

“Һәр һүҙебеҙҙе эш менән раҫлайбыҙ”,–ти “Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтегәрәев
Үткән аҙнала Әбйәлил районының Ҡырҙас ауыл биләмәһендә, Асҡар, Михайловка һәм Ҡаҙмаш ауылдарында “Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре менән осрашыуҙар үтте. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Буранғол ауыл биләмәһенә ҡараған Салауат утары янындағы баҡыр мәғдәне майҙансығында “Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә геологик тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн лицензия бирелеүе хаҡындағы төрлө хәбәрҙәр халыҡ араһында ҙур бәхәстәр тыуҙырҙы. Шуға күрә йәмғиәт вәкилдәре үҙ сиратында халыҡ менән яҡындан аралашыу, уларҙы борсоған һорауҙарға яуап биреү, ике яҡлы диалог ойоштороу маҡсатында ауыл халҡы менән осрашыуҙар үткәреүҙе дауам итә
“Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтегәрәев әйтеүенсә, уларға Салауат ятҡылығында геологоразведка эштәре алып барыу өсөн федераль үҙәктән лицензия бирелгән.
— Беҙ, әлбиттә, проектҡа ярашлы, бөгөндән үк геологик тикшеренеүҙәр өсөн эш башлай алабыҙ. Әммә урындағы халыҡ менән яҡындан осрашып, үҙебеҙҙең йәмғиәт тураһында, эштең башланыуы, әгәр ҙә разведка һөҙөмтәләре раҫланып, баҡыр мәғдәне запасы ни күләмдә булғаны асыҡланһа, яңы предприятие төҙөү зарурлығы килеп сыҡҡанлыҡтан, беҙ хәҙерҙән үк халыҡҡа асыҡ булырға улар менән күҙмә-күҙ диалогҡа әҙер булғанлығыбыҙҙы күрһәттек. Сөнки үҙегеҙ белеп тораһығыҙ, социаль селтәрҙә төрлө төркөмдәр барлыҡҡа килде, уларҙа дөрөҫ булмаған, ысынбарлыҡҡа тап килмәгән мәғлүмәттәр таратыла. Йәмғиәткә бирелгән лицензия – айырым кешеләр өсөн сираттағы сәйәси уйынға әүерелеп тә китте, – ти Таһир Тимербай улы.
Әгәр ҙә Буранғол ауыл биләмәһендә йәшәүселәр Исхаҡ ауылында себер түләмәһе сире, Буранғол ауылы янындағы радиация ҡалдыҡтарын утилләштереү урындарының булыу-булмауы ныҡ борсоһа, үткән аҙнала ауыл халҡы менән осрашыуҙарҙа күптәрҙе яңы предприятие төҙөлөү урынының тап Оло Ҡыҙыл һәм Кесе Ҡыҙыл йылғаларының инеш башы янында ғына булыуы үтә ныҡ хәүефләндерҙе. Йылғалар ҡоромаҫмы, халыҡ эсәр һыуһыҙ ҡалмаҫмы, экологияға зыян буласағы кеүек һорауҙар һәр ауылда тигәндәй яңғыраны.
“Ҡыҙыл йылғаһы ҡоромаясаҡ. Беренсенән, был һыу һаҡлай торған биләмә. Икенсенән, йылғаның тулыланыуы уның сығанағына ғына бәйле түгел. Ағым буйынса түбәнгә аҡҡан һайын уға яңы ҡушылдыҡтар ҡушыла, ҡар, ямғыр һыуҙары менән байый. Йылға быға тиклем нисек йәшәгән булһа, ул артабан да йәшәйәсәк.
Комбинаттың булыуы һыу ятҡылыҡтарына зыян итмәйәсәк. Предприятиела һыу әйләнешенең ябыҡ циклы ҡулланыла. Был нимәне аңлата? Һәр тамсы ҡабаттан ҡулланыла һәм һәр этапта ла һыу экономиялана, ҡабаттан файҙаланыла. Мәҫәлән, Томинск тау-байыҡтырыу комбинатынан ярты километр йыраҡлыҡтағы быуаға бер ниндәй ҙә зыян килмәне. Ул тәбиғи төҫөн һаҡлай, һыуы кәмемәй. Уны ҡоштар төйәк иткән, ҡороу хәүефе бер ҙә юҡ. Шуға ла районда күлдәр бысрана тип шикләнмәгеҙ.
Шишмәләргә, йылғаларға, күлдәргә бысраҡ һыу ағып төшмәйәсәк. Производствола ҡулланылған һыу заманса таҙартыу ҡоролмаларында туҡтауһыҙ таҙартыла. Эшкәртелгән һыу ҡабаттан производствола фабрика ихтыяжы өсөн файҙаланыла. Шулай уҡ технология юлдарына һыу һибеү өсөн дә ҡулланыла.
Ҡалдыҡтарҙы һаҡлау урыны эргәлә йәшәгән кешеләр һәм тәбиғәт өсөн бер ниндәй ҙә хәүеф тыуҙырмай. Ябай итеп әйткәндә, ҡалдыҡтар улар баҡыр өлөшсәләрен алыу өсөн ер өҫтөнә сығарылған тау тоҡомдары. Файҙалы компонент алынғандан һуң, һыу менән ҡатышҡан буш тоҡом ҡалдыҡтар һаҡлау урынына ебәрелә. Ҡаты өлөшсәләре яйлап төпкә ултыра, өҫкә күтәрелгән һыу ҡабаттан производствола ҡулланыу өсөн фабрикаға ҡайтарыла. Ҡалдыҡтарҙы һаҡлау урынында һыу ер аҫтына китмәһен өсөн фильтрацияға ҡаршы экран ҡуйыласаҡ.
Баҡыр рудаһының ябыҡ циклда табылып эшкәртелеүен, байытылыуын Томинск тау–байыҡтырыу компанияһы миҫалында күрергә була. Эшебеҙҙә тик заманса яңы технологиялар ғына ҡулланыла һәм Әбйәлил районының уникаль тәбиғәтенә зыян килтермәҫ өсөн барлыҡ саралар күреләсәк. Беҙ һәр һүҙебеҙҙе эш менән раҫлайбыҙ”–“Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтегәрәев.
Районға инвесторҙар кәрәк
Һәр төбәк үҫешһен, алға китер өсөн ситтән инвесторҙарҙың булыуы мөһим, тине үҙ сығышында Владимир Павлюкович. Оҙаҡ йылдар Әбйәлил районы башлығы булып эшләгән Владимир Павлюкович райондың иҡтисади-социаль хәлен яҡшы белә, яңы предприятиеның төҙөлөүе төбәк иҡтисадына ҙур өлөш индерәсәген алдан күҙаллай.
—Әбйәлил халҡының борсолоуҙарын аңларға була, уларҙың барыһын да экология мәсьәләһе борсой. Һеҙ күрһәткән проект яҡшы. Әммә барыһы ла һүрәттә генә. Теләүселәргә Силәбе өлкәһендәге Томинск һәм Михеев тау-байыҡтырыу комбинаттарына экскурсия ойошторолдо тейһегеҙ, ниңә уны аҙна һайын ойоштормаҫҡа? Асҡарҙа билдәле бер көндә автобусығыҙ торһон, теләгән һәр кем үҙ күҙҙәре менән барып Томинск комбинатын барып күрһен, унан ниндәйҙер тәьҫироттар менән ҡайтһын, үҙ фекерен булдырһын. Шулай уҡ бындай экскурсиялар профессиональ диалог өсөн иң ҙур майҙансыҡ булып торһон.
Икенсенән, йәмғиәттең проектына ярашлы,ирекле экспертиза үткәрергә мөмкин. Йәнә бер тапҡыр ҡабатлайым: һис шиһеҙ, төбәккә инвестициялар кәрәк, яңы юлдар, заманса мәктәп, балалар баҡсаһы һәм яңы эш урындарының булыуы тап шуға бәйле. Район яңыса үҫешергә, алға барырға тейеш,–тине Владимир Павлюкович.
Балаларыбыҙҙы уҡытайыҡ, ауылдарҙың инфраструктураһын үҫтерәйек
Амангилде ауыл биләмәһе башлығы Вадим Абдуллиндың Ҡаҙмаш ауылында үткән осрашыуҙа үҙенең төплө фекерҙәре менән сығыш яһауы районда ике аҙна барған йыйылыштарға нөктә ҡуйырға кәрәклеген дә аңлатты, буғай.
—Бала саҡтан Ҡыҙыл йылғаһында һыу инеп, балыҡ тотоп үҫтем. Тәбиғәтенең матурлығы, уның хозурлығы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Салауат утары янында карьер асыла тигәнде ишеткәс тә, мин дә ҡаршы булдым, бигерәк тә тыуған яғымдың экологияһы өсөн тәрән борсолдом. Йөрәк яна, күңел ярһый. Әммә, ауылдаштар бөгөн илдә барған мөһим хәлде аңларға кәрәк, егеттәребеҙ беҙҙең тыныс тормошобоҙ өсөн яуҙа ғүмерҙәрен бирә, аяуһыҙ көрәшә. Миңә лә гуманитар ярҙам оҙатып өс тапҡыр барып ҡайтырға тура килде, унда ысын һуғыш бара. Яугирҙәребеҙгә бар яҡлап ярҙам кәрәк, шул иҫәптән илгә лә бөгөн баҡыр талап ителә.
Буранғол, Амангилде, Асҡар ауылдарында үткән осрашыуҙарҙа ҡатнаштым, интернет селтәренән һуңғы яңылыҡтар менән танышып барам. Эйе, барыһы ла карьер өсөн ҡаршы, тик берәү ҙә өс йылдан ашыу һуғыш барғанлығын телгә лә алмай. Илебеҙгә баҡыр кәрәклеге иҫәпкә алынмай, “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең федераль кимәлдә бирелгән лицензия ҡағыҙы бар, улар беҙ теләйбеҙме, юҡмы барыбер геологик тикшеренеүҙәр үткәрәсәк. Әгәр ҙә үҙҙәре теләп халыҡ алдында асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә килгәндәр икән, ниңә һаман булһа һыуҙы болғатырға, ниндәйҙер сәйәси хәлгә алып барып еткерергә тырышырға? Киреһенсә, мөмкин тиклем уларҙан ауылдарҙың инфрастуктураһын үҫтереү өсөн үҙебеҙҙең тәҡдимдәрҙе әйтеп ҡалырға кәрәк. Балаларыбыҙҙы бушлай, стипендия түләп уҡытабыҙ тип торғанда, әйҙәгеҙ, уҡытып ҡалайыҡ. Килер бер көн, тап улар предприятие асыла ҡалһа, һөнәр алып, үҙҙәре үк шунда эшкә ҡайтыр, исмаһам, яңы төҙөләсәк комбинатта үҙҙәребеҙҙең егеттәребеҙ вазифалы урындар биләр. Күптәрегеҙ әйтә, “Яҡтыкүл” курорт зонаһында башҡорттарҙың күбеһе һауыт-һаба йыуа, урам һеперә тейһегеҙ, сөнки күптәренең белемдәре юҡ, ҡунаҡхана туризмы буйынса белем алыусылар бөтөнләй юҡ кимәлдә. Ошо хәл тағы ла ҡабатлатмаҫ өсөн бөгөндән үк уҡыусыларҙы киләсәк тормошҡа әҙерләү кәрәк, уҡыһындар, белем алһындар һәм үҙҙәренең тыуған яҡтарына эшкә ҡайтырҙар.
Беҙгә икенсе Ҡуштау йәки “Баймаҡ ваҡиғаһы” кәрәкмәй, аҡыл менән уйлап эш итергә кәрәк. Геологик разведка башлана икән, әйҙәгеҙ йәмғиәт комиссияһын төҙөп, һәр саҡ уларҙың эшен күҙәтеп, тикшереп барайыҡ. Бергәләшеп эш иткәндә генә ике яҡ та отасаҡ, - тине үҙ сығышында Вадим Рәфҡәт улы.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға эш булырмы?
-тигән һорау ҙа яңғыраны.
Тиҙҙән һуғыштар тамамланып, махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәр ҡайтҡас, комбинат төҙөлә ҡалһа, уларға эшкә урынлашыуға ярҙам, ниндәйҙер ташламалар булырмы тигән һорауға:“Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтегәрәев : “Әлбиттә, ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам итәсәкбеҙ”, – тине.
Әйткәндәй, йәмғиәт етәкселеге райондан яугирҙәргә гуманитар ылау туплауҙа ҙур өлөш индергән.
Салауат утары зыяраты күсереләсәкме?
Асҡар ауылында үткән осрашыуҙа Салауат утарының зыяраты мәсьәләһе лә күтәрелде. Туғандары унда ерләнгән апай мәңгелек йорттоң күсерелеүе ихтималлығы йә иһә урында ҡалыуы хаҡында һорау бирҙе.
—Разведка эштәре тамамланып, уның һөҙөмтәһен белгәндән һуң ғына был һорауға аныҡ яуап бирә аласаҡбыҙ. Сөнки беҙ киләсәктә предприятие булырмы йәки юҡмы икәнлеген дә аныҡ әйтә алмайбыҙ. Бәлки унда баҡыр мәғдәне бөтөнләй аҙ кимәлдәлер, комбинат төҙөү ҙә талап ителмәҫ. Бөтә тикшеренеүҙәр үтккәндән һуң ғына халыҡ тыңлауҙарына проектты тәҡдим иткәндә, барлыҡ мәсьәләләр өйрәнеләсәк һәм һеҙҙең хөкөмгә сығарыласаҡ. Шул иҫәптән Салауат утары зыяраты ла, – тине Таһир Бәхтегәрәев.
***
Ике аҙна дауамында барған осрашыуҙар аҙағына ла етте. Тәүҙәрәк халыҡтың күбеһе карьер төҙөлөүгә ҡаршы булһа ла аҡрынлап улар ҙа уйлана, яңы предприятиеның төбәк өсөн отошло буласағына ышанырға тырышты. Күптәр Томинск тау-байыҡтырыу комбинатына экскурсияларға барырға яҙылды, икенселәре улдарына белем биреү өсөн “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселәре тәҡдим иткән уҡыу йорттары хаҡында ҡыҙыҡһынды, бәғзеләре ил ҡушҡас, асырҙар инде, тигән һығымтаға килде.
Әйткәндәй, бөгөндән үк Әбйәлил районы уҡыусыларын маҡсатлы йүнәлтмә буйынса Өфө ауыл хужалығы университеты, Өфө фән һәм технологиялар университеты, Екатеринбург ҡалаһындағы Урал дәүләт тау университе һәм Магнитогорск ҡалаһындағы Носов исемендәге дәүләт техник университетында уҡытып сығарыуға килешеүҙәр төҙөү мөмкинлеге бар. Юғары уҡыу йортон амамлаған йәш белгес компанияның теләгән комбинатында эшләү мөмкинлеге аласаҡ.
“Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Салауат утары янындағы баҡыр мәғдәне майҙансығында геологик тикшеренеүҙәр башлаһа ла Буранғол ауыл биләмәһендә власть вәкилдәре менән осрашыуҙа ауыл халҡы менән берлектә комиссия төҙөү тәҡдименә ярашлы, һәр эш халыҡ иғтибары үҙәгендә буласаҡ. Бары тик шулай ике яҡлы килешеүҙәр нигеҙендә, бер-береһенең фекерҙәренә таянып эш иткәндә,район халҡы ла яңы йәмғиәт вәкилдәре лә отасаҡ ҡына.
“Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәевтың “Беҙ һәр һүҙебеҙҙе эш менән раҫлайбыҙ, “ тигән һүҙҙәре ысынбарлыҡҡа ла тап килер, тигән ышаныста ҡалайыҡ.
Фекерҙәр
Раян Шаһимөхәмәтов, БР ветеринария идаралығы начальнигы урынбаҫары
—Исхаҡ ауылында себер түләмәһе сире документтарға ярашлы теркәлгән.1959 йылдың декабрь айында, бер ғаиләнеәң шәхси ихатаһында бер һыйырҙың сирләүе асыҡлана. Хужалары уны һуя. Себер түләмәһе икәнлеге асыҡланғас, һуйылған мал тулыһынса яндырыла, шулай уҡ һарайҙары ла юҡ ителә. 1960 йылда ошо уҡ хужалыҡта йәнә себер түләмәһе сире асыҡлана, был юлы бер һарыҡта табыла. Мал да, йорт та, барлыҡ кәртә–ҡаралды тулыһынса яндырылып, был урын хлор менән тейешле кимәлдә эшкәртелгәндән һуң биләмә урыны кәртәләп алына. Шулай уҡ иҫкәртеү билдәләре эленә.
2013 йылда Әбйәлил районында көслө ташҡындар теркәлә һәм ауыл халҡының һорауы буйынса 20 кешенән торған комиссия ҡайтанан был урынды махсус тикшереп, биләмәне тулыһынса бетон япмаһы менән ҡаплайҙар. 2008 һәм 2011 йылдарҙа был урын йәнә тикшереү үтә һәм себер түләмәһенең бөтөнләй булмауы асыҡланы. Урындағы халыҡтың был юҫыҡта борсолоуҙарын аңларға мөмкин, әммә урынһыҙ. Ошо йылдар дауамында төбәктә бөтөнләй себер түләмәһе сире теркәлмәгән.
Зөлфәр Амангилдин, хеҙмәт ветераны
—Бөгөн халыҡты иң борсоған мәсьәлә–эш урындары. Райондағы эшһеҙлек арҡаһында халыҡ эш эҙләп сит өлкәләргә, йыш ҡына Себер тарафтарына сығып китә, ғаиләләр тарҡала, ҡатын-ҡыҙҙар араһында эскелек көсәйә. Был ҡот осҡос. Һәр кем эшҡыуар булып китә алмай, шуға яҡшы эш хаҡы алып эшләрлек предприятиелар асылырға тейеш. Компанияның районға аҡса һалырға ниәтләүе яҡшы яңылыҡ. Был ҡарарҙы хупларға кәрәк. Халыҡтың күбеһе Томинск тау байыҡтырыу комбинатына барып, унда ниндәй заманса технологиялар ҡулланыуҙарын, хеҙмәткәрҙәрен һәм урындағы халыҡты нисек хәстәрләүҙәрен күреп ҡайттыҡ. Беҙ шулай уҡ йәшәргә хаҡлы!
Һорауҙарға – яуаптар
Ҡалдыҡтар асыҡ ятып ҡаласаҡмы?
“Барлыҡ саралар күрелһә лә, ҡалдыҡтар ятып ҡаласаҡ. Уларҙы яуым- төшөм йыуып, эсәр һыуға төшәсәк. Ябыҡ резервуар, таҙартыу фильтрҙары булһа ла, ҡалдыҡтар үҙенекен итәсәк.
—Ниндәй ҡалдыҡтар ятып ҡаласаҡ һуң? Ябай итеп әйткәндә, ҡаҙып алынған тау тоҡомон фабрикала байыҡтырып, баҡырын айырып алғандан һуң тороп ҡалған нәмә. Был буш тоҡом һыу ҡатыш була һәм уны ҡалдыҡтарҙы һаҡлағысға йүнәлтәләр. Унда ҡаты өләштәре яйлап төпкә төшә, ә тонған һыу киренән фабрикаға һурҙырып алына һәм ҡабаттан ҡулланыла.
Бындай ҙур сәнәғәт предприятиеларында ҡалдыҡтарҙы һаҡлағысты һыу үткәрмәҫлек итеп төҙөү ҡаты контролдә тотола. Был экологияға кире йоғонтоно кәметә. Ҡалдыҡтарҙы һаҡлағыс тулғас, уны ныҡлап ҡаплайҙар һәм өҫтөнә уңдырышлы тупраҡ өйөп, йәшел үлән сәсеп ҡуялар.
Ауылдар туҙандан тонсоғормо?
“Ғәҙәттә, беҙҙә ел көньяҡ- көнбайыштан, Салауат утары яғынан иҫә. Карьерҙан күтәрелгән бөтә туҙан курорт зонаһына һәм Магнитогорск ҡалаһына осасаҡ.
—Бөтә сәнәғәт объекттары тирәләй санитар – һаҡлау зоналары була. Салауат ятҡылығы өсөн был зонаның оҙонлоғо 1000 метр тәшкил итә һәм ул ауылдар, баҡсалар аша үтмәй. Ә Яҡтыгүл эшкәртеләсәк участканан 12 километр алыҫлыҡта урынлашҡан, шуға күрә уға хәүеф янамай. Халыҡты ауылдары менән күсерергә лә кәрәкмәй.
Билдәле булыуынса, Әбйәлил районында тау- байыҡтырыу комплексын Томинсктағы предприятие тибында төҙөү ҡаралған. Унда туҙанлы юлдарға һыу һибеп торалар, фабрикала туҙанды тотҡарлаусы системалар ҡуйылған, эштә яңы техника ҡулланыла һәм тикшереү даими үтә.
Виктория Рәхимова һәм Сергей Словоохотов фотолары