

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров XXVIII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы уңайынан “Комсомольская правда”ға интервью бирҙе. Төбәк етәксеһе инвесторҙар эшмәкәрлеге өсөн республиканың өҫтөнлөктәре һәм уның үҫешенә стратегик юл тураһында һөйләне.
Хәбәрсе: Үҙегеҙҙең форумда ҡатнашыуығыҙ тураһында һөйләгеҙ әле. Төбәктәр бында һәр саҡ иң яҡшы, иң ҡыҙыҡлы нимәләр килтерә. Был юлы һеҙҙең стенд форум ҡунаҡтарын нимә менән ғәжәпләндерә?
Радий Хәбиров: Беҙҙең өсөн форум – республиканы алға ебәреүҙең һәм инвестицион яҡтан йәлеп итеүсәнлеген күтәреү өсөн мөһим этаптарҙың береһе. Мөйөштә баҫалҡы ғына ултырыу һәм өндәшмәү беҙҙең юл түгел. Республикабыҙ беҙҙең ниндәй, нимәбеҙ бар, һәм әлбиттә, инвесторҙар өсөн ниндәй мөмкинлектәребеҙ булыуы тураһында һөйләргә кәрәк. Был - төп бурыс.
Икенсенән, форум нон-стоп режимында бик уңайлы шарттарҙа беҙҙең менән осрашырға теләк белдергән инвесторҙар менән күрешергә һәм фекер алышырға мөмкинлек бирә. Яңы инвесторҙар күренә, бер нисә проектты башлайбыҙ. Һәм бында бөтә деталдәр ҙә мөһим. Шуға күрә һәр йыл һайын республикабыҙҙың презентация фасадына һәм стендыбыҙға етди иғтибар бирәбеҙ. Минең ҡарашҡа, ул технология яғынан тейешле кимәлдә, беҙ унда төп йүнәлештәрҙе билдәләнек.
Төбәк башлыҡтары өсөн Рәсәй Хөкүмәтенең бөтә ағзаларының бында булыуы, моғайын, бик мөһимдер. Беҙҙең Хөкүмәт ағзалары менән ҡайҙалыр бик ҡыҫҡа, ҡайҙалыр ентекле итеп, беҙҙәге мәсьәләләр тураһында фекер алышырға мөмкинлек бар. Ә беҙҙә улар, ҡағиҙә булараҡ, һәр саҡ күп. Һәм беҙ бында етерлек кимәлдә тиҙ, оператив ҡарарҙар ҡабул итәбеҙ.
Хәбәрсе: Һеҙ нисек өлгөрәһегеҙ?
Радий Хәбиров: Эйе, еңел түгел. Бында ойоштороу мәсьәләһе мөһим. Әгәр һин осрашыуға әҙерһең, бурысың аныҡ билдәләнгән икән, уны һөйләшеүҙәр ваҡытында 15-20 минут дауамында хәл итергә мөмкин. Бында бөтә төбәктәрҙең булыуы бик мөһим. Беҙ горизонталь бәйләнештәр буйынса ла эшләйбеҙ. Төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытабыҙ, иҡтисади яҡтан ғына түгел, социаль, мәҙәни бәйләнештәрҙе лә.
Хәбәрсе: Ә бизнесты нисек йәлеп итәһегеҙ? Беҙҙә нигеҙҙә төбәктәр үҙ-ара ярышып эшләй бит.
Радий Хәбиров: Беренсенән, беҙ тейешле кимәлдә һәм күп төҙөйбөҙ. Төп объекттарыбыҙҙың береһе – ҙур студенттар кампусы. Ул әүҙем төҙөлөш стадияһында. 2027 йыл аҙағына беҙ уны файҙаланыуға тапшырасаҡбыҙ.
Был –“Берлога” киберфизик платформаһы, йәштәргә программалаштырыуҙың, уйындар формалаштырыуҙың тәүге күнекмәләрен алырға мөмкинлек биреүсе бик ҡыҙыҡлы проект. Шуның менән бергә ул - башынан аҙағына тиклем Рәсәй платформаһы.
Асылда бизнес үҙенә уңайлы урынды эҙләй. Ә уңайлылыҡ нимә ул? Минең ҡарашҡа, яуап ике төп өлөштән тора. Беренсенән, әлбиттә, республикала булған өҫтөнлөктәрҙең иҡтисади саралары. Бында радикаль айырма юҡ. Бөтә төбәктәр бер-береһен күҙәтә. Тағы ла беҙ үтәгән айырым федераль стандарттар бар. Шуға күрә бында башҡа төбәктәр менән конкуренцияла һөҙөмтәлерәк булыу өсөн ниндәйҙер өҫтәмә нимәләр кәрәк. Быға өҫтәп, эшлекле мөхиттең булыуы мөһим, уны аҡсаға әйләндереп булмай. Уны дана, бетон, кубометр һәм башҡа үлсәмдәрҙә үлсәүе ҡатмарлы. Был – ышаныс һәм хөрмәтле мөнәсәбәт атмосфераһы. “Бында һүҙҙә торалар” тигәнде тойоу. Был бик мөһим. Шуға күрә инвестор аҡсаһын тотонорға тәүәкәлләй.
Хәбәрсе: Сағыштырмаса һеҙҙең республикала тағы ниндәй өҫтөнлөктәр бар?
Радий Хәбиров: Республикабыҙ ҙур, йәштәр күп, урта профессиональ белем биреү системаһы яҡшы үҫешкән. Шулай итеп, беҙ бизнесты хеҙмәт ресурстары менән тәьмин итергә әҙер. Ҡайһы бер төбәктәр кешеләр етешмәгәнлектән яфалана. Республика ҙур, предприятиеларҙа эшләргә әҙер ауыл халҡы бар. Өҫтөнлөгөбөҙ тағы шунда: беҙҙә ер бүлеү мөмкинлеге бар. Был ауыл хужалығы өлкәһендә эре индустриаль партнерҙарҙы йәлеп итә. Иң мөһиме, инвестор аңлайышлы, тәртипле идарасы команданы күрә. Быларҙың бөтәһе лә бергә эшләй. Бер нимәгә ҡарамаҫтан, беҙ алты йыл рәттән инвестицияларҙы арттырабыҙ.
Хәбәрсе: Былтыр беҙ иҡтисадтың артыҡ йылыныуы тураһында йыш һөйләһәк, хәҙер уның һыуыныу мөмкинлеге тураһында әйтәбеҙ. Бизнестың республикала ауырлыҡтар менән осрашыуын тояһығыҙмы?
Радий Хәбиров: Әлбиттә, улар бар. Улар етерлек. Әммә проблемаларҙы хәл итергә кәрәк. Ҡайҙалыр проектты тормошҡа ашырыуҙа аҡыл менән туҡталып торорға кәрәк. Бәлки, яңыртыу этабын туҡтатырғалыр. Бәлки, инвестицияларҙың киләһе фазаһына күсмәй торорғалыр. Бында һәр етәксе үҙенсә хәл итә. Әммә беҙҙең кәйефебеҙ төшөнкө, беҙгә инвестор башҡа ишек шаҡымаҫ, тип әйтә алмайбыҙ. Улар беҙгә бынан ике йыл элек кеүек һәр аҙна һайын туҡылдата.
Миңә Рәсәй Хөкүмәтенең динамикалы эше оҡшай. Сөнки улар һәр һынауға ниндәйҙер сиселеш тәҡдим итә йәки хәл итергә тырыша. Был беҙгә төбәктәрҙә күп инфраструктура бурыстарын хәл итергә ярҙам итә. Республикала ҙур үҫеш институттары бар. Әгәр урында ултырмай һәм әүҙем эшләгәндә, был ябай булмаған юлды үтергә мөмкин.
Хәбәрсе: Финанс министры Антон Силуанов сессияларҙың береһендә, һалҡынайыуҙан һуң һәр саҡ йәй килә һәм йылына тип, борсолмаҫҡа ҡушҡайны. Ә Хөкүмәттә шунда уҡ бер нисә үҫеш стратегияһын ҡараясаҡтар. Һеҙҙең республикала киләсәккә стратегик ҡараш бармы?
Радий Хәбиров: Әлбиттә, беҙ киләсәк тураһында уйлайбыҙ. Беҙҙә алыҫҡа, 2050 йылға һәм артабан ҡарарға айырым программалы күҙаллауҙар бар. Минең шәхси ҡарашым – ябай булмаған заманды кисереү өсөн тап уларға иғтибарҙы йүнәлтергә кәрәк. Шуға күрә яңыраҡ “Башҡортостан-2030” программаһын ҡабул иттек. Беҙ унда республиканың биш йылдан һуң нисек булырға тейешлеген төҫмөрләргә тырыштыҡ. Ни өсөн беҙ быны эшләйбеҙ? Сөнки һынауҙар шул тиклем ҡатмарлы, алыҫта нимә булыуына иҫәп тотоу ауырыраҡ. Шуға күрә беҙ яҡындағы ваҡытҡа иғтибарҙы туплайбыҙ. Әммә перспектива менән, ҡайһы бер проекттарҙы тормошҡа ашырыу киләсәктә буласаҡ.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.