

Радий Хәбиров һәм "Марафон" инвестиция төркөмө президенты, "Магнит" компанияһы акционеры Александр Винокуров Башҡортостанда сауҙа селтәрен үҫтереүҙе тикшерҙе. Осрашыу Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында үтте.
Төбәк башлығы компанияның Башҡортостанда тотороҡло эшләүенең әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Компания ҙур, республикала вәкиллек тә ҙур. Беҙгә эштәрегеҙҙең нисек барыуын, пландарығыҙҙы аңлау мөһим, – тине Радий Хәбиров.
Александр Винокуров, үҙ сиратында, финанс, иҡтисади, гуманитар йүнәлештәр буйынса республика менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҡыҙыҡһыныуын раҫланы. "Магнит" Башҡортостанда 2004 йылдан алып эшләй. Төбәктә төрлө форматтағы 880-дән ашыу магазин эшләй. 2024 йылда ғына ритейлер 35 яңы объект аса, ә 2025 йылдың беренсе ярты йыллығында тағы ла 22. Компания эш урындары булдыра, 2024 йылда 300-гә яҡын кеше эшкә урынлаштырылған, бөтәһе төбәк компанияһында туғыҙ меңгә яҡын кеше эшләй. 2024 йылда республика бюджетына һалым түләүҙәре 830 миллион һумдан ашҡан.
Фотолар: Башҡортостан республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте.