XXVIII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Радий Хәбиров Һауа транспорты федераль агентлығы етәксеһе Дмитрий Ядров менән осрашты. Улар аэродром инфраструктураһын үҫтереүҙе, шулай уҡ республиканың баш ҡалаһынан авиаташыуҙарҙы тикшерҙе. Билдәләп үтергә кәрәк, Рәсәй Президенты Владимир Путин 2030 йылға халыҡтың авиация хәрәкәтсәнлеген 2023 йылғы кимәлгә ҡарата 1,5 тапҡырға арттырыу бурысын ҡуйҙы. Шуға бәйле илдә 75 аэропортты яңыртырға кәрәк. Улар иҫәбендә – Өфөнөң һауа ҡапҡаһы ла.
– Аэродром инфраструктураһын реконструкциялау 2028 йылдан планлаштырылған. Был маҡсатҡа федераль средстволар бүленә, – тип хәбәр итте Дмитрий Ядров. – Өфөлә пассажирҙар ағымының үҫеше өсөн яҡшы потенциал бар. Быйыл йәй Башҡортостандың баш ҡалаһына барырға ниәтләйем. Визит сиктәрендә осоу-ултырыу һыҙатының, башҡа объекттарҙың торошон баһалаясаҡбыҙ һәм график, эштәр күләме буйынса һуңғы ҡарар ҡабул итәсәкбеҙ.
Фотолар: Башҡортостан республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте.