Иҡтисад
19 Июнь 2025, 18:20

"ПромСвязьБанк" вуз-ара кампустың икенсе сиратын төҙөүҙә партнер буласаҡ

"ПромСвязьБанк" Өфөлә Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусының икенсе сиратын төҙөүҙә финанс партнеры булып сығыш яһаясаҡ.

"ПромСвязьБанк" вуз-ара кампустың икенсе сиратын төҙөүҙә партнер буласаҡ"ПромСвязьБанк" вуз-ара кампустың икенсе сиратын төҙөүҙә партнер буласаҡ
"ПромСвязьБанк" вуз-ара кампустың икенсе сиратын төҙөүҙә партнер буласаҡ

"ПромСвязьБанк" Өфөлә Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусының икенсе сиратын төҙөүҙә финанс партнеры булып сығыш яһаясаҡ. Хеҙмәттәшлек тураһында тейешле килешеүгә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы һәм банк рәйесе Петр Фрадков ҡул ҡуйҙы.
Радий Хәбиров банк етәкселегенә проектҡа ҡыҙыҡһыныуы өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Һеҙҙең менән эшләү уңайлы. Был да һеҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы проект булыр тип уйлайым. Һеҙҙең кеүек партнер беҙҙең өсөн бик мөһим, – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. – Кампустар төҙөү темаһы популярлаша бара. Хәҙер улар илдең 30 төбәгендә төҙөлә, ә беҙ тәүге һайлап алыуға эләктек, унда ошондай һигеҙ объект инде. Республика өсөн был бик амбициоз проект.
Петр Фрадков иһә, кампус Башҡортостанда Евразия фәнни-тикшеренеү үҙәген үҫтереүҙә мөһим звеноға әйләнәсәк, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
– Фән һәм мәғарифты үҫтереү-илдең технологик суверенитеты нигеҙе. Өфөлә донъя кимәлендәге кампус булдырыу республика һәм милли масштабтағы мәсьәләләрҙе хәл итеүгә һәләтле белгестәрҙең яңы быуындарын әҙерләү өсөн реаль мөмкинлектәр аса, – тине банк рәйесе. 
Фотолар: Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте.

"ПромСвязьБанк" вуз-ара кампустың икенсе сиратын төҙөүҙә партнер буласаҡ
"ПромСвязьБанк" вуз-ара кампустың икенсе сиратын төҙөүҙә партнер буласаҡ
"ПромСвязьБанк" вуз-ара кампустың икенсе сиратын төҙөүҙә партнер буласаҡ
"ПромСвязьБанк" вуз-ара кампустың икенсе сиратын төҙөүҙә партнер буласаҡ
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас