Иҡтисад
21 Июнь 2025, 11:30

МХО ветерандары идара итергә өйрәнә

Башҡортостанда Рәсәй Президентының йөкләмәһе нисек үтәлә?

МХО ветерандары идара итергә өйрәнәМХО ветерандары идара итергә өйрәнә
МХО ветерандары идара итергә өйрәнә

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Радий Хәбиров Рәсәй Президентының идара итеү кадрҙары составын махсус хәрби операция ветерандары менән тулыландырыу тураһындағы йөкләмәһенең Башҡортостанда нисек үтәлеүе тураһында һөйләне.

– Был эште беҙ теүәл алып барабыҙ. Республикаға махсус хәрби операция биләмәһенән ике меңгә яҡын яугир ҡайтты. Сәбәптәре төрлө: сикләнгән йәшкә етеү ҙә, яраланыу йәки башҡа ғәҙәттән тыш шарттар. Был ике мең кешене бер йәмғиәткә берләштерҙек. Беҙҙә "Башҡортостан геройҙары" идара итеү кадрҙарын әҙерләү программаһы тормошҡа ашырыла. Унда эшләйәсәк 138 кешене һайлап алдылар ҙа инде. Артабан уларҙы идара итеү хеҙмәтендә күрәсәкбеҙ, тип уйлайым.

Шулай уҡ беҙҙә үҙ бизнесын башларға теләгән МХО ветерандарына ярҙам итеү буйынса киң таралған тәжрибә бар. Әммә шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, яугирҙәрҙең күбеһе алдан эшләгән урынына ҡайтыу теләген белдерә. Был предприятиелар менән, әгәр хеҙмәткәр махсус хәрби операцияға китһә, уның урыны һаҡланасаҡ, тигән килешеү бар, – тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас