

2025 йылда Башҡортостан XXVIII Петербург халыҡ-ара иҡтисади (ПМЭФ) форумында дөйөм суммаһы яҡынса 100 миллиард һумға 30 килешеү төҙөргә ниәтләй. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә беренсе вице-премьер – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте.
Иң ҙур килешеүҙәр – Башҡортостан Хөкүмәтенең “Ромекс-Кубань” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән дөйөм хаҡы 18 миллиард һумлыҡ юл буйы сервисы объекттарын төҙөү буйынса, “ПСБ Банкы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән 12,2 миллиард һумға вуз-ара студенттар кампусын төҙөүҙе финанслау тураһында, шулай уҡ Кушнаренко биләмәһендә логистик үҙәк төҙөү буйынса “Лайт-инвест” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән килешеүҙәр планлаштырылған (инвестициялар күләме 7,4 миллиард һум).
Билдәләп үтәйек, ПМЭФ 18-21 июндә үтә. Форумда 90-дан ашыу илдең вәкилдәре ҡатнашыуын раҫланы. Башҡортостан 390 квадрат метр майҙанлыҡ стендта иң ҙур проекттар һәм ҡаҙаныштар тәҡдим итәсәк.
Бынан тыш, Республика делегацияһының киң эшлекле программаһы планлаштырылған, уны төбәк етәксеһе Радий Хәбиров етәкләйәсәк. Унда власть органдары, үҫеш институттары һәм эре компаниялар етәкселәре менән осрашыуҙар планлаштырыла.
Ғәҙәттәгесә, ПМЭФ майҙансығында Рәсәй төбәктәрендәге инвестиция мөхите торошоноң Милли рейтингы тәҡдим ителәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Башҡортостан унда илдә өсөнсө урынды алды.
– Петербург халыҡ-ара форумы – йылдың төп иҡтисади ваҡиғаһы. Уның майҙансығында инвесторҙар менән осрашып, яңы проекттарҙы тикшереү мөмкинлеге буласаҡ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙҙә бай программа бар, шуға күрә был сарала ҡатнашыуға яуаплы ҡарауығыҙҙы һорайым.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.