Иҡтисад
19 Июнь 2025, 15:05

Башҡортостан менән "Ромекс-Кубань" килешеүгә ҡул ҡуйҙы

Бынан алда компания Башҡортостанда OZON ҙур логистик үҙәген төҙөнө лә инде.

Башҡортостан менән "Ромекс-Кубань"  килешеүгә ҡул ҡуйҙыБашҡортостан менән "Ромекс-Кубань"  килешеүгә ҡул ҡуйҙы
Башҡортостан менән "Ромекс-Кубань" килешеүгә ҡул ҡуйҙы

XXVIII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Хөкүмәте менән "Ромекс-Кубань" компанияһы үҙ-ара килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документҡа республика Башлығы Радий Хәбиров һәм компания президенты Алексей Прокопенко ҡул ҡуйҙы. Документ заманса сауҙа-логистика инфраструктураһын булдырыу өҫтөндә берлектәге эште, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүҙе, социаль сәйәсәтте тормошҡа ашырыуҙы, шул иҫәптән, эш урындары булдырыуҙы һәм уҡытыу программаларын индереүҙе, шулай уҡ, консультация һәм методик саралар үткәреүҙе күҙ уңында тота.
Республика башлығы компанияның төбәктә үҙенең эшмәкәрлеген киңәйтеүен дауам итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Бынан алда компания Башҡортостанда OZON ҙур логистик үҙәген төҙөнө лә инде. Улар бер проект менән килгәйне, беҙҙә барыһы ла сәғәт кеүек эшләгәнде һәм ярҙам саралары барлығын күреп, тағы ла бер ҙур объект төҙөргә ҡарар иттеләр. Яңы проектты Өфө районында тормошҡа ашырырға планлаштыралар, уның хаҡы – 18 миллиард һумдан ашыу. Киләһе йылда уҡ төҙөлөшкә тотона алырбыҙ, тип уйлайым, – тине Радий Хәбиров. – Интернет-сауҙаның әүҙем үҫешен иҫәпкә алып, маркетплейстарҙың ни тиклем мөһим роль уйнауын күрәбеҙ. Ҙур логистик үҙәктәр бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҙенә тарта, сөнки тауарҙар менән тап эшҡыуарҙар тәьмин итә.
Үҙ сиратында иһә, Алексей Прокопенко төбәк менән үҙ-ара эш итеүҙең һөҙөмтәлелеген юғары баһаланы һәм Башҡортостан биләмәһендә компания эшмәкәрлеген үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.
Фотолар: Башҡортостан республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан менән "Ромекс-Кубань"  килешеүгә ҡул ҡуйҙы
Башҡортостан менән "Ромекс-Кубань"  килешеүгә ҡул ҡуйҙы
Башҡортостан менән "Ромекс-Кубань"  килешеүгә ҡул ҡуйҙы
Башҡортостан менән "Ромекс-Кубань"  килешеүгә ҡул ҡуйҙы
Башҡортостан менән "Ромекс-Кубань"  килешеүгә ҡул ҡуйҙы
Башҡортостан менән "Ромекс-Кубань" килешеүгә ҡул ҡуйҙы
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас