

Башҡортостан Ташкентта индустриаль потенциалын күрһәтте
Апрель аҙағында “Иннопром. Үҙәк Азия” халыҡ-ара күргәҙмәһе үтте. Унда 35 илдән, шул иҫәптән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән, Ҡытайҙан һәм Сәғүд Ғәрәбстанынан вәкилдәр ҡатнашты.
Башҡортостан һәм “Башҡортостан сода компанияһы” сәнәғәт һәм фәнни проекттары менән таныштырҙы. Улар иҫәбендә - Стәрлетамаҡтағы “Толпар” технопаркы, Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең буласаҡ студенттар кампусы һәм яңы химик продукттар, мәҫәлән, каучук һәм биояғыулыҡ өсөн өҫтәмәләр.
Төбәк экспозицияһында Үзбәкстан президенты Шавкат Мирзиеев булды - ул проекттар менән ҡыҙыҡһынды һәм хеҙмәттәшлекте хупланы.
Фото предоставлено МВС РБ