Иҡтисад
27 Июнь 2025, 14:30

Троллейбустарҙа - Башҡортостан пейзажы

Яңы моделле троллейбустар берлектә эшләнде.

Троллейбустарҙа - Башҡортостан пейзажыТроллейбустарҙа - Башҡортостан пейзажы
Троллейбустарҙа - Башҡортостан пейзажы

Өфөнөң трамвай-троллейбус заводы Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең форумында “Горожанин” маркаһының яңы модификацияһын күрһәтте. Был турала йәмғиәттең генераль директорының беренсе урынбаҫары Сергей Яковлев һөйләне.

"Өфөнөң трамвай-троллейбус заводы Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең форумында ике модель күрһәтте. Был троллейбус күп һыйҙырышлы. Ул әлегә бер генә экземплярҙа Минск автомобиль заводы менән берлектә булдырылған. Өс айҙан Өфөлә тест үтәсәк. Шулай уҡ Минск автомобиль заводы сығарған 303-сө модель бар. Рәсәй компоненттарынан эшләнгән. Ул да әлегә бер генә дана.

“Горожанин” маркалы ҙур һыйҙырышлы машинаға ла ихтыяж бар. Уға Түбәнге Новгород, Ҡазан, Петербург ҡалалары ҡыҙыҡһыныу белдергән. Тиҙҙән был машиналар күп төбәктәрҙә йөрөй башлар. Троллейбустың эсе Башҡортостан пейзажы менән биҙәлгән", - тине Сергей Яковлев.

Әйтергә кәрәк, 26-27 июндә Түбәнге Новгородта Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең 12-се форумы үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә делегация ла ҡатнашты.

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас