Иҡтисад
19 Мая 2025, 15:50

Юлдар ремонты туҡтамай

Быйыл Башҡортостандың бер мең километрҙан ашыу юлын ремонтлау күҙаллана. 

Юлдар ремонты туҡтамайЮлдар ремонты туҡтамай
Юлдар ремонты туҡтамай

2025 йылда Башҡортостан биләмәһендә төбәк һәм урындағы әһәмиәттәге 1 037 километр автомобиль юлын тәртипкә килтереү, шулай уҡ дөйөм оҙонлоғо 1,7 саҡрым тәшкил иткән 24 күпер төҙөү һәм ремонтлау күҙаллана. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова хәбәр итте.

Дөйөм алғанда, 2025 йылда юлдарҙы тәртиптә тотоуға һәм ремонтлауға 44,1 миллиард һум, шул иҫәптән федераль бюджеттан 9,8 миллиард һум ҡаралған. Төбәк трассаларында дөйөм оҙонлоғо 682 километр, ә урындағы юлдарҙа 350 километрҙан ашыу участканы тәртипкә килтереү күҙаллана.

Любовь Минакова, был эш сиктәрендә 23 ҡала һәм районда 150 километр самаһы “яңғырауыҡлы” юлдарҙы ремонтлаясаҡтар, шулай уҡ 13 муниципалитеттағы 24 баҡса ширҡәтенә инеү юлдарын яңыртасаҡтар, тип өҫтәне.

Мәҫәлән, Баймаҡ районында Сибай–Аҡъяр автомобиль юлының 36 километры, Бөрйән районында – Иҫке Собханғол – Темәс трассаһының 12,5 километры, ә Ҡырмыҫҡалы районында – Оло Күл –Ҡабаҡ – Һыуыҡ Шишмә юлының 6,8 километры ремонтлана. Благовещен районында Бедеева Поляна – Ахлыстино юлының 9,6 километры һәм Ахлыстино - Төрөшлө юлының 4,1 километры тәртипкә килтереләсәк. Ә Бишбүләк районында Аксен–Бишбүләк трассаһының 4,4 километры һәм Аксаков – Кожай - Ыҡбашы юлының 3,2 километры ремонтланасаҡ.

Төҙөүселәр федераль әһәмиәттәге трассаларҙа ла ҙур эш алып бара. Был хаҡта “Приуралье” автомобиль юлдары идаралығы начальнигы Денис Абрамов һөйләне.

2025 йылда М-5 “Урал” һәм Р-240 Өфө–Ырымбур юлдарында 119 км юл япмаһын яңыртыу планлаштырыла.

Бынан тыш, 2025 йылдың 3 июненән Булгаков ауылы эргәһендә Өршәк йылғаһы аша күперҙә светофор ҡуйыу менән транспорт сараларының реверсив схемаһын ойошторалар. Ҡалаға хәрәкәт итеү 8:30 сәғәттән 10:30 сәғәткә тиклем, ә ҡаланан 16:30 сәғәттән 19:00 сәғәткә тиклем ҡатмарлаша.

Яҙғы осорҙа төҙөүселәр соҡорҙарҙы ремонтлай, шулай уҡ юл билдәләрен ҡуя.

Башҡортостан Башлығы төбәк юлдарында эштәрҙең яҡшы темптарын билдәләне, шулай уҡ яҡын аралағы “Транспорт сәғәте"нең береһендә Стәрлетамаҡты урап үтеүҙе реконструкциялауҙы һәм быйыл хәрәкәт асырға планлаштырылған яңы М-12 федераль трассаһы участкаһын төҙөүҙе ҡарарға ҡушты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас