

Республика етәксеһе Радий Хәбиров 2025 йылдың 18-21 июнендә үтәсәк XXVIII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостандың рәсми делегацияһын етәкләне.
Делегация программаһында – эш осрашыуҙары, панель сессиялар, илдең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре буйынса дискуссияларҙа ҡатнашыу.
2024 йылда Рәсәй төбәктәрендә Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы һөҙөмтәләре менән таныштырыу ПМЭФ майҙансығында төп ваҡиғаларҙың береһе буласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан унда өсөнсө урынды алды.
Радий Хәбиров Эшлекле программа сиктәрендә Рәсәй төбәктәре етәкселәре, дуҫ дәүләттәр вәкилдәре, ватан һәм сит ил компаниялары менеджерҙары менән осрашасаҡ, шулай уҡ бер нисә стратегик килешеүгә ҡул ҡуйыуҙа ҡатнашасаҡ.
- Ғәҙәттәгесә, беҙҙә бай эш программаһы бар. Логистика, ауыл хужалығы, башҡа тармаҡтар өлкәһендә күп һанлы инвесторҙар менән һөйләшеүҙәр планлаштырылған. Был – сәфәр барышында ҡуйылған төп бурыстарҙың береһе. Әлбиттә, Башҡортостандың потенциалы менән юғары кимәлдә таныштырырға теләйбеҙ, – тине ул. – Инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингы һөҙөмтәләрен дә көтәбеҙ.
Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашыусылар республика стендында Башҡортостандың инвестиция, туристик, сәнәғәт һәм фәнни-мәғариф потенциалы менән таныша аласаҡ.
Экспозиция 390 квадрат метр майҙанды биләй. Майҙансыҡта “Берлога” милли киберфизик платформаһы һәм республиканың башҡа ҙур проекттары, атап әйткәндә, Донъя кимәлендәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы ҡуйылған.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.