Иҡтисад
23 Мая 2025, 11:25

Район үҫеше өсөн нимә эшләргә?

Белгестәр был турала ниндәй фекерҙә икән - тыңлайыҡ.

Район үҫеше өсөн нимә эшләргә?Район үҫеше өсөн нимә эшләргә?
Район үҫеше өсөн нимә эшләргә?

Былтыр Әбйәлил районы 6,3 миллиард һумлыҡ продукция оҙатҡан. Уның төп өлөшө йәғни 42 проценты 2021 йылда асылған “Цемикс” ҡоро ҡатнашмалар заводына тура килә. Икенсе урында район иҡтисадына индергән өлөш буйынса (21,5 процент, йәғни 1,4 миллиард һум) Магнитогорск металлургия комбинатына ҡараған “Юбилей” шифаханаһы. “Красная Башкирия” ауыл хужалығы предприятиеһының 2024 йылда биргән продукцияһы район иҡтисадының дөйөм күләменең 11 процентын тәшкил итә. Тағы ла бер туристик объект,  “Ҡайынҡайҙар” ял йорто буйынса был һан 3,5 процентҡа тиң. Тармаҡтар буйынса күренеш шундай: тәүге урында - сәнәғәт (район буйынса оҙатылған продукцияның  дөйөм күләменән 43,2 процент), унан ҡала шифаханаларҙы ла индереп һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәттәр (26,4 процент), ауыл хужалығы (11,4 процент) һәм ҡунаҡхана һәм ресторандар (10,5 процент).

 – Әбйәлил районы электән ауыл хужалығы районы булды. Был тармаҡ тәбиғәт-климат шарттарына бәйле. Шуға ла производство күләмен арттырыуҙа, ыңғай финанс һөҙөмтәләренә өлгәшеүҙә ыңғай динамиканы йыл һайын һаҡлауға мөмкинлек юҡ. Был йәһәттән районда күптән түгел төҙөлгән цемент предприятиеһы иғтибарға лайыҡ: туғыҙ миллиард һумдан ашыу инвестициялар, 220 эш урындары булдырылған. Һуңғы биш йылда районда сәнәғәт производствоһының 20 тапҡыр артыуы күпселек ошо предприятиеға бәйле, – тип һөйләне иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгенең социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәре Виталий Печаткин.

Район ҡаҙнаһы шәхси килемдәрҙән һәм республика бюджетынан кире ҡайтарылмай торған керемдәрҙән тора. Шуны билдәләү мөһим, Өфөнән тыш, республиканың барлыҡ муниципалитеттары дотациялы булып тора. 2024 йылда Әбйәлил районының консолидацияланған бюджеты килеменең 2,3 миллиард һумының  36,4 процентын шәхси һалым һәм һалым булмаған килемдәр тәшкил итә. Керемдәрҙең сирегенән кәмерәге туризм өлкәһе биләй.

Райондың иҡтисады туризмға ныҡ бәйле тип әлегә әйтеп булмай. Әле райондың “Яҡтыкүл” курорт зонаһына йыл һайын 70-100 мең турист килә, уларҙың яҡынса 70 проценты – башҡа төбәктәрҙән. Әлбиттә, был һандың күберәк тә булыуы ихтимал, сөнки барлыҡ объекттар ҙа статистика күрһәтмәй.

200 меңдән ашыу турист йыл һайын “Металлург – Магнитогорск” тау-саңғы үҙәгенә килә. Бында 10 километр оҙонлоғондағы 7 трасса бар. Төньяҡ Үләнде күле эргәһендәге “Күңелле Дино” мажаралар паркы ла халыҡты йәлеп иткән бер урын булып тора. Әле һанап үтелгән объекттар Яҡтыкүлдән йыраҡ түгел урынлашҡан. Был эштең миҙгелле булыуын да иғтибарға алыу мөһим: ҡышын һәм йәйен бында кеше күпләп килә, яҙын һәм көҙөн әүҙемлек кәмей.

Эшһеҙлек буйынса статистикаға күҙ һалғанда, Яҡтыкүл курорт зонаһы ингән Ташбулат ауыл биләмәһе буйынса Мәшғүллек үҙәгендә 2025 йыл башына 33 вакансияға өс кеше иҫәптә торған. Быны райондың башҡа ауылдары буйынса әйтеп булмай.

Ғөмүмән, рәсми теркәлгән эшһеҙлек кимәле ҙур түгел. Әбйәлилдәр пособиеға ғына йәшәргә күнекмәгән. Улар вахтала эшләй, хужалыҡ алып бара. Курорт зонаһында медицина хеҙмәткәрҙәре, горничныйҙар, төҙөүселәр, сантехникатар, ашнаҡсылар, һатыусылар талап ителә. Былтыр туризмда уртаса эш хаҡы 46,5 мең һум тәшкил иткән, был район буйынса уртаса күрһәткестәрҙән кәмерәк.  

 - Әбйәлил районында эш хаҡы ныҡлы артыуға ҡарамаҫтан, уртаса айлыҡ кимәле Башстат мәғлүмәттәре буйынса былтыр 9 ай буйынса эре һәм урта предприятиелар буйынса 51 мең һум тәшкил иткән. Был иһә эре сәнәғәт предприятиелары булған ҡайһы бер көньяҡ-көнсығыш муниципалитеттарҙан өстән бер өлөшкә кәмерәк, - ти профессор, иҡтисад фәндәре докторы Рөстәм Ахунов.

Туристар Яҡтыкүлдә ял иткәндә, районға эре инвесторҙар килергә фаразлай. Ауыл хужалығы, туризм, бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫеше буйынса эш ҡуйылған. Ләкин был тармаҡтар бик тотороҡло түгел. Ҡоролоҡтоң йыш булыуы, ҡышын ҡаты һалҡындар быға ҡамасаулай.

 - Иҡтисадтың төрлө тармаҡтарына үҫешергә мөмкинлек бирергә кәрәк. Улар бер-береһенә ҡамасауларға тейеш түгел, - тигән фекерҙә Башҡортостандың туризм буйынса дәүләт комитетының элекке рәйесе Салауат Нафиҡов.

Райондың инфратурктураһына ҙур вложениелар һалыныуы мөһим. Бының өсөн райондың тотороҡло үҫешенә йүнәлтелгән грамоталы инвестиция ҡарарҙары кәрәк, тигән фекерҙәр ҙә әйтә белгестәр. 

Фото: Айрат Нурмөхәмәтов. 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас