Иҡтисад
22 Июнь 2025, 08:30

Төп бурысыбыҙ – республиканы танытыу

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров:"Беҙ республиканың төп үҫеш йүнәлештәре буйынса презентация яһайбыҙ – был иҡтисад һәм фән".

Төп бурысыбыҙ – республиканы танытыуТөп бурысыбыҙ – республиканы танытыу
Төп бурысыбыҙ – республиканы танытыу

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров XXVIII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында “Новые известия”ның баш мөхәрриренә интервью бирҙе. Төбәк етәксеһе форум майҙанында республика делегацияһының эше һәм Башҡортостан иҡтисады тураһында һөйләне.

Хәбәрсе: Форумдың губернаторҙар көнөндә беҙ төбәк башлыҡтары менән әңгәмәләшәбеҙ. 2025 йылда Башҡортостан Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумына ниндәй уңыштар менән килде?

Радий Хәбиров: Беҙ халыҡ-ара иҡтисади форумда тәүге тапҡыр ғына ҡатнашмайбыҙ, беҙҙең төп бурыс, әлбиттә, – республиканы презентациялау. Ә икенсеһе – инвестициялар йәлеп итеү. Шуға күрә беҙҙең килеүҙең төп маҡсаты  – әле эшләгән инвесторҙар менән осрашыу, теге йәки был стадиялағы проекттарыбыҙ ҙа бар. Һәм шуға ярашлы, Башҡортостанға яңы ғына килеүсе инвесторҙар менән танышыу, бәйләнеш урынлаштырыу. Был йәһәттән XXVIII Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы – үҙенсәлекле майҙансыҡ. Бында барыһы ла уңайлы. Беҙ бер урында бөтәһен дә таба алабыҙ: үҙебеҙ хеҙмәттәшлек иткән коллегаларыбыҙҙы, инвесторҙарҙы, эре корпорациялар етәкселәрен, хөкүмәт ағзаларын. Был - даими эш.

Беҙ республиканың төп үҫеш йүнәлештәре буйынса презентация яһайбыҙ – был иҡтисад һәм фән. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, беҙҙең стенд фәнгә арналған. Беҙ Вуз-ара кампусыбыҙҙы презентациялайбыҙ. Уның асылы презентациялауҙа ғына ла түгел, был – хеҙмәттәшлеккә саҡырыу. Бөгөн Томск өлкәһе менән килешеү төҙөнөк. Томск – Себерҙең эре фән үҙәге, шуға күрә беҙҙең күп маҡсаттар тап килә. Ғөмүмән, ниндәйҙер тармаҡ өҫтөнлөккә эйә тип әйтергә ярамай. Беҙ төрлө килешеүҙәр төҙөйбөҙ. Улар –төҙөлөш проекттары, ауыл хужалығы, сәнәғәт  өлкәләрендәге башланғыстар. Алда Росавиация етәкселеге менән осрашыу көтә. Беҙ Өфөнән илебеҙҙең башҡа ҡалаларына рейстарҙы субсидиялау перспективаларын ҡарарға теләйбеҙ. Шуға күрә баҫым яһап әйтәм, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы – презентация һәм инвестициялар йәлеп итеү өсөн бик уңайлы майҙансыҡ.  

Хәбәрсе: Инвестициялар буйынса. 2024 йылда Башҡортостан инвестициялар йәлеп итеү буйынса тәүге өс лидер рәтенә инде. Форумдың роле был тәңгәлдә ни тиклем мөһим булды һәм бынан һуң инвестициялар менән эш нисек барыр?

Радий Хәбиров: Әлбиттә, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы – иң ҙур иҡтисади форум, әммә форумдар күп. Был – инвестициялар йәлеп итеүҙәге инструменттарҙың береһе генә, ул ойоштороу-техник мәлдәрҙән башланып һәм финанс ярҙамы ысулдары менән тамамланған бик күп планлы, бик ҙур эш. Был өлкәлә, әлбиттә, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы - ошо сылбырҙың, ошо инструментарийҙың мөһим элементы. Шуны әйтә алам, беҙ бында ысынлап яңы сиселештәр таптыҡ, тап ошонда байтаҡ проекттар тыуҙы.

Хәбәрсе: Һеҙ уларҙы атай алаһығыҙмы?

Радий Хәбиров: Ауыл хужалығы өлкәһендәге башланғыстар. Ҡайһы бер девелопер проекттары. Мәҫәлән, “Ромекс” компанияһы менән бәйләнештәрҙе алайыҡ. Бындағы осрашыуҙың һөҙөмтәһе булып, уларҙың Благовещен эргәһендә ҙур күмәртә-бүлеү OZON һаҡлағысын төҙөү булды. Беҙ улар менән быйылғы форумда осраштыҡ һәм тағы ла 90 мең квадрат метр майҙанда келәт төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙыҡ.

Беҙ, ысынлап та, бик мөһим рейтингта өсөнсө урынды алып торабыҙ. Һәм түҙемһеҙлек менән яңы рейтинг иғлан ителеүен көтәбеҙ. Беҙ быйыл да эшләнек, һәр күрһәткесте яҡшырттыҡ, тик был рейтингтың асылы шунда: күп баһалар халыҡтан һорау алыу нигеҙендә ҡуйыла, йәғни халыҡтың кәйефе һөҙөмтәһендә баһа бирелә. Шуға күрә рейтинг юғары дөрөҫлөккә дәғүә итә. Күрербеҙ, Башҡортостан өсөн борсолабыҙ, көйәбеҙ.

Хәбәрсе: Рәсәй Президентының махсус хәрби операция ветерандарын идара итеү кадрҙарына йәлеп итеү тураһындағы ҡарары нисек үтәлә?

Радий Хәбиров: Был эште яҡшы башҡарабыҙ.Махсус хәрби операциянан ике меңгә яҡын егетебеҙ ҡайтты. Сәбәптәре төрлө. Ошо ике мең кешене йәмәғәтселеккә ылыҡтырҙыҡ. Беҙҙә “Башҡортостан геройҙары” тигән кадрҙар әҙерләү программаһы бар. Уға 138 кешене һайлап алдыҡ, улар менән эшләйәсәкбеҙ. Киләсәктә уларҙы идаралыҡ эшмәкәрлегендә күрәбеҙ. Бизнестарын башларға теләгәндәргә ярҙам итеү практикаһы бар. Тик шуны билдәләргә теләйем, яугирҙәрҙең күпселеге кире үҙҙәренең эшләгән урындарына ҡайта. Предприятиелар менән килешеү бар, әгәр хеҙмәткәр махсус хәрби операцияға китһә, уның эш урыны һаҡлана.

Хәбәрсе: Тағы бер федераль программа – эске туризмды үҫтереү. Ул Башҡортостанда нисек тормошҡа ашырыла?

Радий Хәбиров: Беҙҙең илдә эске туризм  өсөн үҙенсәлекле мөмкинлек барлыҡҡа килде. Билдәле сәбәптәр арҡаһында рәсәйҙәр сит илдәргә йыш йөрөй алмай. Шуға күрә беҙ Башҡортостанда сәйәхәттәр инфраструктураһын үҫтереү менән шөғөлләнәбеҙ. Былар – кешеләр үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡылары менән танышһын өсөн ял итеү урындарын булдырыу, туристик хеҙмәттәр күрһәтеү, уңайлы шарттар тыуҙырыу. Эш ҙур. Йыл һайын республикаға туристар ағымы 20-25 процентҡа арта. Беҙҙең бурыс – туристар ағымын өс миллионға еткереү.

Хәбәрсе: Рәсәй халыҡтары араһында Башҡортостан брендын нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?

Радий Хәбиров: Бер һүҙ менән әйтеп тә булмай. Был - экологик туризм да, этнотуризм да, гастрономия ла. Әлбиттә, медицина, беҙҙең шифаханалар – илдә иң яҡшылар рәтендә. Бынан тыш, студенттар туризмы. Шуға күрә бөтәһе лә етерлек кимәлдә күп төрлө.

Фото:Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас