

Кисә Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа "Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең вәкиллеген асыу тантанаһы үтте. Компания етәкселеге һәм район хакимиәте ҡатнашлығында үткән тантана предприятиеның урындағы халыҡ менән диалог булдырыуында яңы этапты билдәләй.
Йәмғиәттең офисы Ленин урамы, 35 адресы буйынса "Башинформсвязь" бинаһының икенсе ҡатында урынлашҡан, унда шулай уҡ - "Рәсәй почтаһы" бүлексәһе. "Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев билдәләүенсә, яңы офис ишеге райондың бөтә халҡы өсөн асыҡ.
"Офис асыу арҡаһында беҙ Әбйәлил районына нығыраҡ яҡынайҙыҡ, — тип белдерҙе Т. Бәхтигәрәев. - Йәмғиәтте ошо адрес буйынса теркәү процедураһы башланды, ул июлгә тамамланыр тип көтөлә. Беҙ тулыһынса Әбйәлил районы предприятиеһы буласаҡбыҙ".
Директор һүҙҙәренсә, офис эшенең төп маҡсаты - халыҡ өсөн мәғлүмәт һәм ярҙам сығанағы булдырыу: "Беҙ кешеләргә инвестиция проекты, баҡыр мәғдәне сығарыу, Әбйәлил уҡыусылары өсөн башлап ебәргән маҡсатлы уҡыу программалары тураһында ентекләберәк белеү мөмкинлеген бирергә тырышабыҙ. Бында шулай уҡ Силәбе өлкәһендә эшләгән партнер-предприятиеларға эшкә урынлашыу варианттарын аныҡларға мөмкин. Өҫтәүенә төрлө һорауҙарға яуап бирергә әҙерҙәр, районда йәшәгән һәр кем менән осрашыуға шатбыҙ".
Әбйәлил районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Айрат Әминев компания вәкилдәрен һәм халыҡты офис асылыу уңайынан ҡотланы, уның коммуникация өсөн мөһимлеген билдәләне. Ҡунаҡтар "Салауат"тың эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды. Төп мәсьәләләрҙең береһе маҡсатлы уҡыу программаларына ҡағыла. Ҡунаҡтарҙың береһе: "Һеҙҙең уҡыу программаһы эшләй башланымы?" - тип һораны. "Эйе, - тине Таһир Тимербай улы. - Ике ғариза бар, беҙҙең квоталар буйынса уҡырға теләгән 25 йәштәгеләрҙән дә ғаризалар килде".
Директор шулай уҡ буласаҡ студенттар өсөн гарантияларҙы аныҡлай: геология разведкаһы запастарҙы раҫламаһа ла йәки комбинат уҡыуҙы тамамлаған мәлдә төҙөлмәһә лә, йәштәрҙе квота буйынса партнер предприятиеларға — Томинск йәки Михеевск тау-байыҡтырыу комбинаттарында эшкә урынлаштырыу гарантиялана.
Геология разведкаһы барышы һәм перспективалары тураһында бер нисә һорау булды. Бәхтигәрәев ентекле эшләү кәрәклеген аңлатты: "Беҙ запастарҙы раҫламау мөмкинлеген билдәләйбеҙ, сөнки совет осоронда үткәрелгән геология мәғлүмәттәре тулы түгел. Үткән быуатта башҡарылғас, күләме лә аҙ. Эште тулыландырырға кәрәк, беҙ булған материалдарҙы ҡулланабыҙ. Хәҙер беҙҙә тау бүлеүҙең аныҡ сиктәре бар".
Аудиторияны ерҙе рекультивациялау мәсьәләләре лә борсой. "Хәҙер беҙ районда хакимиәт менән тығыҙ бәйләнештә ошо мәсьәләләр өҫтөндә эшләйбеҙ", - тине Бәхтигәрәев.
Урындағы халыҡты эшкә урынлаштырыуға ҙур өҫтөнлөк бирелә. "Кешеләргә "Салауат" ЯСЙ-һы нисә вакантлы урын бүлә ала?" тигән һорау яңғыраны. "Мәғдәндең яҡынса запастарынан сығып, йылына 10 миллион тонна мәғдән, техник ҡарарҙар буйынса, 1500 кешене эшкә урынлаштырыу күҙаллана, — тип яуапланы директор. - Урындағы халыҡ эш барышында предприятиеның нормаларҙы үтәүен күрер тип уйлайым". Ул компанияның урманды тергеҙеү буйынса йөкләмәләрен билдәләне: "Ҡырҡылған бер ағас өсөн "Салауат" ЯСЙ-һы ике ағас ултыртасаҡ, улар тамыр йәйһен өсөн урманды тергеҙеү, шулай уҡ агроход үткәрәсәкбеҙ. Ә быны ҡайҙа уҙғарыу яҡшыраҡ икәнен беҙгә хакимиәт, урмансылыҡ белгестәре әйтер".
Асҡарҙа "Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең офисын асыу эре инвестор менән Әбйәлил районы халҡы араһында мөһим коммуникация майҙансығы барлыҡҡа килеүен күрһәтә. Компания асыҡтан-асыҡ эшләргә, мәғлүмәт бирергә, урындағы кадрҙарҙы уҡытырға һәм экология йәһәтенән йөкләмәләргә иғтибар биреп, биләмәне үҫтереүгә өлөш индерергә ынтылыуын белдерә. Хәҙер Әбйәлил халҡы үҙ һорауҙары, тәҡдимдәре менән килә аласаҡ.
Фото һәм текст авторы: Таңсулпан Йомағужина.