Иҡтисад
27 Май 2025, 14:40

Ауыл хужалығы министрлығы коллегияһы үтте

Унда Башҡортостан Башлығы сығыш яһаны.

Ауыл хужалығы министрлығы коллегияһы үттеАуыл хужалығы министрлығы коллегияһы үтте
Ауыл хужалығы министрлығы коллегияһы үтте

27 майҙа Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы коллегияһының йомғаҡлау ултырышында сығыш яһаны. Унда ил Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Петрушев, Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы етәксеһе Оксана Лут, федераль һәм төбәк власть органдары вәкилдәре, илебеҙ төбәктәре башлыҡтары, фәнни һәм белем биреү учреждениелары эксперттары ҡатнашты. Ултырышта 2024 йылға Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексы эшенең һөҙөмтәләре барланды, киләсәккә бурыстар билдәләнде.

Ултырышта ҡатнашыусыларға видеомөрәжәғәт менән ил Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин сыҡты. Ул был тармаҡ үҫешенең төп маҡсаттарын билдәләне.

-Рәсәй Президенты 2030 йылға агросәнәғәттә производство күләмен тағы ла сирек өлөшкә арттырыу бурысын ҡуйҙы. Продукцияның экспорт өлөшө 1,5 тапҡырға артырға тейеш. Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге Доктринаһын тормошҡа ашырыуҙы беҙ дауам итәбеҙ. Иген, үҫемлек майы, шәкәр, ит, балыҡ, буйынса бурыс үтәлһә лә, ҡайһы бер позиция буйынса тейешле күләмдән аҙыраҡ. Шул иҫәптән үҙебеҙҙең илдең селекцияһы орлоғо буйынса, - тине ул.

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Патрушев үҙенең сығышында аҙыҡ-түлек продукцияһын эшкәртеүҙә хәлде контролләү мөһимлеген иғтибарға алды. Сөнки ул туранан-тура ҡулланыусылар баҙарына йоғонто яһай.

Илдең ауыл хужалығы министры Оксана Лут агросәнәғәт комплексы үҫеше тураһында ентекле сығыш яһаны. Сәсеү кампанияһы барышына туҡталып, яҙғы эштәрҙең әүҙем фазала булыуын билдәләне. Быйыл игендең былтырғынан күберәк буласағын фаразланы.

Башҡортостан Башлығы үҙенең сығышында һуңғы йылдарҙа республикала агросәнәғәт комплексы эшенең төп һөҙөмтәләрен барланы.

-Башҡортостан әйҙәүсе ауыл хужалығы төбәктәренең береһе булараҡ, илебеҙҙең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенә ҙур өлөш индерә. Күп күрһәткестәр буйынса беҙ алдынғылыҡты биләйбеҙ. Ауыр һауа шарттары булыуға ҡарамаҫтан, былтыр агропродукция етештереү 14,2 процентҡа артты. Былтыр республикала 3 миллиондан ашыу тонна иген йыйылды. Шәкәр сөгөлдөрө, майлы культуралар һымаҡ техник культуралар уңышы буйынса рекордлы күрһәткестәргә өлгәштек. Мәҫәлән, майлы культуралар етештереү 38, 5 процентҡа артты. Әле республикала яҙғы баҫыу эштәре бик әүҙем бара. Планлаштырылған майҙандың 75 проценттан ашыуында сәсеү башҡарылды. Быйыл ул 2,8 миллион гектар тәшкил итә. Орлоҡ, финанслау, яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин ителгәнбеҙ, - тине ул.

Шулай уҡ малсылыҡ тармағына республика етәксеһе ентекле байҡау яһаны.

Фото: Марат Юнысов.  

 

 

 

 

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас