Иҡтисад
20 Июнь 2025, 17:30

XXVIII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының пленар ултырышы уҙҙы

Рейтингта өсөнсө урында – Мәскәү өлкәһе һәм Башҡортостан республикаһы.

XXVIII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының пленар ултырышы уҙҙыXXVIII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының пленар ултырышы уҙҙы
XXVIII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының пленар ултырышы уҙҙы

Радий Хәбиров XXVIII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының пленар ултырышында ҡатнашты. Форумда Рәсәй Президенты Владимир Путин сығыш яһаны. Дәүләт башлығы унда иҡтисадтың ағымдағы хәл һәм ил үҫешенең перспективалы йүнәлештәре хаҡында һөйләне.
– Ҡатмарлы тышҡы ерлеккә ҡарамаҫтан, һуңғы ике йылда Рәсәйҙең тулайым эске продукты дүрт проценттан ашыуыраҡҡа өҫтәлде, йәғни донъя буйынса уртаса күрһәткестәрҙән юғарыраҡ тиҙлек менән үҫте. Ике йыл эсендә "плюс" билдәһе менән ауыл хужалығы, дөйөм алғанда сәнәғәт, төҙөлөш комплексы, логистика, хеҙмәтләндереү, финанс һәм IT-индустрия, йәғни илебеҙ иҡтисадының бөтә төп, система булдырыусы тармаҡтары айырылып торҙо, – тип билдәләне Владимир Путин. – Рәсәй тулайым эске продукт күләме буйынса донъяла дүртенсе урынды биләһә, Европала – беренсе. Был йән башына түгел, ә тулайым эске продукт, йәғни иҡтисад күләме, әммә барыбер бик мөһим күрһәткес. Ағымдағы йылдың иң мөһим бурысыбыҙ – иҡтисадтың баланслы үҫеш траекторияһына күсеүен тәьмин итеү.
Рәсәй Президенты, шулай уҡ, иҡтисадтың оҙайлы үҫеш тиҙлеген арттырыуҙың төп бурыстарын билдәләне.
– Тәү сиратта был мәшғүллек характерын һәм ҡулланыу структураһын үҙгәртеү. Беҙ граждандарҙың иҡтисади әүҙемлеген арттырыу өсөн шарттар булдырырға тейешбеҙ, – тине ул. – Яңы производство, юғары технологиялы, сервис йүнәлештәрен үҙләштереү, хужалыҡ эшмәкәрлеге палитраһын киңәйтеү – былар барыһы ла Рәсәй иҡтисадында структур үҙгәрештәр элементтары. Иҫегеҙгә төшөрәм: 2030 йылға рәсәйҙә төп капиталға һалынған аҡса күләме 2020 йыл менән сағыштырғанда кәмендә 60 процентҡа артырға тейеш.
Владимир Путин тағы ла төбәк идара командаларын инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында алдынғы позициялары менән ҡотланы.
– Йола буйынса, беҙҙең форум сиктәрендә инвестиция мөхите трошоноң милли рейтингы һөҙөмтәләре буйынса, уны Стратегик башланғыстар агентлығы әйҙәй. Хәҙер рейтинг 70 урынына 82 күрһәткесте үҙ эсенә ала, йәғни ул ентеклерәк, тимәк, мәғлүмәтлерәк булды, – тине Дәүләт Башлығы. – Рейтингта өсөнсө урында – Мәскәү өлкәһе һәм Башҡортостан республикаһы. Коллегаларымды, төбәк командаларын ошо һөҙөмтә менән ҡотлайым һәм бөтә төбәктәргә был мөһим өлкәлә артабанғы уңыштар теләйем!
Фото: Башҡортостан республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас