Иҡтисад
20 Июнь 2025, 15:15

Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса комплекслы программа тормошҡа ашырыла

Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса кадрҙар сәйәсәте, яңы технологиялар индереү, биналар һәм ҡоролмалар төҙөү йәһәтенән комплекслы программа тормошҡа ашырыла.

Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса комплекслы программа тормошҡа ашырылаҺаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса комплекслы программа тормошҡа ашырыла
Һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса комплекслы программа тормошҡа ашырыла

Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса комплекслы программа тормошҡа ашырыла. Федераль кимәлдә билдәләнгән эшебеҙҙең һөҙөмтәһе өсөн Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығына һәм шәхсән Михаил Альбертовичҡа рәхмәтлебеҙ. Бөгөн милли һаулыҡ һаҡлау системаһын үҙгәртеү барышында беҙгә асылған мөмкинлектәр ҙур.
– Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереү буйынса кадрҙар сәйәсәте, яңы технологиялар индереү, биналар һәм ҡоролмалар төҙөү йәһәтенән комплекслы программа тормошҡа ашырыла. Һуңғы ҙур проект – кардиология үҙәге, быға тиклем беҙ балалар дауаханаһы подразделениеһын файҙаланыуға тапшырҙыҡ. Амбулатор-поликлиника звеноһының ремонтланған ойошмалары ла бихисап. Һанлы һаулыҡ һаҡлауҙа яҡшы проекттар үҫешә: берҙәм мәғлүмәт системаһы, һанлы фельдшер-акушерлыҡ пункттары, телемедицина консультациялары мөмкинлеге һәм бик күп башҡа эштәр, – тип хәбәр итте Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко.
Сығанаҡ: РБК-Өфө.
Фото: Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас