

Был һығымта Төбәктәр сәйәсәтен үҫтереү үҙәгенең “2025 йылдың яҙында РФ төбәктәрендә сәнәғәт үҫеше: үҙенсәлектәр һәм ҡаршылыҡтар” тигән докладында яһалған. Башҡортостандан тыш сәнәғәте тотороҡло үҫешкән төбәктәр тип Татарстан, Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе, Санкт-Петербург аталған.
“Рәсәйҙең бөгөнгө сәнәғәтенең ысынбарлыҡты сағылдырған, шул уҡ ваҡытта ҡатмарлы торошонда Башҡортостандың да ошо исемлеккә инеүе осраҡлы түгел һәм был күрһәткес республиканың тарихи яҡтан барлыҡҡа килгән структураһын да, һуңғы йылдарҙағы маҡсатҡа ярашлы төбәк сәйәсәтенең һөҙөмтәһен дә күрһәтә”, – ти Рәсәйҙең стратегия, проекттарға идара итеү һәм бизнес-анализ хеҙмәттәре күрһәтеүгә махсуслашҡан «АйПиЭм Консалтинг» компанияһы идарасыһы Вадим Тедеев. – “Башҡортостандың тотороҡло үҫешә алыуына бер нисә нигеҙ таянысы сәбәп булып тора, шуға күрә республика тышҡы кире күренештәр тәьҫиренә бирешмәй. Был – һис шикһеҙ, властарҙың ҡаҙанышы ла, инвесторҙар яғынан әүҙемлек булыуы ла”.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.