

26-27 июндә Түбәнге Новгородта Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең 12-се форумы үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә делегация ла ҡатнашты. Форум “Түбәнге Новгород йәрминкәһе” күргәҙмә үҙәгенең майҙансығында уҙғарылды.
Форумда ҡатнашыусыларға видеомөрәжәғәт менән Рәсәй Президенты Владимир Путин сыҡты. Дәүләт башлығы ике илдең төбәктәре вәкилдәренең осрашыуы изге йолаға әүерелеүен белдерҙе. Быйыл форумда Рәсәйҙең 79 субъектынан һәм Белоруссия өлкәләренән 800-ҙән ашыу делегат ҡатнашты.
Форум делегаттарына видеотәбрикләү менән Белоруссия Президенты Александр Лукошенко ла сыҡты. Ул үҙенең сығышында Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең форумы эшләү дәүерендә һөҙөмтәлелеген раҫлауын белдерҙе.
Сараға ярашлы, Башҡортостан һәм Белоруссия вәкилдәренең осрашыуҙары үтте. Мәҫәлән, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов Белоруссия сәнәғәт министрының беренсе урынбаҫары Андрей Конюшко менән осрашты. Яҡтар ике республиканың тотороҡло үҫеше, сәнәғәт кооперацияһын киңәйтеү мәсьәләләрен тикшерҙе. Башҡортостан делегацияһы Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһен дә ҡараны. Унда үҙенең продукцияһын Өфөнөң трамвай-троллейбус заводы күрһәтте. Улар Минск автомобиль заводы менән берлектә заманса троллейбустар сығара. 700-ҙән ашыу ошо машинаны Рәсәйҙең 14 төбәгенән заказсыларға алып барғандар. Перспективала троллейбустарҙы Башҡортостандың яңы майҙансығында етештереү ниәтләнә. Ошо маҡсатта быйыл февралдә “МАЗ-УТТЗ” электр транспорты үҫеше биләмәһе” тигән берлектәге предприятие теркәлгән. Рөстәм Моратов яңы компанияның етәкселеге менән осрашты, производствоны үҫтереү пландары тикшерелде.
Форум барышында Башҡортостандың Йәштәр хөкүмәте “Белоруссия Республикаһының йәштәр союзы” йәмәғәт берекмәһе менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө.
Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы сайтынан.