

Башҡортостан делегацияһы 18-21 июндә үтәсәк Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сараларында ҡатнашасаҡ. Йола буйынса, йыйын глобаль иҡтисадтың төп мәсьәләләрен тикшереү һәм иң яҡшы тәжрибәләр менән алмашыу өсөн төп майҙансыҡҡа әүерелә.
Форум көндәрендә республика 100 миллиард һумға яҡын суммаға килешеүҙәргә ҡул ҡуйырға ниәтләй.
- Кәм тигәндә, ике тиҫтә осрашыу планлаштырабыҙ, шул иҫәптән сит ил делегациялары менән. Программала Ҡытай, Белоруссия, Үзбәкстан, Бахрейн партнерҙары менән һөйләшеүҙәр алып барыласаҡ. Шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург хөкүмәттәре коллегалары, ВТБ банкы, Промсвязьбанк, Стратегик башланғыстар агентлығы етәкселәре менән диалог һәм башҡа бик күп мөһим бәйләнештәр планлаштырыла, – тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.
Башҡортостан делегацияһына Радий Хәбиров етәкселек итәсәк. Республика Башлығы федераль министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, банкирҙар, шулай уҡ Башҡортостан менән килешеү төҙөгән компаниялар вәкилдәре менән бер нисә осрашыу үткәрергә ниәтләй, эре инвестиция компаниялары вәкилдәре менән дә һөйләшеүҙәр планлаштырыла. Шулай уҡ төбәк Башлығы форумдың үҙәк ваҡиғаһында – Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнашлығындағы пленар ултырышта ҡатнашасаҡ.
2025 йылда форумдың төп темаһы: "Дөйөм ҡиммәттәр – күп полярлы донъяла үҫеш нигеҙе". Быйыл Башҡортостан стенды форумда иң сағыуҙарҙың береһе буласаҡ. Ул 390 квадрат метр майҙанды биләйәсәк һәм республиканың инновация ҡеүәтен, инвестиция динамикаһын сағылдырасаҡ. Айырым зоналар традицион рәүештә төбәктең мәҙәниәтенә, тәбиғәт байлыҡтарына, турист мөмкинлектәренә арналған. Бөтә экспозиция Башҡортостандың ҡеүәтен, тотороҡло үҫешен - ышаныслы партнер һәм ҡыйыу инновациялы идеяларҙы тормошҡа ашырыу өсөн асыҡ киңлек идеяһын сағылдыра.
Стенд композицияһы флагман проекттарының береһе - Евразия фәнни-белем биреү үҙәге кампусы тирәләй төҙөлгән. Стендтың һөйләшеү зоналары Өфөнөң Көрәш һарайын миниатюрала сағылдыра. Республикала булдырылған "Берлога" милли киберфизик платформаһын күрһәтеү ҙә Башҡортостан стендының үҙенсәлектәренең береһе буласаҡ. Инвестиция мөхите милли рейтингы һөҙөмтәләре менән таныштырыу иһә - Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының кульминацияһы.
- Был - иң мөһим һәм абруйлы төбәктәр рейтингы, уны йыл һайын Стратегик башланғыстар агентлығы тәҡдим итә. Былтыр беҙ унда өсөнсө урынды алдыҡ, дөйөм алғанда, биш йыл инде тотороҡло рәүештә тәүге унау исемлегендә торабыҙ. Тулҡынланыу менән яңы һөҙөмтәләр көтәбеҙ. Һәм, әлбиттә, рейтинг беҙҙең өсөн маҡсат түгел, ә мөмкинлектәр. Беҙ республикала йәшәү сифатын яҡшыртыуға ынтылабыҙ. Тырышлығыбыҙ ошондай кимәлдә баһаланһа, тимәк, беҙ барыһын да дөрөҫ эшләйбеҙ тигән һүҙ, – тине Андрей Назаров.
Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы - донъялағы иң ҙур һәм әһәмиәтле эшлекле ваҡиғаларҙың береһе. Ул 1997 йылдан башлап йыл һайын үткәрелә. 2006 йылдан Рәсәй Федерацияһы Президенты патронаты аҫтында һәм ҡатнашлығында үткәрелә. Әлеге ваҡытта сарала 140 илдән 20 мең вәкил ҡатнашыуын раҫлаған.
Фото: pravitelstvorb.ru