

Төбәк сәйәсәтен үҫтереү үҙәгендә быйыл яҙ Рәсәй төбәктәрендә сәнәғәт производствоһы тенденциялары тураһында һөйләнеләр. Эксперттар Рәсәйҙең ҙур төбәктәренең сәнәғәт үҫешен анализланы. Сәнәғәт һәм эшкәртеү производствоһы индексы, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу күрһәткестәре быны билдәләгәндә иҫәпкә алынды.
Сәнәғәт производствоһында иң тотороҡло күрһәткестәр Башҡортостанда, Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә, Санкт–Петербургта, Татарстанда.
Был субъекттарҙың барыһында ла быйыл март айында производство үҫеше күҙәтелгән. Шул уҡ ваҡытта лидерлыҡ төбәктәге Хөкүмәттең һөҙөмтәле башҡарылған иҡтисад сәйәсәте менән дә бәйле.
Башҡортостанда сәнәғәт производство индексы 0,2 процентҡа артҡан. Был иһә сәнәғәт производствоһы структураһында хәрби-сәнәғәт комплексы предприятиеларының ҙур өлөшө тураһында һөйләй.
Сәнәғәт үҫешенең мөһим күрһәткесе – файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу. Был өлкәлә кәмеү күҙәтелә. Был иһә нефть һәм газды сығарыу сикләнеүенә бәйле. Быйыл тәүге кварталда янған тәбиғи газды сығарыу 5,9 процентҡа кәмегән. Ә бына күмер сығарыу 4 процентҡа артҡан. Ҙур субъекттар араһында был критерий буйынса Башҡортостанда ғына үҫеш күҙәтелә. Башҡа төбәктәрҙә кәмеү теркәлгән.
Уҙған йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлегеге рейтингында алдынғылыҡты биләне.