

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Әбйәлил районының Буранғол ауыл биләмәһенә ҡараған Салауат утары янындағы баҡыр мәғдәне майҙансығында “Салауат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә геологик тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн лицензия бирелеүе хаҡындағы төрлө хәбәрҙәр халыҡ араһында ҙур бәхәстәр тыуҙырҙы. Шуға күрә йәмғиәт вәкилдәре үҙ сиратында халыҡ менән яҡындан аралашыу, уларҙы борсоған һорауҙарға яуап биреү, ике яҡлы диалог ойоштороу маҡсатында райондың күпселек ауылдарында халыҡ менән осрашыуҙар үткәрҙе, төрлө ведомство вәкилдәре саҡырылды, ғалимдар үҙ һүҙен әйтте, ерле халыҡ үҙҙәренең фекер-тәҡдимдәрен еткерҙе. Шундай осрашыуҙарҙың береһендә “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙы мониторингылау буйынса Күҙәтеү советы ойошторолдо.
Советтың төп бурысы — файҙалы ҡаҙылмалар сығарыусы йәмғиәт етәкселеге менән халыҡ араһында асыҡтан-асыҡ диалогты тәьмин итеү, экология нормаларын теүәл үтәүҙе контролдә тотоу, проект барышы тураһында халыҡҡа мәғлүмәт еткереү, асыҡлыҡ һәм тотороҡлолоҡ тәьмин итеү. Совет ағзалары проектты тормошҡа ашырыуҙы күҙәтеү, эштәрҙе үткәреүҙә ҡатнашыу һәм халыҡҡа объектив мәғлүмәт биреү хоҡуғына эйә була.
Әбйәлил район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Айрат Әминев рәйеслек иткән Күҙәтеү советында 26 кеше иҫәпләнә. Улар араһында райондың абруйлы шәхестәре, әүҙем йәмәғәтселәр, депутаттар, ғалим-геологтар, экологтар, ауыл биләмәләре башлыҡтары, эшҡыуарҙар һәм йәштәр бар. Был совет БР Тәбиғәтте файһалыныу һәм экология министрлығы янында эшләй.
Һәр башланғыс халыҡ тарафынан ауыр ҡабул ителә. Ә инде ул тәбиғәткә бәйле булһа, экология мәсьәләһе һәр кемде борсомай ҡалмай. Әммә һәр төбәк үҫешһен, алға китер өсөн ситтән инвесторҙарҙың булыуы мөһим, яңы предприятиеның төҙөлөүе төбәк иҡтисадына ҙур өлөш индерәсәге бер кемгә лә сер түгел. Был хаҡта фекер алышыу өсөн Амангилде ауыл биләмәһе башлығы Вадим Абдуллин менән шәхси эшҡыуар, “Ҡымыҙ бароны” Айтуған Фәттәховтарҙың фекерҙәрен тыңланыҡ. Улар икеһе лә Ҡаҙмаш ауылынан.
— Егеттәр, һеҙ икегеҙ ҙә Күҙәтеү советы ағзалары, бер ауылда тыуып үҫкәнһегеҙ. Әгәр ҙә геология разведкаһынан һуң Әбйәлилдә тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөлә ҡалһа, төбәккә иҡтисади үҫеш бирерме?
Вадим Абдуллин. —Һис шикһеҙ. Үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт директоры Таһир Бәхтигәрәев менән берлектә күпме ауылдарҙа осрашыуҙар үтте, төрлө ведомство вәкилдәре саҡырылды, һәр урында ике яҡлы диалог ҡоролдо. Мин ауыл биләмәһе башлығы булараҡ та, ошо ерҙә тыуып-үҫкән кеше булараҡ та тәүҙә Салауат утары янында карьер асыла тигәнде ишеткәс тә, мин дә ҡаршы булдым, бигерәк тә тыуған яғымдың экологияһы өсөн тәрән борсолдом. Йөрәк яна, күңел ярһый. Әммә, ауылдаштар бөгөн илдә барған мөһим хәлде аңларға кәрәк, егеттәребеҙ беҙҙең тыныс тормошобоҙ өсөн яуҙа ғүмерҙәрен бирә, аяуһыҙ көрәшә. Миңә лә гуманитар ярҙам оҙатып өс тапҡыр барып ҡайтырға тура килде, унда ысын һуғыш бара. Яугирҙәребеҙгә бар яҡлап ярҙам кәрәк, шул иҫәптән илгә лә бөгөн баҡыр талап ителә.
Буранғол, Амангилде, Асҡар ауылдарында үткән осрашыуҙарҙа ҡатнаштым, интернет селтәренән һуңғы яңылыҡтар менән танышып барам. Эйе, барыһы ла карьер өсөн ҡаршы, тик берәү ҙә өс йылдан ашыу һуғыш барғанлығын телгә лә алмай. Илебеҙгә баҡыр кәрәклеге иҫәпкә алынмай, “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең федераль кимәлдә бирелгән лицензия ҡағыҙы бар, улар беҙ теләйбеҙме, юҡмы барыбер геологик тикшеренеүҙәр үткәрәсәк. Әгәр ҙә үҙҙәре теләп халыҡ алдында асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә килгәндәр икән, ниңә һаман булһа һыуҙы болғатырға, ниндәйҙер сәйәси хәлгә алып барып еткерергә тырышырға? Киреһенсә, мөмкин тиклем уларҙан ауылдарҙың инфрастуктураһын үҫтереү өсөн үҙебеҙҙең тәҡдимдәрҙе әйтеп ҡалырға кәрәк. Балаларыбыҙҙы бушлай, стипендия түләп уҡытабыҙ тип торғанда, әйҙәгеҙ, уҡытып ҡалайыҡ. Килер бер көн, тап улар предприятие асыла ҡалһа, һөнәр алып, үҙҙәре үк шунда эшкә ҡайтыр, исмаһам, яңы төҙөләсәк комбинатта үҙҙәребеҙҙең егеттәребеҙ вазифалы урындар биләр. Күптәрегеҙ әйтә, “Яҡтыкүл” курорт зонаһында башҡорттарҙың күбеһе һауыт-һаба йыуа, урам һеперә тейһегеҙ, сөнки күптәренең белемдәре юҡ, ҡунаҡхана туризмы буйынса белем алыусылар бөтөнләй юҡ кимәлдә. Ошо хәл тағы ла ҡабатлатмаҫ өсөн бөгөндән үк уҡыусыларҙы киләсәк тормошҡа әҙерләү кәрәк, уҡыһындар, белем алһындар һәм үҙҙәренең тыуған яҡтарына эшкә ҡайтырҙар.
Икенсенән, халыҡ һәр башланғысты ни өсөндөр ауыр ҡабул итергә өйрәнгән. Ышанмаусанлыҡ та бар. Тик шуны әйтергә кәрәк: бөгөн район ауыл хужалығы йә иһә Яҡтыкүл буйында урынлашҡан туризм менән генә әллә ни алға китә алмай. Дотациялы төбәк икәне бер кемгә лә сер түгел. Район яңыса үҫешергә, алға барырға тейеш, ә бының өсөн инвесторҙарҙың килеүе мотлаҡ. Шуға күрә “Салауат” ЯСЙ –те яңы эш урындары асыуҙы күҙаллай икән, киреһенсә, ниндәй һөнәрҙәр талап ителәсәген белеп, хәҙерҙән үк уҡырға кәрәк.
Өсөнсөнән, яңы эш урындары менән бергә район бюджетына ҙур ғына суммала аҡса керәсәк. Уныһын да оноторға ярамай.
Дүртенсенән, Күҙәтеү советының барлыҡҡа килеүе бик урынлы, тигән фекерҙәмен. Совет ағзалары менән даими рәүештә “Салауат” йәмғиәтенең эшен шәхсән күҙәтергә, көнүҙәк мәғлүмәттәре халыҡҡа асыҡ һәм дөрөҫ еткерә аласаҡ.
—Вадим Рәфҡәт улы, күптән түгел һеҙ етәкләгән Ҡаҙмаш ауылы республикала үткән “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеүсе булды. Һеҙҙе йәнә оло еңеүегеҙ менән ҡотлайбыҙ!
Айтуған Фәттәхов. —Эшҡыуар булараҡ, төрлө проблемалар борсой. Беренсенән, беҙҙә етештереү юҡ. Бына мин йылҡы үрсетәм, ҡымыҙ етештерәм, уны үҙебеҙҙең көс менән һатабыҙ. Эйе, республика етәкселегенә ҙур рәхмәт, дәүләт ярҙамы алыуға өлгәштек, грант яуланыҡ. Агротуризм буйынса ла эш яйға һалынған. Әммә һәр саҡ кеше үсешергә тейеш. Был яҡтан район эшҡыуарҙары өсөн яңы предприятие асыла ҡалһа, отошло яҡтары ла булыр ине тип уйлайым. Мәҫәлән, күп кеше, шул иҫәптән шәхси һәм фермер хужалыҡтары мал тота, ә уның итен, һөтөн ҡайҙа итергә белмәй баш вата. Әгәр ҙә предприятиела эшселәр эшләй икән, уларҙы туҡландырыу ҙа талап ителә. Ни өсөн ит, һөт ризыҡтарын ошондағы халыҡтан, эшҡыуарҙарҙан һатып алмаҫҡа? Шулай уҡ уларҙың да ял, күңел асҡылары киләсәк, ә беҙҙә туризм ярайһы уҡ ныҡ үҫешкән. Төрлө яҡтан бер-береңә ярҙам итеү, үҫешеү юлдарын барларға кәрәк. Әле геология разведкаһы үтмәгән, халыҡ араһында төрлө имеш-мимештәр күбәйҙе. Шуға әйтер инем: һәр яңылыҡты ҡабул итергә өйрәнәйек, үҙебеҙ өсөн ыңғай яҡтарын табайыҡ һәм үҫешәйек. “Диван политиктары” булыу заманы үтте. Йәштәргә теләгем бар: тыуған ерегеҙҙә үҙ эшегеҙҙе асығыҙ, бер-беребеҙҙе күтәреп, берҙәм булып йәшәргә ваҡыт.
Әйткәндәй, Буранғол ауылындағы урындағы интернатта капиталь ремонт һәм "Ирәндек" лагерында спорт майҙансығын йыһазландырыу эштәре башланған. Был эштәрҙең икеһе лә “Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ярҙамында атҡарыла.
Фото: "Осҡон" гәзите