Иҡтисад
19 Июнь 2025, 15:50

Республикала ҡала-ауылдарҙы яҡтыртыуҙы яңыртасаҡтар

Көн тәртибендә Башҡортостан ауылдарын, автомобиль юлдарын, сәнәғәт һәм социаль инфраструктура объекттарын яҡтыртыу системаларын комплекслы яңыртыу һәм төҙөү проекттарын тормошҡа ашырыу ҡаралды.

Республикала ҡала-ауылдарҙы яҡтыртыуҙы яңыртасаҡтарРеспубликала ҡала-ауылдарҙы яҡтыртыуҙы яңыртасаҡтар
Республикала ҡала-ауылдарҙы яҡтыртыуҙы яңыртасаҡтар

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Рәсәйҙең яҡтылыҡ-техник тармағы ғилми-техник советы рәйесе, "БООС ЛАЙТИНГ ГРУПП" корпорацияһы президенты Георгий Боос менән осрашты. Көн тәртибендә Башҡортостан ауылдарын, автомобиль юлдарын, сәнәғәт һәм социаль инфраструктура объекттарын яҡтыртыу системаларын комплекслы яңыртыу һәм төҙөү проекттарын тормошҡа ашырыу ҡаралды. Инициативаны дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдарын ҡулланып тормошҡа ашырырға планлаштырҙылар. Билдәләп үтергә кәрәк, дөйөм алғанда, тышҡы яҡтыртыуҙы яҡшыртыу буйынса төбәк программаһы сиктәрендә Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында 1,12 миллиард һумлыҡ 53 меңдән ашыу яңы яҡтыртҡыс ҡуйылды. Аҡса республика һәм муниципалитеттар бюджеттарынан бүленгән. 2026 йылда 187 миллион һумлыҡ 2,6 меңдән ашыу яңы яҡтыртҡыс ҡуйыу планлаштырыла.
Фотолар: Башҡортостан республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас