

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә "НКМЗ-Групп” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте составына ингән “Взрывгеосервис” компанияһының эшмәкәрлеген ҡаранылар.
Предприятиеның генераль директоры Александр Москаленко һөйләүенсә, 2007 йылдан ул нефть һәм газ сығарыу компаниялары өсөн сәнәғәт тәғәйенләнешендәге шартлатҡыс материалдар етештерә. Етештереү майҙансыҡтары Нефтекамала һәм Стәрлетамаҡта урынлашҡан.
– Беҙҙең продукцияның сифаты был тармаҡтағы донъя лидерҙарынан ҡалышмай, ҡайһы бер атамалары буйынса хатта уларҙан да өҫтөн, – тине Александр Москаленко. – Нефть ҡатламдарын икенсел асыу өсөн атыу-шартлатыу аппаратураһын сығарабыҙ. Был, атап әйткәндә, кумулятив зарядтар, перфорация системалары, скважиналарҙағы аварияларҙы бөтөрөү өсөн ҡорамалдар. Беҙҙең предприятие Рәсәйҙә берҙән-бер пакер-пробкалар етештереүсе предприятие булып тора.
Компанияның төп заказсылары араһында – “Роснефть”, “Газпром”, “ЛУКОЙЛ”, “Сургутнефтегаз”. Бынан тыш, “Взрывгеосервис” продукцияһын Белоруссияла, Ҡаҙағстанда, Үзбәкстанда, Нигерияла, Оманда ҡулланалар.
Компанияла 250 хеҙмәткәр эшләй, шул иҫәптән 70 юғары класлы конструктор һәм технолог. Коллектив производствоны яңыртыу һәм илдең технологик суверенитетын һаҡлау өсөн яңы эшләнмәләр индерә. Төп производство персоналы буйынса уртаса айлыҡ эш хаҡы – 75,9 мең һум, конструкторлыҡ-технология персоналы буйынса 121,2 мең һум тәшкил итә.
Александр Москаленко шулай уҡ, һатылған продукциянан килгән килемдең артыуы компанияға нефть промыслаһы ҡорамалдары етештереүселәр баҙарында тотороҡло урынды тәьмин итә, тип билдәләне.
Предприятие 2025 йылдың көҙөндә Нефтекама производство майҙансығында Рәсәйҙә ҙур газ факторы булған скважиналарҙа һәм шельфтарҙа ҡорамалдарҙың эшләү һәләтен раҫлаусы берҙән-бер ике күсәрле стенд асырға ниәтләй. Башҡортостан Башлығы “Взрывгеосервис” Акционерҙар йәмғиәте коллективына емешле эше өсөн рәхмәт әйтте һәм республиканың предприятиены артабан үҫтереүгә булышлыҡ итергә әҙер булыуын билдәләне.
– Үҙенсәлекле производство, шул уҡ ваҡытта яҡшы көйләнгән эш, динамик темп, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ һеҙгә һәр саҡ ярҙам итергә әҙербеҙ. Ҙур уңыштар һеҙгә.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.