

 

Мәҙәниәт йорттары ла, дауаханалар ҙа яңыртыла

Варна районында мәҙәни тормош та гөрләп тора. Береһенән-береһе уңышлы ижади коллективтар төрлө конкурстарҙа урындар яулай. Мәҙәниәтте үҫтереү өсөн шарттар ҙа даими иғтибар үҙәгендә.

Район хакимиәтенең мәҙәниәт һәм спорт бүлегенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, һуңғы биш йыл эсендә районда 20-гә яҡын мәҙәниәт учреждениеһы ремонтланып, кейем сәхнәһе, тауыш ҡорамалдары,  креслолар, музыка ҡоралдары һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр менән йыһазландырылған. Быйыл да мәҙәниәт иғтибарһыҙ ҡалмай. “Силәбе өлкәһендә мәҙәниәт үҫеше” дәүләт программаһына ярашлы, Катенино ауылында әлеге көндә яңы модулле мәҙәниәт йорто төҙөлә. Әйтергә кәрәк, был эштәрҙең барыһы ла  Михеев тау-байыҡтырыу комбинаты ҡатнашлығында, уның  ярҙамы менән башҡарыла.

Варна ауылында 55 йыллыҡ тарихы булған Тыуған яҡты өйрәнеү музейы ла – был төбәктең тарихын сағылдырған, халыҡты йәлеп итеп торған мөһим  урын. Киләсәктә әлеге  музейҙы ремонтлау ниәте менән дә уртаҡлаштылар.

Михеев тау-байыҡтырыу комбинаты учреждениеларҙы төҙөкләндереүҙә, йыһазландырыуҙа ғына ярҙам итеп ҡалмай, мәҙәни сараларҙы уҙғарыуға ла   үҙ өлөшөн индерә. Районда күркәм йолаға әүерелгән, халыҡ иң яратҡан байрамдарҙың береһенә әйләнгән  Варна көнөн уҙғарыуға ла комбинат йыл һайын булышлыҡ итә.  Һөҙөмәлә байрам тағы ла сағыуыраҡ төҫ ала.

Һаулыҡ һаҡлау тармағы ла комбинаттың даими ярҙамын тоя. Предприятие район дауаханаһының терапия, балалар, хирургия, акушер бүлектәрен ремонтлауҙа ҡатнашҡан, поликлиника ла   яңы төҫ алған. Ковид пандемияһы башланғас,  пациенттар һаны ҡырҡа артҡан мәлдә индивидуаль һаҡланыу саралары менән ярҙам итеүҙә  Михеев комбинаты ныҡлы таяныс була.

2017 йылда беренсел ҡан тамырҙары бүлексәһе асылыуына ла  предприятие ҙур йоғонто яһай. Беренсел ҡан тамырҙары бүлексәһе өсөн бинаны ремонтлауҙа, кәрәкле ҡорамалдар, медицина йыһаздарын алыуҙа ярҙам күрһәтә. Ауыл ерендә булдырылған яңы  бүлексәнең Варна районы эргәһендәге дүрт район халҡын да хеҙмәтләндереүен иғтибарға алғанда,  уның  төбәк өсөн ни тиклем кәрәкле булыуын аңларға мөмкин.

 

ФЕКЕР

Аманкелде ИСҠАҠОВ, Катенино ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы:

– Беҙҙең ауыл биләмәһенә дүрт ауыл ҡарай. Михеев тау-байыҡтырыу комбинаты барлыҡҡа килгәндән алып, ул  ауыл халҡының йәшәйешенә  һәр ваҡыт ярҙам итә.  Хәстәрлек төрлө өлкәлә тойола. Мәҫәлән, ҡышҡы осорҙа юл таҙартыуға булышлыҡ итәләр. Әлеге көндә уларҙың ярҙамында ҙур йөк машиналары ауылды  урап үтә торған юл төҙөү буйынса эш башланырға тора.  

  Катенинолағы балалар баҡсаһы өсөн дә предприятиеның ярҙамы ҙур. Унда ҙур ремонт эштәре башҡарылды, бүлмәләре йыһазландырылды. Шулай уҡ мәктәпкә ҡарата ла хәстәрлеген тоябыҙ. Апрелдә Катенинола 200 тамашасыға иҫәпләнгән яңы Мәҙәниәт йорто төҙөлә башланы. Ул дәүләт программаһы буйынса һалынһа ла, Михеев тау-байыҡтырыу комбинаты ла  финанслауҙа ярҙам итә. Йыл аҙағына саҡлы объектты  төҙөп бөтөү ниәтләнә.

 Ошондай ҙур предприятиеның беҙҙә  урынлашыуы менән Катенино ауыл биләмәһе халҡы ныҡ уңды тигән фекерҙәмен. Финанс ярҙамы булһынмы, хәйриә сараларымы – береһенән дә ситтә ҡалмай. Мин дүрт йыл ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булып эшләгән дәүерҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүҙең  бер осрағы ла  кире ҡағылманы.

Беҙҙең ауыл биләмәһенән күптәр ошо предприятиела хеҙмәт итә. Эш урындары булыуы ла халыҡ өсөн файҙа. Махсус хәрби операциялағы яугирҙәргә ярҙам итеү булһынмы, бәләгә тарыған ғаиләләргә булышлыҡ итеүме  – береһенән дә комбинат ситтә ҡалмай.

Предприятие етәкселегенә бының өсөн рәхмәтебеҙ сикһеҙ, артабан да берлектә халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләп эшләргә яҙһын.

 

Вера УШАКОВА, “Умка” балалар баҡсаһы мөдире, Варна ауылы:

– Был балалар баҡсаһы 2016 йылдың сентябрь айында  реконструкциянан һуң асылды. Михеев тау-байыҡтырыу комбинаты ярҙамы менән интерактив ҡоролмалар алынды, майҙансыҡтар йыһазландырылды, саф һауала  йөрөү өсөн  урындар булдырылды,  биләмәбеҙгә асфальт түшәлде.

Ғөмүмән, һәр ваҡыт предприятиеның иғтибарын тоябыҙ. Ниндәйҙер ярҙам кәрәкһә, мөрәжәғәт итәбеҙ. Улар беҙҙең социаль партнерҙар, финанс яғынан һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙалар. Быға байтаҡ миҫал килтерергә мөмкин. Яңы йыл байрамына һәр балаға матур бүләктәр тапшырылыуы ла – иғтибар, хәстәрлек билдәһе.

Беҙҙең балалар баҡсаһына сабыйҙарын урынлаштырырға теләүселәр  һаны  бик күп. Шулай ҙа тәүге сиратта тау-байыҡтырыу комбинатында эшләүселәрҙең балалары ҡабул ителә. Бәләкәстәр ҙә, уларҙың ата-әсәләре лә бик ҡәнәғәт.

Үҙ эшен белгән, балаларҙы яратҡан хеҙмәткәрҙәр тупланыуы менән дә ғорурлана алабыҙ. Беҙгә эш һорап йәштәр ҙә күп килә. Быйыл ғына биш йәш педагог эшкә урынлашты. Хеҙмәт урындары менән ҡыҙыҡһынып торалар, тәрбиәсе йәки тәрбиәсе ярҙамсыһы етмәү күренеше юҡ, кадрҙар яғынан ҡытлыҡ кисермәйбеҙ.

Был, әлбиттә, тәүге сиратта балалар баҡсаһында тыуҙырылған уңайлы шарттарға ла бәйле.

 Айрат НУРМӨХӘММӘТОВ фотолары.

Силәбе өлкәһе.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Һәр өлкәлә  ярҙам  тоялар
Һәр өлкәлә  ярҙам  тоялар
Һәр өлкәлә  ярҙам  тоялар
Һәр өлкәлә  ярҙам  тоялар
Һәр өлкәлә ярҙам тоялар
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас