Иҡтисад
22 Мая 2025, 15:40

“Инвестиция сәғәте” үткәрелде

22 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Инвестиция комитетының сираттағы кәңәшмәһен “Инвестиция сәғәте” форматында үткәрҙе. Унда ауыл хужалығында һәм хеҙмәттәр өлкәһендә яңы башланғыстарҙы ҡаранылар.

“Инвестиция сәғәте” үткәрелде“Инвестиция сәғәте” үткәрелде
“Инвестиция сәғәте” үткәрелде

22 майҙа Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Инвестиция комитетының сираттағы кәңәшмәһен “Инвестиция сәғәте” форматында үткәрҙе. Унда ауыл хужалығында һәм хеҙмәттәр өлкәһендә яңы башланғыстарҙы ҡаранылар.

“Ромекс-Кубань” компанияһы президенты (“Ромекс Төркөмдәр” холдингына ҡарай) Алексей Прокопенко Өфө районының Булгаков ауылында күп функциялы логистик паркы төҙөлөшө концепцияһы менән таныштырҙы. 200 мең квадрат метр майҙандағы заманса келәттәрҙе федераль сауҙа селтәрҙәре ҡуртымға аласаҡ. Инвестиция комитеты проектҡа һалым ташламалары бирелгән өҫтөнлөклө статусын бирҙе.

“Рассвет” компанияһы генераль директоры урынбаҫары Руслан Берденев аҙыҡ люцернаһын үҫтереү өсөн дымландырыу системаһын ойоштороу, шулай уҡ уны киптереү һәм эшкәртеү буйынса завод проекты тураһында һөйләне. Улар Өфө һәм Кушнаренко райондарында урынлашасаҡ. Проектҡа һалым ташламалары бирелгән өҫтөнлөклө статусы бирелде.

“Инмаш” концерны генераль директоры урынбаҫары Абдулмалик Рәхимов Стәрлетамаҡта “Толпар” сәнәғәт технопаркын ойоштороу проекты менән таныштырҙы. Республика ер участкаһын рәсмиләштереүҙә ярҙам күрһәтәсәк, тағы  проектҡа һалым ташламалары бирелгән өҫтөнлөклө статусы бирелде.

“ӨфөСәй” компанияһы генераль директоры Азат Йосопов Өфөлә бал, бальзам һәм фитосәй етештереү тураһында һөйләне. Был йәһәттән 50 мең һум файҙаланмаҡсылар. Проект ҫтөнлөклө статусына эйә булды.

Сығанаҡ, фото: https://www.glavarb.ru/ru/news/event/na-investchase-odobrili-novye-proekty-v-selskom-hozyaystve-i-sfere-uslug-77263/

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас