

17 июлдә рәсми рәүештә Өфө Моторҙар эшләү берекмәһенең 100 йыллығы билдәләнә. Ҙур датаға бәйле, ойошма 400 фатирҙан торған 27 ҡатлы йорттө төҙөп бөтөргә ниәтләй. Был хаҡта баш ҡаланың utv.ru интернет-порталы хәбәр итә.
Ул предприятиеға ситтән эшкә килгән хеҙмәткәрҙәргә ҡуртымға биреләсәк. Хаҡты ойошма ҡаплай, хеҙмәткәрҙәр инде коммуналь хеҙмәттәр өсөн генә түләй.
Фатирҙар араһында студиялар ҙа, бер-ике-өс бүлмәлеләре лә бар. Унда йәшәр өсөн кәрәкле йыһаз, көнкүреш техникаһы ҡуйыла.
“Башҡорт вахтаһы” проекты буйынса тормошҡа ашырылған алым кадрҙар етешмәүен хәл итеү, белгестәрҙе башҡа тарафтарға эшкә ебәрмәҫкә тырышыуҙан барлыҡҡа килгән. Уңайлы фатирҙарға иң тәүҙә быйыл эшкә урынлашҡан, айырыуса дефицит һөнәрҙәр вәкилдәре урынлаштырыла.
Предприятие кадрҙар программаһында ярайһы уңышлы алымдар тәҡдим итә. Улар иҫәбендә – фатирҙы ҡуртымға алыу хаҡын ҡайтарыу, ипотека алыуҙа ярҙам, туҡланыу өсөн ташлама, бушлай транспорт һәм башҡалар.
Башҡортостанда башҡа төбәктәргә вахтаға эшкә китеүселәр күп. Һәм бындай ярҙам юлдары республиканың сәнәғәт ҡеүәтен һаҡлау өсөн стратегик яҡтан ныҡ мәһим.
Фото: https://vk.com/unews