

Башҡортостанда республика ҡалаларында һәм райондарында муниципаль инвестиция стандартын тормошҡа ашырыуға йомғаҡ яһалды.
Башҡортостан Хөкүмәтенең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итеүенсә, ҡалалар араһында иң яҡшыһы – Нефтекама. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Салауат менән Өфө яулаған. Үҙәктәре ҡалалар булған райондар араһында өс лидер иҫәбендә – Благовещен, Мәләүез, Бөрө райондары. Ауыл муниципалитеттары араһында тәүге өсәү иҫәбендә Ҡариҙел, Стәрлетамаҡ, Өфө райондары.
Рөстәм Моратов инвестицияларҙы һөҙөмтәле йәлеп итергә, бизнестың әүҙемлеген дәртләндерергә мөмкинлек биргән ҡоралдар хаҡында һөйләне. Мәҫәлән, 2018 йылдың октябренән республика кимәлендә Башҡортостан Башлығы ҡатнашлығында “Инвестиция сәғәттәре” форматында 172 ултырыш үткәрелгән. Уларҙа 1,2 триллион һумдан ашыулыҡ 730 инвестиция проекты ҡаралған, 93 мең самаһы эш урыны булдырылған. Ошондай уҡ саралар муниципалитеттарҙа ла үткәрелә. 2019 йылдан алып 18 мең муниципаль “Инвестиция сәғәте” үткәрелгән, уларҙа бер триллион һумға яҡын суммаға 26 мең инвестиция проекты ҡаралған.
Бынан тыш, республика Башлығы Радий Хәбиров менән БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров бизнес-берләшмә вәкилдәре менән даими осрашыуҙар үткәрә. 2025 йылда унда 1100 самаһы эшҡыуар ҡатнашты, 300-гә яҡын консультация бирелде, төрлө өлкәләрҙә 200 мәсьәлә тикшерелде.
Дөйөм алғанда, был өлкәлә республика тәжрибәһе иң яҡшыһы тип танылды, ул муниципалитеттар өсөн федераль инвестиция стандартын формалаштырыуҙа ҡулланыла.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.