Иҡтисад
21 Июнь 2025, 12:00

Туристар һанын өс миллионға еткерергә ынтылабыҙ

Иҡтисади форумда эске туризмды үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды.

Туристар һанын өс миллионға еткерергә ынтылабыҙТуристар һанын өс миллионға еткерергә ынтылабыҙ
Туристар һанын өс миллионға еткерергә ынтылабыҙ

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында эске туризмды үҫтереү буйынса федераль программа бурыстары ла ҡаралды. Уның Башҡортостанда нисек тормошҡа ашырылыуы хаҡында Радий Хәбиров "Новые известия" гәзитенең баш мөхәррире Андрей Краснобаевҡа биргән интервьюһында һөйләне.

– Илебеҙ өсөн эске туризм йәһәтенән уникаль мөмкинлек барлыҡҡа килде. Аңлашылған сәбәптәргә бәйле, рәсәйҙәр сит илдәргә сыҡмай. Шуға күрә хәҙер беҙҙең Башҡортостанда ла иң мөһиме – сәйәхәт инфраструктураһын үҫтереү. Был – урындар булдырыу, турист хеҙмәттәре күрһәтеү, кешеләр үҙенсәлекле тәбиғәт объекттарын ҡарай алһын өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Эш күп. Йыл һайын Башҡортостанға туристар ағымы 20-25 процентҡа арта. Беҙҙең бурыс – күрһәткесте өс миллион кешегә еткереү.

Ә Башҡортостан брендтарына килгәндә, улар хаҡында бер һүҙ менән генә әйтеп булмай. Ул - экология туризмы ла, этнотуризм да, гастрономия ла. Һәм, әлбиттә, медицина: беҙҙең шифаханалар илдә иң яҡшылар иҫәбендә. Бынан тыш, студенттар туризмы. Барыһын да лайыҡлы үҫтерергә кәрәк, – тине республика етәксеһе.

Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Таңсулпан Байтимерова
Читайте нас