Иҡтисад
3 Июнь 2025, 17:30

Өфөнән “Ҡарлуғас”тар “осасаҡ”

Өфөнән Силәбе, Магнитогорск һәм Һамарға яңы ҡала яны поездарын ебәрәсәктәр.

Өфөнән “Ҡарлуғас”тар “осасаҡ”Өфөнән “Ҡарлуғас”тар “осасаҡ”
Өфөнән “Ҡарлуғас”тар “осасаҡ”

3 июндә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Куйбышев тимер юлы – “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы етәксеһе Вячеслав Дмитриев менән осрашты. Көн ҡаҙағында пассажирҙар өсөн транспорт үҫеше һәм йөк ташыуҙары, шулай уҡ төбәк биләмәһендә тимер юл инфраструктураһын заманлаштырыу мәсьәләләре булды.

Республика Башлығы Рәсәй тимер юлдары менән эш итеүҙең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы.

- Беҙҙә системалы эш булдырылған. Компания менән пассажирҙар һәм йөк ташыуҙар үҫеше йәһәтенән уңышлы хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Был төбәк, унда йәшәүселәрҙең уңайлылығы өсөн бик мөһим, - тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Куйбышев тимер юлы етәксеһе филиалы эше күрһәткестәренең үҫеше тураһында һөйләне. Былтыр пассажирҙар ташыу һөҙөмтәләре 20 процентҡа артҡан. Быға яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә өлгәшелгән.

Былтыр Өфө – Мәскәү яңы поезын асҡандар. Ул Башҡортостандың баш ҡалаһынан Ульяновск һәм Бөгөлмә аша үтә. Быйыл июлдә Өфөнән Силәбегә “Ҡарлуғас” заманса ҡала яны составтары йөрөй башлаясаҡ. Киләһе йылда заманса электричкалар Өфөнән Һамар менән Магнитогорскиға юлланасаҡ.

Куйбышев тимер юлы етәксеһенең хәбәр итеүенсә, быйыл 5 – 7 сентябрҙә Өфө тимер юлы майҙансығында “Тимер юлы туризмы” төбәк-ара күргәҙмәһен асыу, “Өфө – Белорет” маршрутында “Алһыу ҡаялар” туҡталыш пунктын ҡуйыу планлаштырыла.

Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров һәм Вячеслав Дмитриев Башҡортостан Хөкүмәте һәм “Рәсәй тимер юлы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында 2029 йылға тиклем хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Сығанаҡ, фото: https://glavarb.ru/ru/news/event/iz-ufy-zapustyat-novye-prigorodnye-poezda-v-chelyabinsk-magnitogorsk-i-samaru-77890/

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас