Иҡтисад
12 Май 2025, 09:30

Власть вәкилдәре халыҡ менән осрашты

Был юлы ла буранғолдарҙы бынан бер нисә йыл элек Исхаҡ ауылында теркәлгән себер түләмәһе сире, унан ауырып үлгән кешеләрҙе ауыл зыяратында ерләүҙәре, Салауат утары янында радиация утилләштереү урындарының булыуы, ҡасандыр был хаҡта иҫкәртеүсе билдәләрҙең юҡҡа сығыуы һәм башҡа экологияға бәйле һорауҙар борсоно.

Власть вәкилдәре халыҡ менән осраштыВласть вәкилдәре халыҡ менән осрашты
Власть вәкилдәре халыҡ менән осрашты

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, күптән түгел Әбйәлил районының Буранғол һәм Амангилде ауылында “Салауат “яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре менән осрашыу үтте. Һәм халыҡты борсоған һорауҙарға тулы яуап биреү маҡсатында республика министрлыҡтары вәкилдәре менән осрашыу тәҡдиме яңғыраған ине.

Ошо көндәрҙә Буранғол ауылы халҡы йәнә осрашыуға йыйылды. Был юлы улар алдында БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов, БР ветеринария идаралығы начальнигы урынбаҫары Раян Шаһимөхәмәтов сығыш яһаны.

Осрашыуҙы Буранғол ауыл биләмәһе башлығы Фуат Мәхмүтов менән Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы ағзаһы, Урал аръяғы райондары буйынса куратор Хәлил Рахматуллин алып барҙы. Был юлы ла буранғолдарҙы бынан бер нисә йыл элек Исхаҡ ауылында теркәлгән себер түләмәһе сире, унан ауырып үлгән кешеләрҙе ауыл зыяратында ерләүҙәре, Салауат утары янында радиация утилләштереү урындарының булыуы, ҡасандыр был хаҡта иҫкәртеүсе билдәләрҙең юҡҡа сығыуы һәм башҡа экологияға бәйле һорауҙар борсоно.

 

Исхаҡ ауылында себер түләмәһе сире булғанмы?

БР ветеринария идаралығы начальнигы урынбаҫары Раян Шаһимөхәмәтов белдереүенсә, ысынлап та Исхаҡ ауылында себер түләмәһе сире документтарға ярашлы теркәлгән.1959 йылдың декабрь айында, бер ғаиләнеәң шәхси ихатаһында бер һыйырҙың сирләүе асыҡлана. Хужалары уны һуя. Себер түләмәһе икәнлеге асыҡланғас, һуйылған мал тулыһынса яндырыла, шулай уҡ һарайҙары ла юҡ ителә. 1960 йылда ошо уҡ хужалыҡта йәнә себер түләмәһе сире асыҡлана, был юлы бер һарыҡта табыла. Мал да, йорт та, барлыҡ кәртә–ҡаралды тулыһынса яндырылып, был урын хлор менән тейешле кимәлдә эшкәртелгәндән һуң биләмә урыны кәртәләп алына. Шулай уҡ иҫкәртеү билдәләре эленә.

2013 йылда Әбйәлил районында көслө ташҡындар теркәлә һәм  ауыл халҡының һорауы буйынса 20 кешенән торған комиссия ҡайтанан был урынды махсус тикшереп, биләмәне тулыһынса бетон япмаһы менән ҡаплайҙар. 2008 һәм 2011 йылдарҙа был урын йәнә тикшереү үтә һәм себер түләмәһенең бөтөнләй булмауы асыҡланы. Урындағы халыҡтың был юҫыҡта борсолоуҙарын аңларға мөмкин, әммә урынһыҙ. Ошо йылдар дауамында төбәктә бөтөнләй себер түләмәһе сире теркәлмәгән.

Шулай уҡ сығыш яһаусылар араһында Исхаҡ зыяратында себер түләмәһе менән сирләп үлеүселәрҙе ерләгәндән һуң унда ауыл халҡы башҡаса бөтөнләй бармауҙары һәм вафат булыусыларҙы күрше Буранғол зыяратында ерләүҙәре хаҡында белдерҙе. Әммә ҡасандыр , ни өсөндөр ҡайтанан Исхаҡ зыяратында вафат булған ауылдаштарын ерләү башланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле зыярат урынлашҡан урын йылғаға яҡын булғанлыҡтан, уның тирә- яғы йыл айын йылға  ярҙары тарафынан  йыуыла башлаған. Был хаҡта раойн хакимиәтенә лә мөрәжәғәт иткәндәр, ниндәйҙер ҡарарҙар ҙа ҡабул ителгән, әммә эш башҡарылмаған. Ауыл халҡы сир менән үлеүселәрҙең ҡәберҙәре йыуылып, улар һыулаған йылғаға төшөп ҡуйыу ихтималлығы барлығын да иҫкәртте. Был хаҡта район хакимиәте яҡын арала ҡарар ҡабул итер һәм эште аҙағына тиклем атҡарып сығыр, тигән ышаныста ҡалайыҡ.

 

Радиация утилләштереү урындарының булыуы дөрөҫлөккә тап киләме?

Буранғол ауылы халҡы әйтеүҙәренсә, элек– электән бесәнлек ерҙәрендә радиация утилләштереү урындары булыуҙары хаҡында иҫкәртеүсе билдәләр булған, һуңғы ваҡытта улар сәйер шарттарҙа юҡҡа сыҡҡан. Ҡасандыр урмансы булып эшләгән ағайҙар ҙа бының дөрөҫлөгөн раҫлай һәм ул урындарҙы күрһәтергә әҙер булыуҙарын да белдерҙе.

Сығыш яһаусыларҙың һорауҙарына БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Кирилл Первов яуап бирҙе.

“Был хаҡта 2020 йылдарға тиклем мөрәжәғәт итеүселәр булды, имеш тә ул урындарҙа радиоактивлы объекттар торған һәм башҡалар. Бөгөн шуны әйтәм: радиация утилләштереү урындары, уның ҡалдыҡтарының күмелеүе йә иһә радиацияға бәйле  башҡа нәмәлер бөтөнләй юҡ. Беҙ махсус рәүештә белгестәрҙе ебәрҙек, улар заман талаптарына яуап биргән ҡоролмалар менән тирә–яҡты тикшереп сыҡты. Бер ниндәй ҙә радиацияның булыуы күҙәтелмәне. Ә инде ундағы билдәләргә килгәндәй, шуны әйтергә мөмкин:  ҡасандыр бәлки, был урындарҙа геология разведкалары үткәрелгәндер һәм уларҙан тороп ҡалыуы ла мөмкин. Радиация ҡалдыҡтары торбаларҙа күмелмәй”,–тине Кирилл Первов.

Әйткәндәй, был мәсьәләгә аныҡлыҡ индереү маҡсатында министрлыҡ вәкилдәре ауыл халҡы менән берлектә комиисия төҙөп, шул урындарҙы белгән кешеләр менән бергәләшеп барып, ҡайтанан тикшереү кәрәклеген белдерҙе. Был тәҡдимгә барыһы ла ыңғай яуап бирҙе һәм һәм яңы комиссия менән бергәләшеп яҡын арала барырға теләк белдерҙе.

 

Тәбиғәтебеҙҙән ни ҡалыр?

Осрашыуҙа иң күп яңғыраған һорауҙар тирә–яҡ тәбиғәткә, уны уратып алған урман–ҡырҙарға, эсәр һыуҙарҙың яҙмышына, Оло һәм Кесе Ҡыҙыл йылғалары юҡҡа сыҡмаҫмы, ундағы балыҡтар үлеп бөтмәҫме, Ҡырҡты һыртында, Салауат утары янындағы “Ҡыҙыл китап”ҡа ингән үҫемлектәр, хайуандар бөтөнләй юғалмаҫмы, тигән фекерҙәргә ҡайтып ҡалды. Быларҙың барыһына ла БР тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов яуап ҡайтарҙы.

“Мин һеҙҙең  тыуған тәбиғәтегеҙ, уның киләсәге өсөн борсолоуҙарығыҙҙы аңлайым, элек электән экология–халыҡты иң борсоған мәсьәләләрҙең береһе. Эсәр һыу таҙалығы, һулар һауа сафлығы, тәбиғәттән файҙаланыу мәсьәләләре гел иғтибар үҙәгендә. Был тәңгәлдә шуны әйтер инем: беҙ “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте өсөн яуап бирә алмайбыҙ. Тик бер нәмәне һыҙыҡ өҫтөнә алам, әле карьер эш башламаған, әммә проект буйынса геологик тикшеренеүҙәр үткәреүгә лицензия ҡағыҙы бар. Ул республика Хөкүмәте тарафынан да, беҙҙең тарафтан бирелмәгән, ә ил Хөкүмәте тарафынан хуплау тапҡан. Бөгөн бер ниндәй предприятие ла үҙ эшен разведка булмай тороп үҙаллы башлап китә алмай. Уға ярашлы халыҡ тыңлауҙары үтеү ҡаралған, уның киләсәктә тәбиғәт өсөн ни тиклем зыянлы, экологияға хәүеф янау, янмауы бөтә инстанциялар тарафынан етди тикшерәләсәк. Беҙ һеҙҙең алдығыҙҙа әлегә борсоған һорауҙарығыҙға яуап бирергә, тәҡдимдәрегеҙҙе өйрәнергә, артабан бергәләп был йүнәлештә эш башларға тик килдек”,–тине ул.

Ә һорауҙар төрлө йүнәлештә яңғыраны. Һуңғы ваҡытта кешеләргә айыуҙар  ташланыуы, малдарға йыртҡыс хайуандарҙың һөжүм итеүе, был тәңгәлдә йыртҡысты атыу йәки юҡ итеү буйынса рөхсәт алыу өсөн генә лә әллә күпме юлдар үтергә кәрәклеге хаҡында ла һүҙ булды. Шулай уҡ тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәренең шәхсән Салауат утары янындағы тәбиғәтте яҡындан өйрәнеү кәрәклеге билдәләнде, сөнки әгәр ҙә ысынлап та карьер асылып , уның хужалары тарафынан тирә–яҡ тәбиғәте йыртҡыстарса таланып, тейешле кимәлдә эш алып барылмаһа, аҙаҡтан уларға түгел, ә тап  министрлыҡҡа яуап тоторға тура киләсәк, тине Буранғол ауылы халҡы. Кеше һыуһыҙ өс көн дә йәшәй алмай, шуға күрә Оло Ҡыҙыл һәм Кесе Ҡыҙыл йылғаларының артабанғы яҙмышына иғтибарлы булыу талап ителә, йылғалар тик әбйәлилдәрҙе генә “эсермәй”, ә ярты Магнитогорск ҡалаһын, хатта Сибай ҡалаһы халҡын да эсәр һыу менән тәьмин итә.

Дөйөм алғанда, власть хеҙмәткәрҙәре һәм халыҡ араһындағы һөйләшеү файҙалы һәм эшлекле шарттарҙа үтте. Артабан халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе урында өйрәнеү маҡсатында ауыл халҡы тарафынан махсус комиссия төҙөлдө һәм яҡын арала төрлө министрлыҡ вәкилдәре тарафынан радиация утилләштереү урындарының булыу–булмауын асыҡлау маҡсатында махсус  экспедиция ойоштороласаҡ.

 

 

***

Төштән һуң осрашыу Асҡар ауылының мәҙәниәт йортонда дауам итте. Тирә–яҡ тәбиғәткә, уның яҙмышына битараф булмаған Асҡар ауыл биләмәһе халҡы сарала әүҙем ҡатнашты.

Сығыш яһаусылар араһында күпселек тауыш менән бер һорау күтәрелде тиһәк тә була. Барыһын да Салауат утары янындағы тәбиғәт, “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең яҡын арала унда геологик тикшеренеүҙәр башлауы борсоно. Һәр кемдең һорауына төрлө министрлыҡ вәкилдәре тулы яуап бирҙе, һәр кем үҙ фекерен әйтте.

Шулай ҙа тотош Әбйәлил халҡын борсоған етди һорауҙар күтәрелгәндә,ҡасандыр үҙ депутаттарына ышаныс белдереп һайлаған Ҡоролтай һәм Дәүләт Думаһы депутаттарының булмауы халыҡ араһында ҙур һорау тыуҙырҙы.

Автор фотолары

Власть вәкилдәре халыҡ менән осрашты
Власть вәкилдәре халыҡ менән осрашты
Власть вәкилдәре халыҡ менән осрашты
Власть вәкилдәре халыҡ менән осрашты
Автор:Карима Усманова
Читайте нас