Иҡтисад
30 Май 2025, 05:35

Инвестор Әбйәлилгә ниндәй ярҙам күрһәтәсәк

“Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев белдереүенсә, йәмғиәт район социаль объекттарына 70 миллион һум инвестициялай.

Инвестор Әбйәлилгә ниндәй ярҙам күрһәтәсәкИнвестор Әбйәлилгә ниндәй ярҙам күрһәтәсәк
Инвестор Әбйәлилгә ниндәй ярҙам күрһәтәсәк

Кисә Әбйәлил районы хакимиәтендә Тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөлөшө мәсьәләләре буйынса күҙәтеү советының беренсе кәңәшмәһе үтте. Ултырышты совет рәйесе Айрат Әминев алып барҙы.

Күҙәтеү советы составына ғилми берләшмә вәкилдәре, тау сәнәғәте белгестәре, геологтар, биологтар, шулай уҡ район әүҙемселәре инде.

Советтың төп бурысы — Тау-байыҡтырыу комбинаты һәм йәмәғәтселек араһында эште координациялау, проект барышы тураһында халыҡҡа мәғлүмәт еткереү, асыҡлыҡ һәм тотороҡлолоҡто тәьмин итеү. Совет ағзалары проектты тормошҡа ашырыуҙы күҙәтеү, эштәрҙе үткәреүҙә ҡатнашыу һәм халыҡҡа объектив мәғлүмәт тапшырыу хоҡуғына эйә була.

Хәҙер проект геологик разведка эштәренең баһалау стадияһында тора. Кәңәшмәлә экологияны һаҡлау, һыуҙың таҙалығы, шулай уҡ хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһын һаҡлау мәсьәләләрен ентекле тикшереүгә алыу дөйөм маҡсат итеп ҡуйылды.

“Салауат” ЯСЙ-һының район мәнфәғәтенә вәғәҙә иткән бөтә йөкләмәләрҙе ҡәтғи үтәүе айырыуса иғтибарҙа буласаҡ. Бындай үҙ-ара эш итеү форматы буласаҡ предприятие һәм йәмғиәт араһында диалог булдырырға, ҙур проектты тормошҡа ашырыуҙа экологик һәм социаль яуаплылыҡты тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк.

ЯСЙ директоры Таһир Бәхтигәрәев белдереүенсә, “Салауат” ЯСЙ-һы район социаль объекттарына 70 миллион һум инвестициялай. Районға ярҙам программаһы сиктәрендә Буранғол ауылында мәктәп-интернатты капиталь ремонтлау һәм «Ирәндек» балалар лагерында заманса спорт зонаһын булдырыу планлаштырыла.

Нимә эшләнәсәк? Мәктәп-интернатты тулыһынса яңыртыу: ҡыйыҡты, фасадты, тәҙрәләрҙе, ишектәрҙе һәм иҙәндәрҙе алмаштырыу, биҙәү эштәре һәм яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыу ҡаралған. Ирәндек лагерында баскетбол, волейбол өсөн зоналар, йүгереү юлдары һәм ҡомло участкалар менән күп функциялы спорт майҙансығы (2 000 кв.м) төҙөү планлаштырылған.

Сығанаҡ: "Осҡон" гәзите.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас