Иҡтисад
20 Июнь 2025, 14:30

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенә вуз-ара кампус проекты күрһәтелде

Кампустың тулыһынса файҙаланыуға тапшырылыуын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Ул кадрҙар һәм технологиялар әҙерләүҙе тәьмин итәсәк. Башҡортостанда уларға мохтаж булған предприятиелар күп – тине Дмитрий Чернышенко.

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенә вуз-ара кампус проекты күрһәтелдеРәсәй Хөкүмәте Рәйесенә вуз-ара кампус проекты күрһәтелде
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенә вуз-ара кампус проекты күрһәтелде

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Башҡортостан стендында булды. Ҡунаҡтар 390 квадрат метр майҙанда урынлашҡан республика экспозицияһы менән танышты. Бында төбәктең күләмле проекттары, шул иҫәптән Евразия Юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы тәҡдим ителде. Радий Хәбиров Дмитрий Чернышенкоға һәм Игорь Комаровҡа кампустың икенсе сираты проекты, уның төҙөлөш этаптары тураһында һөйләне. Шулай уҡ, Дмитрий Чернышенко һәм Игорь Комаров "Берлога" Милли киберфизик платформаһы эше менән танышты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уны Башҡортостанда 2023 йылда Стратегик башланғыстар агентлығы ярҙамында эшләтеп ебәрҙеләр. Презентация сиктәрендә "Росхим" акционерҙар йәмғиәте менән берлектә "Берлога" экосистемаһы проекты – "Киләсәк Химия заводы" производство уйын-симуляторы тәҡдим ителде. Билдәләп үтергә кәрәк, "Берлога" Милли технологик инициативаның хәрәкәте "Таланты" цифрлы платформаһы менән интеграцияланған. Дөйөм ҡулланыусылар һаны 600 меңдән ашыу кеше тәшкил итә.
Бөгөн проектты тормошҡа ашырыуға 20-нән ашыу төбәк ҡушылды. Башҡортостанда ғына "Берлога" платформаһына 53 мәғариф ойошмаһы тоташтырылған, улар нигеҙендә 103 киберфизика түңәрәге селтәре йәйелдерелгән. Ошо уңайҙан республика уҡыусылары техник ижадҡа әүҙем йәлеп ителә һәм Рәсәйҙең технологик суверенитеты темалары менән таныша.
– Кампустың тулыһынса файҙаланыуға тапшырылыуын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Ул кадрҙар һәм технологиялар әҙерләүҙе тәьмин итәсәк. Башҡортостанда уларға мохтаж булған предприятиелар күп – тине Дмитрий Чернышенко. Вице-премьер шулай уҡ, "Берлога" кеүек проекттар балаларҙы һәм йәштәрҙе һөнәри йүнәлеш биреү системаһының мөһим өлөшө булып тора, тип өҫтәне.
Фотолар: Башҡортостан республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенә вуз-ара кампус проекты күрһәтелде
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенә вуз-ара кампус проекты күрһәтелде
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенә вуз-ара кампус проекты күрһәтелде
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенә вуз-ара кампус проекты күрһәтелде
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенә вуз-ара кампус проекты күрһәтелде
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенә вуз-ара кампус проекты күрһәтелде
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенә вуз-ара кампус проекты күрһәтелде
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенә вуз-ара кампус проекты күрһәтелде
Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас