

Ҡыйғы районы фермеры Адиль Әхмәтдинов “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә район хакимиәте етәкселегенә финанс ярҙамы һорап мөрәжәғәт итте.Эшҡыуар 582 мең һумлыҡ муниципаль субсидияға орлоҡ тейәгес һатып алды.
Фермер дәүләт ярҙамынан тәүге тапҡыр ғына файҙаланмай. 2021 йылда ул “Ҡыйғы районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү” программаһында ҡатнашып, 312 мең һумлыҡ субсидия ала һәм яңы тракторлы була. Адиль Әхмәтдинов үҙенең фермерлыҡ хужалығын 2012 йылда ойоштора. Тырышлыҡ һәм тәүәкәллек ярҙамында бизнесы ныҡлы үҫешә. Хәҙерге ваҡытта эшҡыуарҙың фермаһы районда иң алдынғыларҙың береһе һанала. Йыл да 1026 гектар ерҙе эшкәртә, 386 гектарҙа күп йыллыҡ үлән, 640 гектарҙа иген һәи техник культуралар үҫтерә. Бынан тыш, 50 баш һыйыр малы аҫрала.
Эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнеш “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына ярашлы ойошторола. Быйыл дүрт ай эсендә 19 “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”үткән һәм унда 23 инвестиция проекты ҡаралған.
Фото: Башҡортостан эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы.