

Уҙған йылда Башҡортостан инвестициялар йәлеп итеү буйынса өс лидер иҫәбенә инде. Бындай ҡаҙанышта Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумының өлөшө ҙур, тине республика Башлығы Радий Хәбиров "Новые известия" гәзитенең баш мөхәррире Андрей Краснобпевҡа биргән интервьюһында.
– Әлбиттә, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы – был тармаҡта иң ҙур сара. Ул киң планлы, ҡеүәтле техник сараларҙан башлап финанс ярҙамы алымдарына тиклем ойоштороуҙы үҙ эсенә ала. Форумда яңы ҡарарҙарға килдек, бер нисә проект тап ошонда барлыҡҡа килде, тип әйтә алам. Улар – ауыл хужалығы өлкәһендәге бер нисә башланғыс, девелопер проекттары. Мәҫәлән, "Ромекс" компанияһы менән бәйләнешебеҙҙе миҫалға килтергәндә, осрашыу һөҙөмтәһендә улар Благовещен янында "Оzon"дың ҙур күмәртә-бүлеү складын төҙөйәсәк. Форумда осрашып, тағы ла 90 мең квадрат метр майҙанда келәттәр төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ.
Беҙ Рәсәй төбәктәрендәге инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингында өсөнсө урынды биләйбеҙ. Яңыһын иғлан итеүҙе түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Уның һөҙөмтәләрен әлегә бер кем дә белмәй (интервью рейтинг һөҙөмтәләре иғлан ителгәнгә тиклем бирелгән). Әлбиттә, быйыл да һәйбәт эшләнек, һәр күрһәткесте иҫәпкә алдыҡ. Әммә был рейтингтың асылы тағы ла шунда: баһаларҙың ярайһы ҙур өлөшө халыҡтан һәм эшҡыуарҙар берләшмәләренән һорау алыу нигеҙендә төҙөлә, йәғни йәмғиәттең кәйеф торошо аныҡ бирелә. Шулай итеп, Башҡортостан өсөн янып-көйәбеҙ!
Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.