

Өфө машиналар эшләү колледжында ағас аллеяһы ултыртыу буйынса акция үтте. Сара Берләштерелгән двигатель эшләү комплексы – Өфө моторҙар етештереү ойошмаһының 100 йыллығына бағышланды.
Республика һәм ил өсөн был дата ҙур әһәмиәткә эйә. Берләштерелгән двигатель эшләү комплексы – Өфө моторҙар етештереү ойошмаһы, авиацияға, оборона сәнәғәтенә юғары технологиялы двигателдәр булдырып, ватан иҡтисадын үҫтереүгә тос өлөш индерә.
Акция Өфө моторҙар эшләү берләшмәһе һәм “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитеты тарафынан хупланды. Башҡарма комитет етәксеһе Руслан Насретдинов әйтеүенсә, был акция предприятиеның тарихи әһәмиәтен, бер быуатлыҡ эшмәкәрлегендәге уңыштарын, бөгөнгө ҡеүәтен билдәләй.
Өфө машиналар эшләү колледжы 1941 йылда республиканың сәнәғәт предприятиеларына квалификациялы белгестәр әҙерләү маҡсатында булдырыла. Бөгөн ул – тейешле матди база менән йыһазландырылған, тәжрибәле педагогтар тупланған заманса белем биреү учреждениеһы. Эшмәкәрлеге барышында ҡырҡ мең тирәһе белгесте оло юлға сығарған колледжда әле иретеп йәбештереүселәр, электромонтерҙар, слесарҙар, станок эштәре контролерҙары, станоксылар һ.б. әҙерләнә. Уҡыу йорто менән төбәктең төп сәнәғәт предприятиелары араһында тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Студенттар етештереү майҙансыҡтарында практика үтеп, ғәмәли белемен нығыта, һөнәри оҫталыҡ конкурстарында даими ҡатнашып, ҙур еңеүҙәр яулай, аҙаҡ хеҙмәт баҙарында лайыҡлы урын биләй. “Берҙәм Рәсәй” партияһы социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуға, ватан етештереүселәренең башланғыстарын нығытыуға булышлыҡ ҡыла.
Фотолар: Өфө машиналар эшләү колледжы.