

Рәсәй Финанс университеты филиалында II Бөтә Рәсәй һаҡлыҡ һәм инвестициялар ғаилә фестиваленең төбәк этабы үтте. Республиканың финанс буйынса иң белемле ғаиләһе исемен алыу өсөн төрлө райондарҙан 27 ғаилә, бөтәһе 85 кеше ҡатнашты. Уларҙың барыһы ла – фестивалдең муниципаль этабы еңеүселәре. Был этапта барлығы 200-ҙән ашыу ғаилә һәм 600 кеше көс һынашҡайны. Фестиваль Рәсәй Финанс министрлығы һәм Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты башланғысы менән үткәрелә.
Команда дүрттән дә күп булмаған ғаилә ағзаларынан торҙо. Конкурс шарты буйынса, уларҙың кәм тигәндә береһе бәлиғ йәштә булырға тейеш ине. Фестивалдә ҡатнашыусы ғаиләләр конкурс һынауҙарын үтеп, уйын балдарын йыйҙы, “Һаҡлыҡ кенәгәһе"н тултырҙы. “Һәр кем өсөн инвестициялар” квизы, “Финанс тапҡырлығы”, “Һаҡ бул: алдаҡсы брокер!” чек-ҡағыҙы, “Оҙайлы һаҡлыҡ аҡсаһы программаһы интерәүҙем калькуляторы” оҫталыҡ дәресе, “Туплауҙар һәм һаҡлағыстар” уйыны мауыҡтырғыс булыу менән бергә етдилек һәм күнекмәләр талап итте.
Ағиҙел ҡалаһынан фестивалдә ҡатнашҡан Анфиса һәм Виктор Куминовтар биш йәшлек улдарын да алып килгән. “Һөнәребеҙ буйынса финанс, иҡтисад өлкәһенән алыҫ торабыҙ. Был йәһәттән белем етешмәүе тормош көткәндә һиҙелә. Мәҫәлән, беҙҙе бөгөн торлаҡ төҙөлөшөнә һаҡлыҡ аҡсаһы туплау мәсьәләһе бик ҡыҙыҡһындыра. Байтаҡ һорауҙарыбыҙға тулы яуап алырбыҙ тип уйлайбыҙ”, ти улар.
Рәсәй Финанс министрлығының финанс сәйәсәте департаменты директоры Алексей Яковлев сарала ҡатнашыусыларға ебәргән видеомөрәжәғәтендә фестивалдең илдең төрлө төбәктәрендә үтеүен билдәләп, уның халыҡтың финанс белеме өлкәһендә ысын байрам булыуын белдерҙе. Башҡортостандың финанс министры вазифаһын башҡарыусы Светлана Малинская муниципалитет кимәлендә еңеү яулаған ғаиләләрҙе ҡотлап, уларға уңыштар теләне.
Конкурс башланыр алдынан “Башҡортостандың финанс тикшеренеүҙәре үҙәге” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы директоры Евгений Декатовтың бик ябай тел менән аңлайышлы итеп һаҡлыҡ аҡсаһы һәм инвестициялар булдырыу ысулдары, шул иҫәптән оҙайлы һаҡлыҡ программалары тураһындағы лекцияһын һәр кем ҙур иғтибар менән тыңланы. Фестивалдә ҡатнашыусы ғаиләләр шәхси финанс өлкәһендә белемен иҫбатланы, алдаҡсыларға ҡаршы тороу нескәлектәрен өйрәнде, шулай уҡ һаҡлыҡтағы аҡсаны страховкалау, төрлө инструменттар ярҙамында аҡсаны һаҡлау һәм арттырыу мөмкинлектәрен барланы. Фестивалдә сығыш яһаусы эксперттар әйтеүенсә, хәҙерге заманда финанс мәҙәнилекте арттырыу - көн үҙәгендә торған етди мәсьәләләрҙең береһе. Аҡса табыу ғына түгел, уны һаҡлау һәм инвестициялау белемен үҙләштереү, ғаилә ағзаларына өйрәтеү мөһим. Финанс министры вазифаһын башҡарыусы Светлана Малинская әйтеүенсә, “балаларыбыҙ был йәһәттән белемлерәк, бәхетлерәк буласаҡ”. Бөгөнгө фестивалдә үҫмерҙәрҙең файҙалы лекцияларҙы иғтибар менән тыңлауы, уйындарҙа ҡатнашыуы - шуға асыҡ дәлил. “Шәхси финанстарыңа хужа булып, оҫта идара итеү тормош рәүешенә әүерелергә тейеш. Финанс мәҙәнилеге юғары булған ғаиләләр артҡан һайын илебеҙ шунса көслөрәк, иҡтисадыбыҙ ҡеүәтлерәк буласаҡ” тигән һығымта яһаны конкурста ҡатнашыусылар.
Фестиваль майҙанында һалым ҡайтармаһы, страховкалау, инвестициялар, мутлыҡҡа ҡаршы көрәш буйынса консультация пункттары, уйын майҙандары гөрләп эшләне. Күңел төбөндә ятҡан серле теләктәрҙе яҙып элеү мөмкинлеге булған “финанс ағасы” өлкәндәрҙе лә, балаларҙы ла үҙенә йәлеп итте. Бәйгелә ҡатнашыусы ғаиләләрҙең изге хыялдары, әйҙә, тормошҡа ашһын! Конкурс тамамланыу менән ғаиләләр “Һаҡлыҡ кенәгәләре”н жюриға тапшырҙы.
Башҡортостандың финанс буйынса иң белемле ғаиләләре кемдәр? Конкурс һынауҙарын лайыҡлы үтеп, уйын балдары йыйған, “Һаҡлыҡ кенәгәһе”н тултырған ғаиләләр араһынан өс ғаилә финалға сыҡты. Бына улар: Салауат ҡалаһынан Буниндар, Өфө районынан Вәлиев-Зиннәтуллина, Өфө ҡалаһынан Рәхимҡоловтар ғаиләләре. Еңеүселәрҙең береһе сентябрь айында Мәскәүҙә үтәсәк фестиваль финалында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.
Фотоларҙа: финанс министры вазифаһын башҡарыусы Светлана Малинская еңеүсе Буниндар ғаиләһе менән; конкурста ҡатнашыусы ғаиләләр. Фестивалдең "Бәйләнештә"ге төркөмөнән алынды.