Иҡтисад
19 Июнь 2025, 12:25

Компанияның пландары ҙур

Башҡортостан Башлығы “Лемана ПРО" компанияһы менән хеҙмәттәшлекте үҫтереү мөмкинлектәрен тикшерҙе.

Компанияның пландары ҙурКомпанияның пландары ҙур
Компанияның пландары ҙур

19 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Лемана ПРО” (элекке исеме “Леруа мерлен”) сауҙа селтәре етәкселеге менән осрашты.

Төбәк етәксеһе компанияның республика биләмәһендә нисек үҫешеүе менән ҡыҙыҡһынды. “Лемана ПРО”ның власть органдары менән үҙ-ара эш итеү буйынса директоры Наталия Неверская Башҡортостан тәьмин итеүселәре менән уңышлы хеҙмәттәшлек итеүе хаҡында һөйләне.

– Артабанғы үҫеш өсөн ҙур потенциал күрәбеҙ. Урындағы етештереүселәрҙең үҙ продукцияһын беҙҙең селтәрҙәргә ебәреү миҫалдары бар. Башҡортостан – властың, тәьмин итеүселәрҙең һәм партнерҙарҙың үҙ-ара килешеп эш итеүе йәһәтенән йылдам үҫешкән төбәктәрҙең береһе, – тип белдерҙе Наталия Неверская. – Компанияның тауар әйләнеше былтыр 716 миллиард һумға еткән, шуның 17,5 миллиарды Башҡортостанға тура килә.

“Лемана ПРО” пландарында – 2026 йылда бер юлы бер нисә ҡатмарлы технологик проектты тормошҡа ашырыу, шул иҫәптән Башҡортостан биләмәһендә.

– Хәҙер беҙ онлайн-сауҙала үҙ өлөшөбөҙҙө арттырыуға иғтибар итәбеҙ, - тип өҫтәне “Лемана ПРО”ның власть органдары менән үҙ-ара эш итеү буйынса директоры. – Классик сауҙанан комплекслы проекттарҙы һатыу яғына китергә теләйбеҙ. Халыҡ монтажсыны йәки ремонт өсөн бригадирҙы ҡайҙа табырға тип уйламаһын өсөн. Улар “Лемана ПРО”ға килеп, ванна бүлмәһен, аш-һыу бүлмәһен йәки бөтә фатирҙы ремонтлау буйынса комплекслы хеҙмәт заказ итә алһын өсөн. Беҙ хеҙмәттәштәр пулын киңәйтеү буйынса әүҙем эшләйбеҙ. Бәлки, был бизнес Башҡортостан эшҡыуарҙарын ҡыҙыҡһындырыр.

Берлектәге эштең тағы бер йүнәлеше – импортты алмаштырыу. Шуны билдәләп үтәйек, “Лемана ПРО” сауҙа селтәре магазиндарында 72 процент тауар – Рәсәй етештереүе.

- Импорт тауарҙың ҡалған өлөшөн илебеҙ етештереүселәре ярҙамында алмаштырырға ниәтләйбеҙ. Республиканың ҡайһы бер предприятиелары менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, уларҙан коммерция тәҡдимдәрен көтәбеҙ, – тип йомғаҡ яһаны Наталия Неверская.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас